RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Һаулығыңды йәштән ҡайғыртырға кәрәк”

21.02.2014 “Һаулығыңды йәштән ҡайғыртырға кәрәк”

“Һаулығыңды йәштән ҡайғыртырға кәрәк”Ауырыуҙың яҡшыһы, яманы юҡтыр, барыһы ла берҙәй насар. Баш ауыртыуына ла, теш һыҙлауына ла түҙеүе ҡыйын. Әҙ генә һалҡын алдырып ауырыһаң да, ҡасан ғына шәбәйеп китәм инде, тип теләйһең. Ә инде осо-башы күренмәгән оҙайлы ауырыуға дусар булғандарға Хоҙай түҙемлек бирһен. Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының баш табип урынбаҫары Гөлшат Мостафа ҡыҙы БАКИРОВА менән әңгәмәлә бөгөнгө заманда халыҡ араһында киң таралған ауырыуҙар һәм уларҙың сәбәптәре хаҡында һүҙ алып барҙыҡ.
– Бөгөнгө заман сирҙәренә ниндәй ауырыуҙарҙы индерер инегеҙ?
– Һуңғы ваҡытта бигерәк тә йөрәк-ҡан тамырҙары, яман шеш, шәкәр ауырыуы сирҙәре күбәйҙе, юл фажиғәләрендә йәрәхәтләнеүселәр һаны арта. Мөрәжәғәт итеүселәр күп. Кем генә, ниндәй генә ауырыу менән килмәһен, барыһын да ҡабул итәбеҙ, береһен дә кире бороп сығармайбыҙ.

– Ошондай сирҙәрҙең артыуына нимә сәбәпсе тип уйлайһығыҙ?
– Беренсенән, йәмғиәтебеҙҙә социаль көсөргәнешлек артты. Элекке кеүек тотороҡлоҡ юҡ. Эшһеҙлек, торлаҡ мәсьәләһе проблемалары, иртәгәһе көнгә өмөтһөҙлөк кешенең нервы системаһын ҡаҡшата, стрестарға килтерә. Ниндәй генә ауырыуҙы алһаҡ та, ул стрестан башлана. Икенсенән, хәҙер дөрөҫ туҡланмайбыҙ. Ризыҡ мул, үҙебеҙгә ярағанын, файҙалыһын һайлап ашау тураһында уйламайбыҙ, кинәнеп тығынабыҙ ғына. Һөҙөмтәлә күп һәм дөрөҫ ашамауҙан кеше һимерә. Ә был үҙ сиратында ҡан баҫымы, шәкәр һәм йөрәк ауырыуҙарына килтереүе ихтимал. Өсөнсөнән, хәрәкәт, физик эш етешмәй. Кешеләр йәйәү йөрөр­гә иренә, һәр береһендә тиерлек машина, эшкә лә, башҡа ергә лә тик машина менән генә йөрөйҙәр. Өҫтәүенә, күбеһе ултырып ҡына эшләй, ә өйгә ҡайтҡас, ашап ала ла, диванға ятып, телевизор ҡарауҙы хуп күрә. Әлбиттә, теге йәки был ауырыуҙың күбәйеүе экологиябыҙға ла бәйлелер.

– Сәләмәт булыу, төрлө ауырыуҙарҙан һаҡланыу өсөн ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Сәләмәтлекте йәштән үк хәстәрләй башларға кәрәк. Бының өсөн сәләмәт тормош алып барыу мөһим. Дөрөҫ туҡланырға өйрәнеү зарур. Көнөнә өс тапҡыр ғына түгел, әҙ-әҙләп йышыраҡ ашау яҡшы. Хатта уйҙар ҙа дөрөҫ булырға тейеш. Юҡ-барға кәйефте төшөрөргә ярамай, һәр ваҡыт үҙеңде яҡшыға көйләргә, оптимист булырға кәрәк. Һәр кемдең һаулығы – үҙ ҡулында. Шул уҡ тәмәке, шул уҡ араҡы. Эскән, тартҡан кеше күрәләтә үҙенең һаулығын бөтөрә. Юҡҡа ғына, ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда булдырмау еңелерәк, тимәйҙәр бит. Табипҡа барып еткәс, ул ярҙам итер, әммә һуң булыуы ла ихтимал.

– Сирҙе ваҡытында асыҡлау өсөн һеҙҙең дауаханала нимәләр эшләнә?
– Беҙҙең үҙәк ҡала дауаханаһы бер нисә йыл элек өр-яңы бинаға күсте. Яңы бинала заманса шарттар ҙа булдырылған. Тикшереү үткәреү, сирҙәрҙе асыҡлау өсөн компьютер томографияһы, маммограф, УЗИ – бөтә аппаратура ла бар. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен яңыртыу, “һаулыҡ” өҫтөнлөклө милли проекты буйынса бик күп медицина ҡорамалы алынды. Өфө ҡалаһының 22-се дауаханаһы, Республика кардиология үҙәге менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Ундағы тәжрибәле табиптар телемедицина аша консультациялар үткәрә. Дауаханала район-ара перинаталь үҙәк, онкоүҙәк эшләй. Бынан тыш, бөтә кәрәкле медицина ҡорамалы менән йыһазландырылған махсус автобусыбыҙ бар. Уның менән ауылдарға йөрөп, маммография, УЗИ, анализдар алыу кеүек төрлө кәрәкле тикшереүҙәрҙе үткәрәләр. Быларҙың барыһы ла ауырыуҙарға дөрөҫ диагноз ҡуйып, ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтергә булышлыҡ итә.

– Әле һәр икенсе кешелә панкреатит, холецистит, ашҡаҙан-эсәк сирҙәре асыҡлана. Уларҙы дауалау мөмкинме, әллә ауырыу үҙенә махсус диета менән генә ярҙам итә аламы?
– Был ауырыуҙарҙың күбәйеүенә, алда әйтеп үтеүемсә, әҙ хәрәкәт итеүебеҙ, дөрөҫ туҡланмауыбыҙ сәбәпсе. Эштә лә көнө буйы ултырырға мәжбүрбеҙ. Шуға күрә, әҙ генә мөмкинлек табып, бүлмәлә булһа ла йөрөп алырға кәрәк. Дауалауға килгәндә, ысынлап та, диета ҙур роль уйнай. Иң мөһиме, ныҡ тоҙло, майлы, ҡыҙҙырылған аҙыҡтан баш тартырға кәрәк. Тәмле-татлы ризыҡ менән дә мауығырға ярамай. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын көйләргә шыйығыраҡ һурпа, майһыҙ ит, бутҡа ярҙам итә. Шулай уҡ ас ҡарынға эскә массаж эшләп алыу ҙа мөһим. Ғөмүмән, иртәне бәләкәй генә зарядканан башлау ҙа яҡшы.

Ю. КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…