16.11.2010 Һаулыҡ һаҡлауҙа етешһеҙлектәр бөтөрөлөргә тейеш
Баш ҡалала һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү мәсьәләләренә арналған республика Советының күсмә ултырышы үтте. Алдан уҡ шуны билдәләү урынлы булыр – быйыл медицина форумын ойоштороусылар, традицион форманан тайпылып, программаға бер аҙ үҙгәрештәр индергәйне. Йәғни сара «түңәрәк өҫтәл» һәм пленар ултырыш сифатында ойошторолдо. Форумдың пленар өлөшөндә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаһа, һаулыҡ һаҡлауҙы мәғлүмәтләштереү мәсьәләләренә арналған «түңәрәк өҫтәл» артындағы һөйләшеүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов, һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Георгий Шебаев, ҡала һәм райондарҙың һаулыҡ һаҡлау идаралыҡтары һәм учреждениелары етәкселәре ҡатнашты.
Етешһеҙлектәр бөтөргә тейеш!
Һөйләшеүҙә информацион технологиялар, ашығыс медицина ярҙамын мәғлүмәтләштереү, амбулатория-поликлиника хеҙмәте, медицина ҡушымтаһы булған «Башҡортостандың социаль картаһы» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы, «Берҙәм регистратура» сервисы һәм башҡа мәсьәләләр төп тема итеп күтәрелде.
Форумдың пленар ултырышында Рөстәм Хәмитов халыҡты борсоған проблемаларға туҡталып, дарыуҙарҙың ҡиммәт булыуына, прописка булмаған осраҡта йыш ҡына медицина ярҙамы күрһәтелмәүенә, поликлиникаларҙағы сират оҙонлоғона тәнҡит һүҙҙәрен еткерҙе. Был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә кәрәк, тине ул.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республика һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 90 мең кеше эшләй. Әммә медицина уҡыу йорттары йыл һайын 2400 меңдән ашыу белгес әҙерләп сығарһа ла, тармаҡта кадрҙар етешмәй. Хатта маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡыған хәлдә лә йәш белгестәр район үҙәктәренә, ауылдарға ҡайтырға ашҡынып бармай. Был йәһәттән Президент проблеманы хәл итеү юлдарының береһе итеп йәш белгестәрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, өҫтәмә түләүҙәр кеүек дәртләндереү саралары индерергә кәрәклеген билдәләне.
Һөйләшеүҙә табиптарҙың эш хаҡы түбән булыуы ла телгә алынды. Бөгөн ул уртаса 11 мең һум тәшкил итә. Шулай ҙа Яңы йылдан республикала минималь хеҙмәт хаҡы 5500 һумға тиклем күтәрелһә, был бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артыуына ла килтерәсәк. Бынан тыш, 1 июндән тотош илдә бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы йәнә 6,5 процентҡа күтәреләсәк. Форумға йыйылыусылар һөйөнөслө хәбәрҙе ҡыуанып ҡабул итте.
«Һаулыҡ» өҫтөнлөклө милли проектын бойомға ашырыу барышында байтаҡ аҡса, башлыса, медицина ҡорамалдары һатып алыуға тотонолған. Әммә һаулыҡты яҡшыртыу өсөн ҡиммәтле аппараттар ғына аҙ. Мәҫәлән, ултырышта билдәләнеүенсә, Асҡын, Учалы райондары, иң ҙур күләмдә ярҙам алһа ла, был райондарҙа халыҡтың сәләмәтлеге иң түбәне. Үҙенән-үҙе һорау тыуа... Заманса ҡорамалдар менән эшләүсе белгестәр булмаһа, аппараттар ғына файҙа килтерә аламы? Шунлыҡтан республика етәксеһе, бындай аппараттар ҙур медицина үҙәктәрендә торорға тейеш, тип билдәләне.
Киләһе йылдан модернизация проекты сиктәрендә республикаға йәнә ҙур ғына күләмдә аҡса килеүе көтөлә.
Был аҡсаны урынын белеп тотонорға кәрәк, тине Рөстәм Зәки улы. Шунлыҡтан республика медицинаһы системаһында ойоштороусылар, менеджерҙар талап ителә. Улар ҡуйылған бурысты атҡарып, сәләмәтлекте юғары кимәлгә күтәрергә тейеш.
Заман талаптары
Форумда Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялауға, тармаҡты мәғлүмәтләштереүгә ҙур иғтибар бүленде. Был турала пленар ултырышта БР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Георгий Шебаев сығыш яһаны. Киләсәктә һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында электрон карталар индереү, табипҡа интернет аша яҙылыуҙы әүҙемләштереү төп маҡсаттарҙың береһе буласаҡ. Телемедицина технологияһы үҫеше артабан тағы ла киңәйтеләсәк.
Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында үткәрелгән инвентаризация дауаханаларҙың һәм поликлиникаларҙың яртыһынан ашыуының иҫкереүен күрһәткән. Уларҙың күбеһе үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында төҙөлгән. Хатта йылы һыу, канализация, телефон бәйләнеше булмағандары ла бар икән. Г. Шебаев әйтеүенсә, ҡайһы бер учреждениелар санитар нормаларға һәм яңы техник регламентҡа яуап бирмәй. Был әлеге биналарға кәрәкле медицина ҡорамалы урынлаштырыуҙа һәм заманса медицина ярҙамы күрһәтеүҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.
«Берҙәм регистратура»
Проект табипҡа яҙылыуҙа заманса алым тип баһалана. Ултырышта ҡатнашыусыларҙы сервис эшенең тәүге һөҙөмтәләре менән Өфө ҡалаһы ҡала округының һаулыҡ һаҡлау идаралығы етәксеһе урынбаҫары Әлфиә Авзалетдинова таныштырҙы. Бөгөн «Берҙәм регистратура» программаһы буйынса барлыҡ муниципаль поликлиникалар ҙа уңышлы эшләй. Яҙылыу хеҙмәте менән көнөнә ун мең самаһы кеше файҙалана. Проект тулыһынса ҡала бюджетынан финанслана. Сығым йылына 20 миллион һум тәшкил итә. Бынан тыш, электрон амбулатор карта, ауырыу тарихы, диагностик лабораторияны автоматлаштырыу кеүек программалар ҙа әҙерләнә. Быға тиклем кешегә табипҡа алдан яҙылыу өсөн күп сират аша үтеү, расписаниены асыҡлау, ҡыҫҡаһы, хәтһеҙ ваҡыт талап ителһә, бөгөн бер ҡыйынлыҡһыҙ «Берҙәм регистратура» хеҙмәте менән файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн ни бары телефондан 13-03 һандарын йыйып, заявка ғына бирергә кәрәк. Оператор мөрәжәғәт итеүсегә уңайлы ваҡытты табырға ла ярҙам итә. Ә интернет аша DOCTOR.UFACITY.INFO адресы буйынса яҙылырға була. Ултырышта билдәләнеүенсә, проектты тормошҡа ашырыу штатты арттырыуҙы ла талап иткән – халыҡ менән эшләүсе менеджерҙар эшкә алынған. Ултырышта, проект ҡалала йәшәүселәрҙең сәләмәтлеген яңы баҫҡысҡа күтәреү мөмкинлеген бирҙе, тип баһаланды. Әйткәндәй, әлеге программа Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау проектына индерелгән һәм яҡын арала Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығына раҫлауға тәҡдим ителәсәк. Форумға йыйылыусылар, медицинала ошондай мәғлүмәтләштереү технологиялары – бик күп мәшәҡәттәрҙән ҡотҡарған ҡеүәтле ҡорал, тигән фекергә килеп таралышты.
Рәйлә КҮСЕМХАНОВА.
В. КАРАБАНОВ фотолары.