RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » нимәнелер ауыҙығыҙға ҡабыр алдынан ҡулығыҙҙы һабынлап йыуығыҙ»

28.06.2013 нимәнелер ауыҙығыҙға ҡабыр алдынан ҡулығыҙҙы һабынлап йыуығыҙ»

нимәнелер ауыҙығыҙға ҡабыр алдынан ҡулығыҙҙы һабынлап йыуығыҙ»Учалы районының Ҡотой ауылында тыуып үҫкән Фәғи­лә Ғаяз ҡыҙы ҠОТЛОҒУЖИНА һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ун биш йыл эшләй. Ул 2009 йылдан Өфө ҡалаһының 4-се ин­фекциялы сирҙәр дауаханаһының 8-се бүлеге менән етәкселек итә. Юғары категориялы табип йоғошло сирҙәр, йәйге осорҙа йыш осраған ауырыу­ҙар хаҡында һөйләне.

– Белеүемсә, йоғошло сирҙәргә миҙгеллек хас. Яҙғыһын һәм йәйен, һауа температураһы күтәрелеү менән, беҙҙең республикала ниндәй сирҙәр күпләп теркәлә башлай?
– Иң беренсе сиратта – сысҡан ауырыуы (геморрагик биҙгәк). Уның менән йышыраҡ 20 – 40 йәштәге әүҙем, эшкә яраҡлы ир-ат зарарлана. Сирҙең сығанағы – ҡыр сысҡаны. Уларҙың бүлендектәре аша тирә-яҡҡа вирус сығарыла. Кеше вирус булған һауа парҙарын, саңын һулағанда зарарлана. Сысҡандар бысратҡан һыуҙы эскәндә, аҙыҡты ашағанда ла сирләргә мөмкин. Тәндәге бәләкәс кенә йәрәхәттәр аша ла ауырыуҙы йоҡ­торор­ға мөмкин. Шуныһы – был сир кешенән кешегә йоҡмай. Ауырыуҙы ки­сергәндән һуң ошо вирусҡа иммунитет барлыҡҡа килә.
– Геморрагик биҙгәк республиканың ҡайһы ҡала-районында нығыраҡ таралған?
– Ул Өфө ҡалаһы һәм уға яҡын төбәктәрҙә йышыраҡ теркәлә. Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Кушнаренко, Нури­ман, Мишкә, Бөрө, Благо­ве­щен райондарында йыл һайын ауырыусылар була.
Сирҙең яҙ һәм йәй айҙарында күпләп теркәлеүе кешенең нәҡ ошо осорҙа тәбиғәттә булыуы ме­нән аңлатыла. Кемдер баҡса-яланда эшләһә, бәғзеләр ҡырға ял итергә, һунарға, балыҡҡа һ.б. сыға.
– Сирҙең билдәләре тура­һында һөйләһәгеҙ ине...
– Инкубацион осор 2 – 3 аҙна тирәһе була. Тән температураһы ҡапыл 38 – 40 градусҡа тиклем күтәрелә һәм 5 – 7 көн буйы юғары була. Баш ауырта, тән һыҙлай, хәл булмай. Кешенең тамағы кибә, күҙ алды томалана, танауынан ҡан китеүе ихтимал. Бер аҙнанан тән температураһы нормаға килә, әммә был, ауырыуҙың торошо яҡшырҙы, тигән һүҙ түгел. Сир өсөнсө стадияһына күсә: эс йәки бил тирәһендә көслө ауыртыуҙар, ҡоҫоу, эс китеү, бәүел күләменең ҡырҡа кәмеүе күҙәтелә. Был бөйөр эшмәкәрлеге боҙолоуы тура-һында һөйләй. Улар ҡабаттан эшләп китмәйенсә, кешенең хәле яҡшырмаясаҡ.
Геморрагик биҙгәк – киҫкен, ҡаты сир. Вирус ваҡ тамырҙарҙы зарарлай, һөҙөмтәлә ҡан әйләнеше боҙола, ҡан һауыуы күҙәтелә. Алдан әйтеүемсә, бөйөрҙәр ныҡ зыян күрә. Кеше бер нисә ай буйы һауыға. Беҙҙең дауаханала сирлеләр уртаса 18 көн күҙәтелә, ауыр хәлдәгеләре – 30 көнгә тиклем. Һауығып сыҡҡас та, бер йыл са­маһы йәшәү урыны буйынса поликлиникала иҫәптә торорға кәрәк. Геморрагик биҙгәк өҙлөгөүгә килтереүе менән хәүефле. Сирҙең тәүге ун көнөндә ағзаларға ҡан һауыу, бөйөрҙәр ярылыуы, баш мейеһенең, үпкәләрҙең елһенеү хәүефе бар.
– Был сирҙән нисек үҙеңде һаҡларға?
– Уға ҡаршы вакцина әле уйлап табылмаған. Әммә ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә, сир урап үтәсәк. Аҙыҡ-түлекте сысҡандар теймәҫлек урында һаҡлағыҙ. Яҙ көнө йәйге йорттарҙы, дачаны саңдан, сүп-сарҙан таҙартығыҙ. Быны эшләгәндә битлек, бирсәткә кейергә онотмағыҙ. Урамда ятҡан сүп-сар өйөмө, бүрәнә-таҡта, бесән сысҡандарҙы йәлеп итә.
Тәбиғәткә ял итергә сыҡҡанда асыҡ урынды һайларға кәрәк. Туҡтаған урын йылғанан, ҡыуаҡ­лыҡтарҙан арыраҡ булһын. Ауы-ҙығыҙға ризыҡ ҡабыр алдынан ҡулығыҙҙы йыуырға онотмағыҙ.
– Тәбиғәттә ял, тигәндән, талпандар ҙа кешеләрҙең ялын боҙоп ҡуя...
– Апрель – май һәм август – сентябрь айҙарында был бө­жәктәрҙең әүҙемләшкән осо­ро. Улар япраҡлы ҡуйы урмандарҙы, ҡыуаҡлыҡтарҙы ярата. Талпан кеше тәненә шундуҡ ҡаҙалмай, 4 – 5 сәғәт буйына тән буйлап шыуышып, үҙенә уңайлы урын эҙләй. Ул йышыраҡ баш, елкә, ҡултыҡ аҫты, сатыр тирәһенә йәбешә.
Рәсәйҙә йыл һайын 4 – 10 мең тирәһе талпан энцефалиты осрағы теркәлә. Башҡор­тостанда талпан энцефалиты вирусы һәм боррелиоз бактерияһы осрай.
Кеше талпан ҡаҙалғанда, йә уны тире өҫтөндә иҙгәндә зарарлана. Шулай уҡ вирусты ҡайнатылмаған кәзә йә һыйыр һөтө аша ла эләктерергә мөмкин.
Талпан энцефалитының инкубацион осоро – 7 – 14 көн. Уның билдәләре төрлөсә булыуы мөмкин. Күп осраҡта биҙгәк формаһында үтә. 2 – 3 көндән 8 – 10 көнгә тиклем тән температураһы юғары бу­ла. Баш мейеһе һәм уның ҡабыҡтары зарарланһа, көслө баш ауыртыуы, баш әйләнеүе, аң томаланыуы, галлюцинация, аяҡ-ҡул тартышыуы ихтимал.
Тәнгә йәбешкән талпанды бик һаҡ алырға кәрәк, мөмкинлек булһа, травмпунктҡа барыу хәйерле. Шунан уны ҡапҡасы ябыла торған һауытҡа һалып, лабораторияға тапшырырға кә­рәк (Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7, 102-се кабинет, телефондар: 237-58-40, 232-84-22). Талпанда энцефалит асыҡланһа, кешегә иммуноглобулин препараты бушлай эшләнә. Әгәр ҙә ниндәйҙер сәбәп менән бөжәкте тикшертеп булмаһа, кеше үҙенең ҡанын тикшертә ала (тәүҙә талпан тешләгәндән һуң 10 көн үткәс, унан 3 – 4 аҙнанан һуң).
Талпан энцефалиты тура­һында йыш һөйләнелһә лә, боррелиоз тип аталған сир йышыраҡ осрай. Ул да талпан тешләүенән барлыҡҡа килә. Инкубация осоро – 2 – 32 көн. Талпан ҡаҙалған урында тире түңәрәкләнеп ҡыҙарып сыға, тәүҙә ҡысыта, унан һыҙлай башлай. Артабан ул киңәйә, 20 – 30 сантиметрға тиклем йәйелә. Уның үҙәге яйлап уңала бара, ә ситтәре ҡып-ҡыҙыл булып ҡала. Дауаланмаған хәлдә, был таптың икенсе урынға күсә башлауы бар. Шул уҡ ваҡытта кешенең башы ауырта, температураһы юғары була, хәлһеҙлек күҙәтелә. 1 – 3 айҙан сирҙең икенсе осоро баш­лана: нервы, йөрәк-ҡан системалары зарарлана. Сир­ҙең өсөнсө осоро уртаса 10 процент осраҡта теркәлә. 6 – 24 айҙан һуң бы­уындар, тире, нервы системаһы ауырыуҙары барлыҡҡа килә.
– Талпан тыуҙырған сирҙәргә ҡаршы вакцинаны ҡасан эшләтергә кәрәк?
– Талпан энцефалитына ҡар­шы вакцинаны теләге булған һәр кем эшләтә ала. Ул өс тапҡыр һалы­ныр­ға тейеш, һуңғыһы талпандар әүҙемләшкән осорға 1 – 1,5 ай ҡалғас эшләнә. Ә бына боррелиоз бактерияһына ҡаршы әле­гә вакцина юҡ.
– Йәйгеһен халыҡты тағы ла ниндәр сирҙәр яфалай?
– Ашҡаҙан-эсәк юлдарының йоғошло сирҙәре йыл әйләнәһенә теркәлә, әммә иң күп өлөшө йәй айҙарына тура килә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәте буйынса, йыл һайын Ер шарында 1 миллиард кеше был сирҙе кисерә, шуларҙың 70 проценты – биш йәшкә тиклемге балалар.
Көҙ, ҡыш айҙарында эсәк инфекцияһын вирус барлыҡҡа килтергән булһа (ротавирус, норовирус, астровирус), яҙ-йәй айҙарында уны бактериялар тыуҙыра (сальмонеллез, дизентерия, эшерихиоз һ.б.).
Бындай ауырыуҙарҙың сығанағы – сирле кеше һәм хайуандар (бик һирәк осраҡта ҡоштар). Сәләмәт кешенең дә төрлө бактерия-вирустар бүлеп сы­ғарыуы ихтимал.
Ашҡаҙан-эсәк юлдарының йо­ғош­ло сирҙәре зарарланған көнкүреш әйберҙәре, аҙыҡ-түлек аша кешегә йоға. Ҡайһы бер ви­рус­тар һауа аша ла күсә.
Инфекцион агенттар аш­ҡаҙан-эсәк юлдарының лайлалы өлөшөн зарарлай. Шул арҡала ҡоҫоу, эс ки­теү, эс ауыртыуы, хәлһеҙлек, кинәт тән температураһы күтәрелеүе күҙәтелә. Кешегә һыу һәм микроэлементтар етешмәү сәбәпле, ҡан әйләнеше боҙола, был эске ағзалар­ҙың эшмәкәрлегенә кире йоғонто яһай. Организмда һыу дефициты бигерәк тә бәләкәй балалар өсөн хәүефле.
– Фәғилә Ғаяз ҡыҙы, аш­ҡаҙан-эсәк сирҙәренә дусар булмаҫ өсөн ябай, шул уҡ ваҡытта һәр кемдең хәленән килерлек кәңәштәр бирһәгеҙ ине.
– Бөгөн төрлө ашхана, кафе-ресторан, тәғәмханалар күбәйҙе. Унда туҡланыусылар һаны артҡан һайын эсәк инфекцияларына дусар булыусылар ҙа күбәйә. Йәмәғәт туҡланыуы урындарында аҙыҡ-түлектең сифатын, унда эшләүселәрҙең һаулығын, әл­бит­тә, тулыһынса контролдә тоторлоҡ түгел.
Магазинда ризыҡ һатып алғанда ҡулланыуға яраҡлы ваҡытын ҡа­рар­ға онотмағыҙ. Ит аҙыҡтарын әҙерләү, һаҡлау талаптарын теүәл үтәргә кәрәк. Емеш-еләк һатып ал­ғанда, йыумайынса, урында уҡ тәмләргә ашыҡмағыҙ. Күп емеш-еләкте беҙгә Урта Азиянан, ғәрәп илдәренән килтерәләр, ә унда ябай эсәк инфекциялары ғына түгел, хатта холера ла теркәлә.
Алтын ҡағиҙә – ауыҙға нимәнелер ҡабыр алдынан ҡулды һабынлап йыуығыҙ.
Балаларҙың туҡланыу рәүеше ололарҙыҡынан айырыла. Беҙ­ҙең дауаханаға шешлек, ыҫланған ит, балыҡ ашаған, газлы һыу, кеүәҫ эскән балалар эләгеп тора.
– Сит илдә сәйәхәт итеүселәргә ниндәй йоғошло сирҙәр янай?
– Хозур йәйге көндәрҙә сит илгә сығып ял итеүселәр һаны арта. Үкенескә күрә, улар ара­һында эсәк инфекцияһы менән сирләп китеүселәр ҙә осрай. Был хәл, бер яҡтан, аҙыҡ-түлектең сифатһыҙ булыуына бәйле, икенсенән, ашҡаҙаныбыҙға ғәҙәти булмаған ризыҡтың килешмәүе бар.
Африка һәм Көньяҡ Америка илдәрендә йышыраҡ һары биҙгәк осрай (ул – геморрагик биҙгәктең бер төрө). Был сир серәкәй тешләүенән башлана. Унан үлем осрағы 50 процентҡа тиклем етә. Уға ҡаршы Өфөлә вакцина эшләтергә мөмкин.
Денге киҙеүе лә серәкәй тешләгәндә йоға. Ул Африка, Көньяҡ Азия, Америка илдәрендә теркәлгән. Ҡырым геморрагик киҙе­үе – Ҡы­рым­да, Краснодар, Дон­дағы Рос­тов, Волгоград өлкәләрендә, Урта Азия, Африка, Көн­сығыш Европа илдәрендә йыш осрай. Талпан тешләүе аша йоҡҡан сирҙән үлем осрағы юға­ры. Уға ҡаршы вакцина табылмаған. Шулай уҡ Ласс, Марбург, Эбол киҙеүҙәре ҡомаҡ, маймыл аша кешегә йоғоп, ауыр сиргә дусар итә. Малярия тигән киҫкен ауырыу таралған. Йыл һайын донъяла унан 150 миллиондан ашыу кеше яфалана.
Һуңғы йылдарҙа Көнбайыш Нил киҙеүе тураһында йыш ишетергә тура килә. Был сир хатта Татар­­станда, Свердловск өлкә­һендә теркәлгән. Вирусты ҡоштар йөрөтә, ә кешегә серә­кәй­ҙәр аша күсә. Вирус нервы системаһын зарарлай.
Сит илгә юлланыусы, эш сәфәре булһынмы, туристик сәйәхәтме, үҙенә янаясаҡ хәүефтәр тураһында белергә, тейешле прививкалар эшләтергә тейеш. Ә урында мөмкин тиклем үҙеңде ҡурҡыныстар­ҙан араларға кәрәк.
– Фәғилә Ғаяз ҡыҙы, әңгәмә өсөн рәхмәт! Гәзит уҡыусылар фәһемле кәңәштәрегеҙгә, моғайын, ҡолаҡ һалыр.

Гүзәл БИКМӘТОВА
әңгәмәләште.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…