RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тәмләткестәр батшаһы

28.01.2014 Тәмләткестәр батшаһы

Тәмләткестәр батшаһыҺарымһаҡ – донъялағы иң популяр йәшелсәләр­ҙең береһе. Пифагор уны тәмләткестәр батшаһы тип йөрөткән һәм, һәр ризыҡҡа йән өрөүсе үҫемлек, тигән. Һарымһаҡ тәмләткес кенә түгел, яҡшы дарыу ҙа. Составындағы калий, тимер, кальций, марганец, йод, фосфор, магний һәм цинк кеүек элементтар, төрлө кислоталар һәм ҙур күләмдәге аҡһым, Д, С, Р, В төркөмө витаминдары һаулыҡҡа ҙур файҙа килтерә. Һарымһаҡтың үҙенсәлекле еҫе һәм тәме ундағы аллицинға бәйле.
Шундай бай составлы йәшелсә – елһенеүҙәргә һәм бактерияларға ҡаршы шәп сара. Аллицин организмды вирустарҙан аралаһа, фитонцид бактерияларҙың таралыуына юл ҡуймай. Һарымһаҡ иммунитетты яҡшы нығыта. Ул шулай уҡ йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен киҫәтә – “насар” холестерин кимәлен кәметә, ҡан тамырҙарында тромб барлыҡҡа килеүгә ҡамасаулай. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр раҫлауынса, һарымһаҡ хатта яман шеш күҙәнәктәрен юҡ итә.
Әгәр ҙә тамағығыҙ ауырта башлаһа, был йәшелсәнән дарыу эшләгеҙ. Һарымһаҡты ваҡ ҡына итеп турағыҙ һәм өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоғоҙ. Бер сәғәт төнәткәс, марля ярҙамында һөҙөгөҙ. Тамағығыҙҙы көнөнә биш тапҡыр шуның менән сайҡатығыҙ.
Киҙеү һәм башҡа вируслы сирҙәрҙе булдырмау өсөн һарымһаҡтың бер тешен иҙегеҙ һәм марляға урап көнөнә ике-өс тапҡыр бер нисә минутҡа танау тишегенә тығып тороғоҙ.
Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәрен киҫәтеү өсөн түбәндәге ысулды файҙаланығыҙ. Ярты литрлыҡ шешәнең өстән бер өлөшөн туралған һарымһаҡ менән тултырығыҙ. Өҫтөнә 50 – 60 процентлы спирт ҡойоғоҙ. Ҡараңғы йылы урында ике аҙна төнәтегеҙ. Көн һайын шешәне һелкетеп торорға онотмағыҙ. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан бишәр тамсы эсегеҙ.
Һарымһаҡ файҙалы икән тип, уны күпләп ашарға ашыҡмағыҙ. Бауыр, бөйөр, ашҡаҙан-эсәк тракты сирҙәре, ашҡаҙанында сей яра булғандарға уны бик һаҡ ҡулланырға кәрәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…