RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » “Һәр гүзәл затҡа ҡатын-ҡыҙ бәхете насип булһын”

24.01.2014 “Һәр гүзәл затҡа ҡатын-ҡыҙ бәхете насип булһын”

“Һәр гүзәл затҡа ҡатын-ҡыҙ бәхете насип булһын”Республика перинаталь үҙәге – бөтөн Башҡортостанға билдәле дауалау учреждениеһы. Унда эшләүсе табиптар ярҙамы менән күптәргә ата-әсә бәхете насип булған, байтаҡ кеше сәләмәтлеген һаҡлап ҡалған. Ошо үҙәктең гинекология бүлеге мөдире, юғары категориялы табип Светлана ЗАКИРОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Светлана Изаровна 1976 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған. Ул төрлө йылдарҙа баш ҡала дауаханаларында эшләгән, шул иҫәптән ун биш йыл 18-се ҡала дауаханаһының гинекология бүлеге мөдире булған. Абруйлы табиптың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге фиҙакәр хеҙмәте бихисап Маҡтау ҡағыҙы, шул иҫәптән Рәсәйҙең Почет грамотаһы менән баһаланған. Уның ҡулы аҫтында бишенсе быуын табиптар тәжрибә туплай.
– Светлана Изаровна, һеҙҙең бүлектә йышыраҡ ниндәй сирле пациенттар дауалана?
– Енси ағзаларында төрлө елһенеүҙәрҙән, күрем циклы боҙолоуҙан һәм енес ағзалар­ы­ның түбәнәйеүенән яфаланыу­сылар, йөклөлөгө өҙөлөү хәүефе булғанда, ашығыс оператив дауалау талап ителгәндә беҙгә мөрәжәғәт итәләр. Бында республика халҡы дауаланыу хоҡуғына эйә, тик район табибынан йүнәлтмә менән килергә кәрәк.
– Ҡатын-ҡыҙ үҙендә ниндәй билдәләр тапҡанда гинекологҡа күренергә тейеш?
– Эстең аҫҡы өлөшө ауырт­ҡанда тыныс ҡалырға ярамай. Үтә ул, тип ауыртыуҙы баҫа торған дарыуҙар эсеп, табипҡа күренмәй йөрөүселәр бар. Ҡайһы бер осраҡта ғүмергә хәүеф янауы ихтимал. Күрем циклы боҙолһа, енси юлдан патологик бүлендектәр килһә, битарафлыҡ күрһәтмәгеҙ. Ғөмү­мән, үҙен һаумын тип һанаған хәлдә лә, ҡатын-ҡыҙ йылына ике мәртәбә гинекологҡа күренергә, анализдар бирергә тейеш.
– Ҡыҙ бала үҫтереүсе ата-әсәләргә кәңәш бирһәгеҙ ине...
– Балағыҙ әүҙем тормош менән йәшәһен, күберәк саф һауала уйнаһын. Көндәр буйына компьютер, телевизор алдында ултырмаһын. Туҡланыуына ҙур иғтибар бирегеҙ. Фаст-фуд, газлы һыу, шоколад, һағыҙ һ.б. урынына мотлаҡ йылы аш, файҙалы бутҡалар, йәшелсә-емеш булһын.
10 – 11 йәшкә тиклем ҡыҙҙар­ҙың енси юлынан бер ниндәй ҙә бүлендектәр килергә, һөт биҙҙәрендә ауыртыуҙар булырға тейеш түгел. Балағыҙҙың 15 – 16 йәшенә тиклем күреме килмәһә, уны гинекологҡа күрһәтегеҙ.
Енси тәрбиәне урам һәм телевизор түгел, ә әсә кеше бирергә тейеш. Балағыҙ нимә насар, нимә яҡшы икәнлеген аңлап үҫһен. Аҡты ҡаранан айырмаған саҡта ҡылынған хатаның ғүмерлек үкенес булып ҡалыуы бар бит. Әгәр ҙә ҡыҙығыҙҙы тәрбиәләүгә кескәй сағынан уҡ күп көс һалһағыҙ, киләсәктә бәхетле ғаиләлә үҫеүсе сәләмәт ейәндәрегеҙҙе һөйөп шатланырһығыҙ.
– Сабый көтөүсе ҡатын ниндәй осраҡта табипҡа ашығыс рәүештә күренергә тейеш?
– Төрлө характерҙағы бүлендектәр, көслө ауыртыуҙар булһа, тартынып тороу урынһыҙ, “Ашығыс ярҙам” саҡыртырға кәрәк.
Йөклөлөк сир түгел. Эйе, организмға икеләтә-өсләтә көс төшә. Үҙендәге һәр үҙгәреште күҙәтеп барған, сәләмәт тормош менән йәшәгән, ял һәм эш режимын теүәл үтәгән ҡатын-ҡыҙ өсөн был бәхетле мәл. Үкенескә күрә, һуңғы осорҙа күптәргә әсә булыу еңел бирелмәй. Яралғы төшөүе, балаятҡыла гематома барлыҡҡа килеүе, төрлө өҙлөгөүҙәр һ.б. йыш осрай. Быға экология ла, йәшәү рәүеше лә, туҡланыу ҙа ныҡ йоғонто яһай.
Сабый табырға ниәтләгән һәр ҡатын тәүҙә гинекологҡа күренеп, сәләмәтлеген тикшертһен ине. Алдан планлаштырылған йөклөлөк еңелерәк үтә, сабый­ҙың сәләмәт тыуыу мөмкинлеге ҙурыраҡ.
– Ҡатын-ҡыҙҙа менопауза нисә йәштән башлана?
– Уны ҡайһы берәүҙәр 45 йәштә үк, икенселәр саҡ 55-тә кисерә. Менопаузаның 50 йәштәр тирәһендә башланыуы норма һанала. Уны һәр ҡатын-ҡыҙ үҙенсә үткәрә, кемдер тормошоноң был этабында үҙен бик насар тоя, физик һәм психик яҡтан ныҡ үҙгәрә. Ә икенселәр иһә бер ни булмағандай йәшәүен дауам итә. Замана медицинаһы ярҙамы менән был миҙгелде еңелерәк үткәреп ебәрергә мөмкин.
Шуны айырым билдәләп үтке килә – 40 йәште үткән гүзәл зат йыл һайын мотлаҡ маммологҡа күренһен. Гормональ фон боҙол­ған саҡта организм яман сирҙәргә бирешеүсән. Ауырыу­ҙы алдан киҫәтеүең мең артыҡ.
– Яман сир тигәндән, кемдәндер шундай фекер ишеткәйнем: менопаузанан һуң бала табыу өсөн тәғәйенләнгән ағзаларҙы, сәләмәт булһа ла, хирургик юл менән алып ташлау отошло. Йәнәһе, ағза ла юҡ, яман шеш хәүефе лә... Быға ҡарашығыҙ?
– Ҡаршымын. Әгәр ҙә кеше хәүеф төркөмөнә инә икән, ул һәр саҡ онколог күҙәтеүе аҫтында булһын. Бер хирург та тик пациенттың теләге буйынса уның ағзаһын алып ташламаясаҡ. Әгәр ҙә медицина күрһәтмәһе булһа, ул саҡта был аҙым яһала.
– “Йәшлек” гәзитен уҡыусы ҡатын-ҡыҙҙарға теләгегеҙ?
– Сәләмәтлегең булмаһа, аҡса ла, донъя рәхәтлектәре лә ҡыуандырмай. Иң мөһиме һаулыҡ икәнен онотмағыҙ! Һәммә­геҙгә лә ҡәҙерле ҡатын, наҙлы әсә, һөйөклө өләсәй булырға яҙһын, ғаилә именлеге, бәхетле тормош насип булһын, гинекологик сирҙәр урап үтһен.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…