28.06.2013 ЙӘЙ ТӨҪӨН ҺАҠЛАЙЫҠ, ХУЖАБИКӘЛӘР!
Бөгөн махсус сығарылыш уңған әҙерләүселәргә арнала. Беҙ һеҙгә ябай һәм шул уҡ ваҡытта бик тәмле ҡайнатма, джем, һуттың рецептарын тәҡдим итәбеҙ. Рәхим итеп ҡулланығыҙ! Һалҡын ҡышта йәй тәмен тойоп, яратҡан гәзитегеҙҙе уҡып, рәхәтләнеп сәйләп ултырығыҙ!
Ҡайнатма. Крыжовник менән ҡурай еләгенән
700 г крыжовник, 300 г ҡурай еләге, 1,3 кг шәкәр, 1,5 стакан һыу.
Еләктәрҙе йыуып, таҫтамалға һалып киптерергә, ит турағыс аша үткәрергә йәки блендер менән иҙергә. Иҙмәне ҙур кәстрүлгә һалырға ла, шәкәр өҫтәп, бутарға.
Утҡа ҡуйып, туҡтауһыҙ бутап тороп, 15 – 20 минут ҡайнатырға. Күбеген алып торорға кәрәк. Әҙер ҡайнатма бәләкәй банкаларҙа һаҡлана.
Абрикостан
Абрикостарҙы йыуып, киптереп бер нисә урындан тишергә. Тишеү өсөн энә түгел, нәҙек кенә ағас таяҡсалар ҡулланыла. Сироп ҡайнатыла һәм емеш өҫтөнә ҡойоп, бер тәүлек тоталар. Бынан һуң сиропты айырып алып, ҡайтанан ҡайнатырға ла, тағы ла абрикостар өҫтөнә ҡойоп, бер тәүлек тоторға. Өсөнсө көнгә абрикостарҙы утҡа ҡуйырға һәм емештәр үтә күренмәлегә әйләнгәнсе ҡайнатырға.
Еләк – ҡайнатмалар батшаһы
Нимә генә тиһәң дә, беҙҙең хужабикәләр әҙерләгән төп ҡайнатма – ер еләгенән. Уны ҡайнатмаларҙың батшаһы тип тә атап булыр ине. Тик ҡайсаҡ был ҡайнатма ла банкаларҙа боҙолоп ултыра һәм тәжрибәле хужабикәләрҙе лә аптырауға ҡалдыра. Шуға ла бөгөн ер еләге ҡайнатмаһының “алтын ҡағиҙәләр”ен тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрөп алайыҡ.
Ер еләген баҙарҙан һатып алырға тура килһә, уны тиҙ арала ҡайнатма итеп әҙерләй башларға кәрәк – һатылыр алдынан уның күпме торғанлығын һатыусылар бер ваҡытта ла әйтмәйәсәк.
1 кг еләккә 1,2 кг самаһы шәкәр алына. Шәкәрҙе йәлләмәгеҙ, уның самаһы шундай. Ҡайнатма өсөн бер ҙурлыҡтағы, өлгөргән, боҙолмаған, ҡараймаған еләктәр генә алына. Өлгөрөп етмәгән еләктәр яҡшы һаҡланһа ла, тәмле түгел, артыҡ өлгөргәндәре иҙелеп бөтә. Ҡайнатма әҙерләү өсөн эмаль һәм ҡалын төплө һауыттан да шәберәге юҡ.
Еләктәрҙе йылымыс түгел, ныҡ һалҡын һыуҙа сайҡаталар. Уның һыуы ағып бөткәндән һуң шәкәрҙең яртыһын ҡушып, һалҡынса урынға 5 – 6 сәғәткә ҡуйып торорға кәрәк. Еләктәрҙән ағып сыҡҡан һутты алып, ҡалған шәкәрҙе ҡушып, сироп әҙерләйҙәр. Сироп ҡайнап сыҡҡандан һуң бер нисә минут утта тотола. Уны еләк өҫтөнә ҡойоп, тағы ла ярты көнгә ҡуйып торалар. Бынан һуң ҡайнатма утҡа ҡуйыла һәм талғын ғына итеп 5 – 7 минут ҡайнатыла. Әлеге массаны тағы ла 4 сәғәт самаһы тотоп торорға кәрәк, был сироп еләккә ныҡлап һеңһен өсөн эшләнә.
Иң һуңынан еләктәр 15 – 20 минут самаһы ҡайнатыла һәм банкаларға һалына. Эҫе килеш һалырға ла мөмкин.
Ҡыҙыл көртмәленән
1 кг ҡыҙыл көртмәле, 600 г шәкәр, саҡ ҡына дәрсен (корица), бер-ике бөртөк ҡәнәфер.
Ҡыҙыл көртмәлене таҙартып йыуырға һәм 3 – 4 минутҡа ҡайнар һыуға һалырға һәм һөҙөп алырға. Ярты стакан һыу менән шәкәрҙе ҡушып, сироп әҙерләргә. Сироп ҡайнай башлағас, уға көртмәлене һалалар һәм бутай-бутай 15 – 20 минут ҡайнаталар. Ҡайнатма әҙер булыр алдынан уға дәрсен менән ҡәнәфер ҡушалар. Был аҙыҡҡа нәзәкәтле тәм биреп торасаҡ.
Ҡайнатманы банкаларға эҫе килеш һалып, һыуынғанға тиклем ҡалын сепрәктәр менән ҡаплап торалар. Ҡайнатма һалҡынса урында һаҡлана.
Армыттан (груша)
4 стакан армыт иҙмәһе, 5 стакан шәкәр, 2 ҡалаҡ лимон һуты, 2 ҡалаҡ пектин.
Армыт иҙмәһен ябай ысул менән – йыуылған, йомшара башлаған емештәрҙе блендер менән иҙеп әҙерләйҙәр. Бынан һуң был массаға лимон һуты менән пектин ҡушыла һәм ҡайнау хәленә еткерелә. Шәкәр ҡушҡас, туҡтауһыҙ бутап тороп, талғын ғына утта 20 минут ҡайнатырға кәрәк.
Ҡайнатма артыҡ ныҡ күбекләнһә, уны әҙерләгән ваҡытта бәләкәй генә киҫәк аҡ май һалырға мөмкин.
Персиктан
1 кг персик, 1 кг шәкәр, бер семтем ванилин, бер лимондың һуты.
Персиктың әллә ни өлгөрмәгәндәрен алыу яҡшыраҡ, уларҙы ҡырҡыуы ла уңайлыраҡ, ҡайнаған саҡта иҙелеп тә бөтмәйәсәк. Иғтибар итегеҙ – персикты баҙарҙан килонан артығыраҡ алырға кәрәк, сөнки уны таҙартҡанда күп кенә өлөшө сүпкә сығасаҡ.
Персикты 16 өлөшкә бүлеп, кәстрүлгә һалырға ла, өҫтөнә шәкәр һалып, төнгөлөккә ҡуйып торорға. Был ваҡытта шәкәр ирей башлап, емештең һуты сығасаҡ. Ярты көн самаһы үткәс, персик үҙенең һутында йөҙөп йөрөй башлай. Ошо ваҡытта кәстрүлде утҡа ҡуйып, ванилин менән лимон һутын өҫтәп ҡайнатырға кәрәк. Ҡайнатманы талғын утта 40 минут самаһы әҙерләйҙәр.
Персик ҡайнатмаһын банкаларға эҫе килеш һалырға һәм һалҡынса урынға ҡуйырға.
Һары сейәнән (черешня)
1 кг шәкәр, 350 мл һыу, 1 кг шәкәр, лимон, саҡ ҡына ванилин, 300 г әстерхан сәтләүеге.
Сейәнең тосын алырға. Сәтләүекте ваҡларға ла һәр сейәнең эсенә һалырға. һыу менән шәкәрҙе ҡушып, ҡайнау хәленә еткерергә, бутап торорға. Сиропты сейәне тулыһынса ҡапларлыҡ итеп ҡойоп, өс сәғәт көтөргә.
Бынан һуң ҡайнатма талғын утта 20 минут самаһы ҡайнатыла. Ул әҙер булыр алдынан ванилин өҫтәргә кәрәк. әҙер булғас, ҡайнар килеш банкаларға һалып һаҡларға.
Ревендән
1 кг ревень, 1 кг шәкәр.
Ревенде йыуып, таҙартып, шаҡмаҡлап ҡырҡырға, тышын алмаҫҡа. Шаҡмаҡтарҙы кәстрүлгә һалып, шәкәр ҡушып, бер тәүлеккә ҡуйып торорға. Бынан һуң бутарға ла, талғын утта 15 минут самаһы ҡайнатырға.
Ҡайнатма банкаларға тик һалҡын көйө генә һалына. Полиэтилен ҡапҡастар менән ябып, һалҡынса урында һаҡларға.
Ҡара ҡарағаттан
7 стакан һыуҙы ҡайнау хәленә еткерергә һәм уға 1,5 кг ҡара ҡарағат һалып ҡайнатырға.
Ҡайнаған саҡта уны бер нисә тапҡыр бутарға кәрәк.
Бынан һуң еләккә 2 кг шәкәр ҡушып, иң оҙағы 15 минут ҡайнатырға. һауыттың уртаһындағы ингредиенттар ҡайнап сығырға тейеш.
Ҡайнатмала шәкәр аҙ кеүек күренһә лә, һалҡынса урында һаҡланһа, әсемәйәсәк.
Күгән (терн) менән ҡара миләштән
компот
Өс литрлы банкаларҙы емештәр менән яртылаш тултырырға. Уларға ҡайнар һыу өҫтәп, 5 – 10 минут тоторға кәрәк. Бынан һуң һутты ҡойоп алып, шәкәр ҡушып, сироп әҙерләргә. Ул 2 – 3 минут ҡайнатыла. Әҙер булғас, банкаларға ҡойола.
Күгән менән ҡара миләш бер үк миҡдарҙа алына.
Һырғанаҡтан
(облепиха) сироп
Һырғанаҡ – витаминдар һәм башҡа файҙалы матдәләр һандығы. Шуға ла унан төрлө аҙыҡ-түлек әҙерләүҙең файҙаһы бик күп.
Һалҡын ысул: һырғанаҡтың һутын һығып алырға һәм шәкәр ҡушырға. 1 литр һутҡа 1 кг шәкәр кәрәк. Килеп сыҡҡан эсемлекте йылы урында 5 – 6 сәғәт тоталар. Уны ваҡыты-ваҡыты менән бутап торорға кәрәк. Сиропта шәкәр тулыһынса иреп бөтмәй, ләкин был проблема түгел – сәйгә ҡушып эселә бит.
Сиропты банкаларға ҡойоп, полиэтилен ҡапҡастар менән ябырға. Уны һыуытҡыстың аҫҡы кәштәһендә һаҡлайҙар. Һаҡлаған ваҡытта сироп ҡатлана башлай – шәкәр аҫҡа төшә, һырғанаҡтың майы өҫкә ҡалҡып сыға. Уртала үтә күренмәле сироп ҡала. Һәр ҡаттың үҙ тәме, үҙ файҙаһы, бутап ашарға ла мөмкин.
Һырғанаҡтың майы аҙыҡ итеп кенә түгел, янған һәм елһенгән урындарҙы дауалау өсөн дә ҡулланыла.
Джем
Сливанан
1 кг джем, 600 г шәкәр.
Әгәр слива әскелтем булһа, шәкәрҙе күберәк ҡушырға мөмкин – барыһы ла һеҙҙең зауыҡҡа бәйләнгән. Джем бик ҡуйы килеп сыға һәм бәлеш бешергәндә дә ҡулланырға ярай.
Сливаны йыуырға һәм һәр береһенең ситен бысаҡ менән ҡырҡырға. Тосын алғандан һуң блендер менән иҙмә эшләргә һәм шәкәр ҡушып, кәстрүлгә һалырға. Ошо масса талғын утта 40 минут самаһы ҡайнатыла, джем ҡуйырырға тейеш. Әҙерләгән ваҡытта сыҡҡан күбекте йыйып торорға.
Әҙер джемдың төҫө бик матур була. Уны банкаларға эҫе килеш һалалар һәм стерилләйҙәр.
Ҡурай еләгенән
1 кг ҡурай еләге, 1 лимон, 1 кг шәкәр, бер ҡап пектин.
Таҙартылған еләкте ҙур кәстрүлгә һалырға, лимонды ҡайнар һыуға тығып алып, киптереп, һутын һығырға. Лимондың һутын да, ҡырылған ҡабығын да еләккә ҡушырға, шәкәр менән пектин өҫтәргә. Яҡшылап бутарға.
Массаны талғын утта туҡтауһыҙ бутай-бутай, 3 – 4 минут ҡайнатырға, күбеген алырға. Ошонан һуң тиҙ генә уттан алып, стерилләнгән банкаларға һалырға, стерилләнгән ҡапҡастар менән ҡапларға. Мотлаҡ һыуытҡыста һаҡларға кәрәкмәй.
Алманан
5 алма, 100 г шәкәр, 2 ҡалаҡ крахмал, 20 г желатин.
100 мл һыуҙа желатинды иретергә. Алманың тышын әрсергә, тосын алырға һәм эре ҡырғыс аша үткәрергә. Ҡырылған алманы кәстрүлгә һалырға, уның төбө көймәй торған булһа, бигерәк яҡшы. Бынан һуң алма өҫтөнә шәкәр һалып, ҡайнау хәленә еткерергә лә, алманы 40 минут самаһы талғын утта быҡтырырға. Ошо массаға һыуҙа ебетелгән крахмал ҡушып, ҡайнатырға. Эҫе иҙмәне блендер менән тағы ла иҙергә. Иләк аша ла үткәрергә мөмкин.
Желатинды микротулҡынлы мейескә ҡуйып, тулыһынса иретергә лә, алма иҙмәһенә ҡушып, бутарға. Хәҙер массаны берәй формаға һалып, һыуытҡыста тоторға кәрәк. Уның өҫтө ҡурғаш ҡағыҙ менән ҡаплана. Өҫтәлгә ҡара емеш, сәтләүектәр менән бирергә була.