13.11.2010 Сәләмәтлек – тотош ил байлығы
Һаулыҡ – һәр беребеҙҙең генә түгел, дөйөм илдең, милләттең төп байлығы. Шуға күрә республика халҡының сәләмәтлеген нығытыу һәм һаҡлауға ҙур иғтибар бирелә. Беҙҙә кешеләрҙең һаулығына милләт байлығы итеп, Башҡортостандың киләсәгенә инвестиция булараҡ ҡарауҙары күңелгә айырым бер йыуаныс өҫтәй.
Республика Советының һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү мәсьәләләренә арналған күсмә ултырышы быйыл алтынсы тапҡыр ойошторола. Сара, башҡарма властың бөтә кимәлдәре ҡеүәтен файҙаланып, халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау мәсьәләләрен комплекслы хәл итеүгә булышлыҡ итә. Бынан тыш, һаулыҡ һаҡлауҙың көнүҙәк проблемаларын бергәләп тикшереү һәм эҙмә-эҙлекле хәл итеү буйынса яҡшы традиция ла булдырылған.
Үткән ултырыштарға байҡау яһаһаҡ, мөһим сараға әҙерлек барышында һуңғы биш йылда муниципаль һаулыҡ һаҡлау объекттарын төҙөүгә һәм уларҙы реконструкциялауға республика бюджетынан өс миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Һөҙөмтәлә район үҙәктәрендә күркәм дауаханалар, ауылдарҙа табип амбулаториялары һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары ҡалҡып сыҡты. Уларҙың биләмәләре төҙөкләндерелде, юлдары ремонтланды. Быны медицина учреждениелары өсөн генә түгел, ә күсмә ултырыштар үткән муниципаль берәмектәрҙең һәр береһенә ҙур файҙа, тип тә аңларға кәрәк. Республика райондарының өстән бер өлөшөндә дауалау-профилактика учреждениеларының матди-техник базаһы яҡшыртылыуы арҡаһында бөгөн уларҙың һәр береһендә тейешле медицина ярҙамы алырға мөмкин. һандар телендә әйтһәк, һуңғы биш йылда республикала 5 мең койкалыҡ дауахана учреждениелары, сменаһына 13 меңдән ашыу кешене ҡабул итерлек амбулатория-поликлиникалар сафҡа индерелгән. Шул уҡ ваҡытта илдең бер генә төбәгендә лә бындай киң ҡоласлы төҙөлөш алып барылмай.
Шуны билдәләргә кәрәк: ныҡлы матди-техник базаға эйә булыу һөҙөмтәһендә беҙҙең дауалау-профилактика учреждениелары яңы медицина технологияларын да ҡыйыу үҙләштерә. Быға Республика балалар клиник дауаханаһы базаһында уңышлы эшләүсе кохлеар имплантация, ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһындағы гематология, балаһыҙ ғаиләләргә сабый һөйөү ҡыуанысын бүләк итеүсе Республика перинаталь үҙәктәрен миҫал итеп килтереү ҙә етә. Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөн ауырыуҙар бығаса хыялда ла булмаған заманса технологияларҙы файҙалана, улар ярҙамында сәләмәтлеген нығыта. Хатта уларҙың аналогы Рәсәйҙә юҡ кимәлендә. Республиканың һаулыҡ һаҡлау практикаһына заман медицинаһы әүҙем индерелә, тигән һүҙ был. Ләкин, заман медицинаһы үҫеү менән бер рәттән, проблемалар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, системаны кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе аҡһай. Бигерәк тә кардиологтар, эндокринологтар, инфекционистар, травматологтар, онкологтар, акушер-гинекологтар, неанотологтар, психиатрҙар етмәй.
Әйткәндәй, беҙҙең республика буйынса эпидемиологик хәлгә тотороҡлоҡ һәм сағыштырмаса именлек хас. Һуңғы йылдарҙа күпләп вакциналау буйынса әүҙем ведомство-ара эш һөҙөмтәһендә вируслы «В» гепатиты менән яфаланыусылар һанын – 2,9, ҡыҙамыҡ инфекцияһын – 5 мең тапҡырҙан ашыуға, грипты – 8 тапҡырға, паротитты – 5,7 тапҡырға тиерлек, ә быума йүтәл сирен 1,5 тапҡырға кәметеүгә ирешкәнбеҙ. Ә полиомиелит, дифтерия, ҡыҙылса сирҙәре бөтөнләй теркәлмәгән. Һанап үтелгән уңыштар демографияла ла сағылмай ҡалмай. Былтыр республикала халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелде. Тыуым, 2008 йыл менән сағыштырғанда, 2,2 процентҡа күберәк, ә үлем 4,4 процентҡа кәмегән. Шуға күрә лә Башҡортостан бөгөн иң имен демографик күрһәткестәргә эйә булған егерме биш төбәк араһына инә. Шул уҡ ваҡытта табиптарҙы хеҙмәт йәшендәге кешеләрҙең, айырыуса йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарынан һәм бәхетһеҙ осраҡтарҙан, үлеү кимәленең юғары булыуы борсоуға һала. Йыл һайын инфаркт һәм инсульттан ғына 30 меңдән ашыу, көнкүрештә, производствола алған йәрәхәттәрҙән, юл-транспорт фажиғәләренән 6 меңдән ашыу кеше вафат була. Шуға ла әле ошо ауырыуҙарға ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын сифат йәһәтенән үҙгәртеү, санитар авиация хеҙмәтен көсәйтеү буйынса эш алып барыла. Бөгөнгө сараның пленар ултырышында һанап үтелгән проблемалар буйынса фекер алышыуҙар, тәжрибә уртаҡлашыуҙар көтөлә, уларҙы хәл итеү юлдары эҙләнәсәк.
Әйтергә кәрәк, республиканың һаулыҡ һаҡлау буйынса ҡаҙаныштары федераль үҙәк тарафынан да юғары баһалана. Маҡсатлы эш йүнәлеше һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә рейтингыны күтәрә. Мәҫәлән, Рәсәй субъекттары араһында 2007 йыл һөҙөмтәләре буйынса 51-се урында булһаҡ, 2008 йылда 24-сегә күтәрелдек. Ә 2009 йыл йомғаҡтары буйынса 16-сы баҫҡысты яуланыҡ. Юҡҡа ғына Рәсәй Һаулыҡ һәм социаль үҫеш министрлығы ла Башҡортостанды дәүләт гарантиялары программаһын уңышлы тормошҡа ашырыу юғары кимәлдә тәьмин ителгән туғыҙ төбәк араһына индермәгәндер. Республика Советының күсмә ултырышының да маҡсаты – ошо яҡшы күрһәткестәрҙе һаҡлап, тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға ирешеү, сәләмәтлеккә табан юл ярыу.
Р. КҮСЕМХАНОВА.