RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һаҡ булығыҙ: һабын ҡыуыҡтары!

11.07.2013 Һаҡ булығыҙ: һабын ҡыуыҡтары!

Һаҡ булығыҙ: һабын ҡыуыҡтары!Күптән түгел һөйгәнем менән иң бәхетле миҙгелдәребеҙҙең бере­һен кисерҙек – сәстәребеҙ сәскә бәйләнде. Барыһы ла яҡшы, бына тигән үтте, Аллаға шөкөр. Байрам аҙағынан туй күлдәгемде йыуып, оҙайлы һаҡлауға йыйырға булдым. Тик ни күрәм…
Күлдәкте һыуға тыҡҡас, атлас итәкте ҡоро сағында бер ҙә күренмәгән бихисап тап ҡаплап алды. Әйтерһең дә, өҫтөмә көнбағыш майы йәки мазут сәсрәгән. Уларҙы һауыт-һаба йыуыу өсөн шыйыҡса менән дә ышҡып ҡараным, һөҙөмтә булманы. Төрлө кер йыуыу порошогы, ағартыу өсөн махсус әйбер­ҙәр бер-бер артлы тасҡа оҙатылды, парашют ҙурлығындай күлдәкте ышҡый-ышҡый хәл ҡалманы… Аптырағас, химчисткаға йүнәлдек.
Унда күлдәктең таҙарасағына шик белдерҙеләр, гарантия бирмәйбеҙ, тигән килешеүгә ҡул ҡуйҙырттылар. Был хәлдең нилектән булыуын аңлар өсөн баш вата торғас, ҡунаҡтарға шылтырата башланым. Баҡһаң, ҡайһы берәү­ҙәрҙең дә ошондай уҡ проблема, кейемдәрен еүешләү менән унда аңлашылмаған таптар ҡалҡҡан, һис таҙартырлыҡ түгел. Һәм бының сәбәбе … иҫ китмәле йәйғорло матурлыҡ тыуҙырған һабын ҡыуыҡтары булып сыҡты. Эш шунда: еҙнә кеше иң бәләкәй ҡәйнештәренә бүләккә ҡыуыҡтар менән атҡан пистолеттар алғайны. Тегеләр маз килеп шунда уҡ “эшкә” тотондо – шаяра-көлә ҡыуыҡтар сығарып рәхәтләнде. Ә фотограф, был матурлыҡты ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн, малайҙарға пистолеттарын минең яҡҡа төҙәргә ҡушты… Апа­йым әйтеүенсә, ҡустымдың кейемдәрен сүплеккә ташларға ғына ҡалған, таптарҙы бөтөнләй бөтөрөрлөк түгел.
Ҡыҙғаныс, химчисткала мине ҡыуандыра алманылар. Кисә генә үҙемде донъялағы иң гүзәл, нәзәкәтле кәләш итеп хис иттергән күлдәккә ҡарарлыҡ та түгел ине.
Интернеттан балалар өсөн тәғәйенләнгән был уйынсыҡтың составын эҙләй башланым. Ундағы химик матдәләр исемлеген уҡып, бәләкәстәрҙе үҙебеҙ ағыуланырға дусар итәбеҙ икән, тип бот саптым. Әллә ҡайҙан, алыҫ тарафтарҙан килтерелгән һабын ҡыуыҡтары юлда кипмәһен өсөн барыһын да ҡушалар, ахыры. Ҡытайҙа етештерелгән һабын ҡыуыҡтары, ғөмүмән, уйынсыҡтар менән илебеҙҙең лыҡа тултырылыуын иҫәпкә алғанда, бәләкәстәребеҙгә ҡытай химикаттарынан оло хәүеф янай. Сөнки улар ҙа, беҙ бала саҡтағы кеүек, ҡыуыҡтар­ҙы ауыҙ менән эләктерергә, йотор­ға тырышып уйнай.
Иң яҡшыһы, балағыҙ һабынлы шарҙар һорай икән, ҡытайҙыҡын түгеп, урынына үҙегеҙ яһағыҙ. Йәки ANTARI HZL – 1 яҙыулы, йә токсик булмаған һабынлы флакондарҙы һайлағыҙ.
Йорт шарттарында һабын ҡыуығын яһау һис тә ауыр түгел, бының өсөн ҡул аҫтындағы шампунь йәки һауыт-һаба йыуыу өсөн шыйыҡса, ҡыуыҡтар ҡаты һәм оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн саҡ ҡына глицерин һалып бутау ҙа етә.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…