RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Халыҡ йәнле табип

18.10.2013 Халыҡ йәнле табип

Халыҡ йәнле табипТыуған төйәгебеҙҙең тәбиғәтен һаҡлау, ул биргән байлыҡтарҙы халыҡ мәнфәғәтендә файҙаланыу тураһында күп һөйләйбеҙ, ә бына уны эш менән дәлилләүселәр һирәк. Шуларҙың бере­һе – Көйөргәҙе районы Морап­тал дауаханаһының баш табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәжәп ЮЛБАРЫҪОВ. Башҡортос­тандың атҡаҙанған табибы Рәжәп Рамаҙан улы 90-сы йылдарҙан алып үҙенең тыуған районындағы Яҡут ауылы янындағы Тоҙлогүлде тергеҙеү, уның шифалы ләме менән ябай халыҡты дауалау өсөн көрәшә. Тәүҙә сиҙәм ерҙәр аҫтында ҡалған күлде эҙләп табып, ләмде Башҡорт дәүләт медицина һәм Һамар дәүләт медицина университеттарының лабораторияһына алып барып тикшертеп, ысынлап та, сәләмәтлек өсөн бик файҙалы булыуын дәлилләй. Артабан иһә бында ябай халыҡҡа дауаланыу өсөн тәүшарттар тыуҙырыу­ҙы хәстәрләй. Төрлө ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, үҙенең изге ниәтен тормошҡа ашырыуға бар көсөн һалған, тыуған төйәге, халҡы, тәбиғәтебеҙҙең именлеге өсөн янған табип ҡыҙыҡлы әңгәмәсе лә, тормоштағы һәр ваҡиғаға ҡарата уның үҙ ҡарашы, үҙ фекере бар.
Үҙен ете йәшенән табип тип иҫәпләй ул:
– Урыҫтар әйтмешләй, не было бы счастья, да несчастье помогло. Ете йәштә мине трактор тапаны. 54-се йылдың 1 майында булды был хәл, 1-се генә класта уҡый инем. Ҡабырғаларым һынды. Машина тураһында һүҙ ҙә юҡ, ат менән Ермолаевҡа дауаханаға алып киттеләр. Академик Наил Ғатауллин ул ваҡытта дауахананың баш табибы ине. Мине ҡабул итеп алды. Ҡултыҡ таяғы менән йөрөй башлағас, үҙем гипстамын, папка тотоп алам да уға эйәреп йөрөйөм. Кешеләрҙең йәрәхәттәрен бәйләгәнен ҡарап торам. Минән “ассис­тент” тип көлә торғайнылар. Ул миңә, уҡып бөткәс, мотлаҡ доктор бул, тип әйткәйне. Бына шул һүҙҙәр медицина институтына алып килде лә инде. Уҡығанда уның лекцияларын тыңларға тура килде, әммә ҡулыма диплом алғансы үҙемдең кем һәм ҡайҙан икәнлегемде танытманым.
– Рәжәп Рамаҙан улы, белеүемсә, Тоҙлогүлдең шифаһы хаҡында борон-борондан билдәле. Ә ниндәй ауырыуҙарҙан дауа булып тора ул?
– Мин үҙем Яҡут ауылынан. Күлдең шифаһы хаҡында бала саҡтан ишетеп-күреп үҫкәнбеҙ. Атай-ола­тайҙарыбыҙ күлдең батҡағын – быуындар һыҙлауынан, ә һыуын аш­ҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан файҙаланған. Әле иһә күлдең ләме терәк-хәрәкәт, нервы-йөрәк, тире ауырыуҙары, хатта трофик язва кеүек дауалауға ауыр бирелеүсән сирҙәргә дауа булып тороуы фәнни яҡтан да раҫланды. Хәҙер ошо иҫ киткес байлыҡты халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу өсөн файҙаланырға ғына кәрәк. Минеңсә, иң беренсе сиратта ябай ауыл халҡы бында сәләмәтлеген нығытырға тейеш. Кеҫәһе ҡалындарға сәләмәтлеген нығытыу өсөн шифахана-курорттар етерлек. Ә ауыл халҡының унда барып дауаланырға, ял итергә мөмкинлеге юҡ. Шунлыҡтан әллә ниндәй ҡиммәтле ҡунаҡханалар, дауалау үҙәктәре лә кәрәкмәй, ябай ғына шарттар тыуҙырып, халыҡҡа көнөнә 15 – 20 минут ләм­дә ятып дауаланыу мөмкинлеге бирһәк, шул етә. Күлгә ҡыҙығыусылар күп, әммә бай инвестор ҡулына бирһәк, ябай халыҡҡа юл ябыласаҡ. Йәшәү өсөн дә, дауаланыу өсөн дә кеҫә етмәҫлек хаҡтар ҡуйыласаҡ бит. Халыҡ байлығы халыҡҡа ҡалһын ине. Өҫтәүенә, күлдең запасы ла ҙур түгел. Шуға күрә уның тәбиғилеген һаҡлап алып ҡалыу мөһим. Миллион йылдар элек барлыҡҡа килгән тоҙло күл бөтмәһен, киләсәк быуынға ла ҡалһын.
– Быйыл йәй күлдә ял итеүселәр күп булдымы? Киләсәккә ниәттәрегеҙ ниндәй?
– Йәй ямғырлы булыуға ҡарамаҫтан, ял итеүселәр булды. Маҡсатыбыҙ – эште тағы ла йәнләндереп ебәреү. Бәләкәй йорттар, кафе һәм административ корпус төҙөтөүҙе планлаштырабыҙ. Унда ауырыуҙарға консультация биреү һәм медицина ярҙамы күрһәтеү бүлмәләре лә буласаҡ. Бының өсөн, әлбиттә, финанс ярҙамы кәрәк буласаҡ. Әле күлдең асылған өлөшө 30 – 40 йылға етә. Киләсәктә уны тағы ла тәрәнәйтеү һәм киңәйтеү кәрәк буласаҡ.
– Оптималләштереү тип, һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙе генә түгел, дауаханаларҙы, тәүге медицина яр­ҙамы күрһәтеү пункттарын да яба башланылар. Һеҙ быға нисек ҡарай­һығыҙ?
– Ҡарашым үтә лә насар. Элек Көйөргәҙе районында 25 – 27 меңләп кеше йәшәй ине. Районда бөтә нәмә лә була торғайны, шул иҫәптән 250 урынлыҡ дауахана. Рәхмәт инде беҙҙең район хакимиәте башлығына, ошо дауахананы һәм 43 фельдшер-акушерлыҡ пунктын район бюджеты иҫәбенә ошоғаса һаҡлап алып килде. Тирә-яҡта юҡ ул. Мин эш башлаған саҡта Мораптал ауылында 75 урынлыҡ дауахана эшләһә, хәҙер – 25 урынлыҡ, көндөҙгө стационарҙа 20 койка-урыныбыҙ бар. Минеңсә, ауылда 35 – 40-лап кеше генә булһа ла, һуғышты үткәргән һәм дә бик күпте күргән әбей-бабайҙар йә­шәүен иҫәпкә алып, мотлаҡ фельдшер пункты булырға тейеш. Сөнки 80 – 85 йәшлек бахыр әбей, ошо таңды аттыра алһам ярар ине, тип йоҡлап китә. Әйтәйек, Мораптал дауаханаһынан Тимербай ауылы – 80, Михайловка 110 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан, ә шунда фельдшер ҙа булмаһа, бахыр ауырыу нимә эшләргә тейеш?! Төндә бер-бер хәл була ҡалһа, тип, уның төн йоҡоһо йоҡо түгел. Ауылда фельдшер булһа ғына ул тынысланып йоҡлай ала. Икенсенән, бөгөн ауылда табип укол һалыу өсөн генә лә түгел, ә халыҡ менән һөйләшеү, ололарға эс серҙәрен сисеү өсөн дә кәрәк. Сөнки, иманым камил, берәү ҙә ай һайын ҡайтып, әсәһе менән тәүлектәр буйына һөйләшеп ултырмай. Барыбыҙ ҙа шулай. Тимәк, ололарҙың һөйләшергә кешеһе лә юҡ. Элекке һымаҡ бер-береһенә сәйгә йөрөп, күңел бушатыуҙар бөттө. Халыҡ хәҙер улай түгел. Шундай шарттарҙа фельдшер бөгөн – халыҡтың берҙән-бер ышанысы.
Көйөргәҙе районында бәләкәй ауылдарҙа ла фельдшерлыҡ пункт­тары һаҡланып ҡалған. Үҙәктән, халыҡ һаны 700 кешегә тулмаһа, фельдшер-акушерлыҡ пунктын ябырға ҡушалар. Ә беҙҙең районда 78 ауылдың һиге­ҙендә генә халыҡ һаны 700-гә тула. Тимәк, ҡалғаны ябыла, тигән һүҙ. Япһаҡ, кешенең берҙән-бер ышанысы ла бөтә. Бына шуны аңлаһалар, фельдшер пункттарын бөтөрөү хаҡында һүҙ йөрөтмәҫтәр ине. Тағы бер тапҡыр ҡабатлап әйтәм, эш медицина ярҙамы күрһәтеүҙә лә түгел, кешегә һүҙ ярҙамы ла кәрәк. Ауылда фельдшер, уҡытыу­сы һәм һәйбәт бригадир – ошо өс һөнәр эйәһе мотлаҡ булырға тейеш. Шуларҙың береһе генә булмаһа ла, ауылдың киләсәгенә өмөт һүнә.
– Һуңғы йылдарҙа халыҡ табиптары күбәйеп китте. Улар хаҡында ни уйлайһығыҙ?
– Бөгөн медицинала дипломлы табиптар­ҙың абруйын күтәреп, улар­ға ғына таянып, улар менән генә эшләргә кәрәк. Башҡаса бу­лыр­ға тейеш түгел. Халыҡ табиптары насар, беҙ яҡшы, тип әйтмәйем, араларында бик һәләтлеләре лә барҙыр, тик ниндәйҙер күңел һиҙемләүе буйынса дауалауға ҡарағанда, медицинаға нигеҙләнеп дауалау дөрөҫ. Дипломлы табиптың белемен камиллаштырырға кәрәк. Сөнки ҡайҙа медицина әҙерәк, ҡайҙа медицина көсһөҙ, шул бушлыҡты тултыра. Яман шеш менән ауырыусылар ҙа халыҡ табиптарына йөрөп, йылдар буйына ваҡытын әрәм итә һәм иң һуңғы сиктә генә беҙгә килә. Ә был сирҙе бит ни тиклем алданыраҡ асыҡлаһаң, шул тиклем яҡшыраҡ. Медицинала бының өсөн барыһы ла бар. Дөрөҫ диагноз ҡуйыла икән, бөгөн яман шеш ауырыуының 70 процентын дауалап була. Халыҡ медицинаһына килгәндә, үлән менән дауалаған биологтар бар. Улар медицина тикшереүе үткән кешеләрҙе табиптар тарафынан ҡуйылған диагнозға нигеҙләнеп дауалай. Был инде икенсе нәмә. Ә инде бер ниндәй анализһыҙ, бер ни белмәйенсә, өшкөрәм, тип кеше сәләмәтлеге менән уйнау – бының менән бер нисек тә килешә алмайым. Кешегә бәлә килгәндә, төрлө яҡлап ярҙам итергә кәрәк, тик алдаҡ юл менән түгел.
– Заман сире – яман шеш ауырыуы көндән-көн киңерәк тарала бара. Уны бер нисек тә дауалап булмай кеүек…
– Рак – ҡурҡыныс ауырыу. Кешеләр унан ҡурҡа һәм, яман шеш ауырыуынан дауаланыу ысулы юҡ, аҙағы мотлаҡ насар тамамлана, тип уйлай. Был – хата фекер. Бөгөн, бөтә кеше лә ваҡытында килеп күренеп, сәләмәтлеген даими ҡайғыртып торһа, ауырыу ихтималлығын ике-өс тапҡырға кәметергә мөмкин. Ябай ғына итеп әйткәндә, профилактик тикшереүҙәргә йөрөү зарур. Бының өсөн УЗИ, томография бар. Юғиһә, тейешле медицина тикшереүен үтмәй, таныш табип аша ғына ҡултамға ҡуйҙырып алып йөрөүселәр бар. Шундай миҫал беҙҙең районда булды. Һөҙөмтәлә беҙ ул кешене ҡотҡарып ҡала алманыҡ. Ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарына бәйле сирҙәрҙе ваҡытында асыҡлағанда операция эшләп, ауырыуҙы аҙыуҙан һаҡлап була. Ул ҡатындар һуңынан оҙаҡ йылдар йәшәй. Әгәр ҙә бындай сиргә юлығыусы кеше биш йылдан артыҡ йәшәй икән, тимәк, ул артабан да йәшәйәсәк, тигән һүҙ. Ауырыуҙың критик осоро биш йыл. Ашҡаҙан сирендә лә шулай, операция ваҡытында эшләнһә, ундай ауырыуҙарҙың 65 – 70 проценты йәшәй.
– Борон ата-бабалар ныҡ булған, хәҙер кешенең иммун системаһы ҡаҡшаған, шунлыҡтан төрлө ауы­рыу­ҙар көсәйә, тиҙәр. Был нилектән килә?
– Уның сәбәптәре төрлө булыуы ихтимал. Мәҫәлән, эсергә яратыу­сыларҙың иммун системаһы ҡаҡшай. Икенсе сәбәп – дөрөҫ туҡланмауҙа. Бөгөн Башҡортостандан күптәр Себергә эшкә китә. Ике тәүлек ҡоро-һары менән генә туҡланып поезда бара ул, барып етеүгә берәү ҙә ашарға әҙерләп тормай. Бер ай эшләп ҡайта ла, бер аҙна буйы, ял итәм тип, иптәштәре менән байрам ойоштора. Уларға ғаилә лә, ҡатын да кәрәкмәй. Бындай йәшәү рәүеше дөрөҫ түгел. Кеше ваҡытында туҡланырға тейеш. 100-әр йыл бу­йына ата-бабаларыбыҙ ашаған ризыҡты ашарға тейешбеҙ. Улар – яҡшы ит, ҡоротло һурпа һәм картуф. Беҙҙең организм, матдәләр әйләнеше шуға көйләнгән.
– Аңлауымса, һеҙ ир-егеттәрҙең Себергә йөрөп эшләүе менән килешеп етмәйһегеҙ?
– Эшләйем тигән кешегә бында ла эш етерлек. Ҡырға киткәне – бер, бында йөрөгәне лә эшләмәй эсеп йөрөй бит. Беҙҙең халыҡ ялҡау. Баҫыуҙа һалам ятып ҡала өйөлөп, туғайҙа бесән сабылмай. Ә кемдеңдер килтереп биргәнен көтәбеҙ! Заманында колхоз-совхоздар ялҡаулыҡҡа өйрәтеп бөттө. Күршеһе биш баш мал аҫрай, ни эшләп икенсеһе шуны ҡарай алмай? Дүрт баш мал аҫрап, йылына 100 мең һумдан ашыу табыш алырға була бит. Тимәк, айына ун мең һумлап эш хаҡы була, тигән һүҙ. Өҫтәүенә, ҡайҙалыр ер аяғы – ер башына китергә лә кәрәкмәй. Эш бар, теләк кенә юҡ. Юғиһә егеттәребеҙ ҡырға эшкә китеп, ғаиләләрҙе юғалтабыҙ. Ҡырҙа йөрөй икән, ул балаһының үҫкәнен дә күрмәй. Аҡса алып ҡайтып биреү генә нимә инде ул, балаға тәрбиә бирмәгәс. Ул бит – атай, еҙнәй түгел. Атай атай булырға тейеш, ҡатынға ир ҙә кәрәк. Ауылдарҙа юл да бар, башҡаһы ла, тик йәбешеп ятып эшләү тигән нәмә генә юҡ.

Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА әңгәмәләште.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…