RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Күңел тыныслығы – иң мөһиме

26.04.2013 Күңел тыныслығы – иң мөһиме

Бөтә ауырыуҙар – нервынан, тиҙәр. Быға берәү ҙә шикләнмәй. Әммә бөгөнгө тормош кешегә күп стресс, проблема, ығы-зығы килтерә. Улар йыйыла барып, кешене эстән кимерә, һөҙөмтәлә ул ҡаты ауырыу­ҙарға дусар була. Шуға күңел торошона ваҡытында иғтибар биреү мотлаҡ. Юҡ-барға көйәләнһәгеҙ, үҙ-үҙегеҙҙе ҡулға ала алмаһағыҙ, түбәндәге ысулдар­ҙы ҡулланығыҙ.

Ике-өс картуфты яҡшылап йыуығыҙ, ҡабығын әрсемәй генә бешерегеҙ. Шунан картуф бешкән һыуҙы һыуытығыҙ. Көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан ярты стаканлап эсегеҙ. Был сара гипертониктарға ла килешә, йөрәккә лә яҡшы йоғонто яһай.

Йоҡоһоҙлоҡ, ҡурҡыу хисе булғанда тынысландырыусы сәйҙәр яҡшы ярҙам итә. Мәҫәлән, бер семтем кипкән боланут үләнен бер стакан ҡайнар һыуҙа ун биш минут төнәтергә, шунан бер балғалаҡ бал ҡушырға ла бәләкәй генә йотомдар менән эсергә.

Тағы ла бер рецепт бар – төнгөлөккә термоста тигеҙ миҡдарҙа ҡарағат япрағы, бесәй ҡойроғо үләне һәм гөлйемеш емешен төнәтергә. Бындай сәйҙе балаларға ла эсерергә мөмкин.

Хужабикәләргә яҡшы таныш булған лавр япрағы аш тәмләткесе генә түгел, тынысландырыусы ла. Ул көслө антидепрессант булараҡ билдәле. Йоҡо бүлмәһенә, баш өҫтөнә лавр ботағын элеп ҡуйығыҙ. Уның хуш еҫе тәрән йоҡоға талдырыр.

Әгәр ҙә бер сәбәпһеҙгә ҡурҡыу, борсолоу хисе солғап алһа, тын алыу гим­нас­тикаһы яҡшы яр­ҙам итә. Иң алда тәҙрәне асығыҙ, шунан иҙәнгә төрөксә ултырығыҙ. Күҙегеҙҙе йомоғоҙ. Танауығыҙҙың һул тишеген ҡаплағыҙ ҙа, тәрән итеп тын алығыҙ (эсегеҙгә һауа тулғанын тойоғоҙ). Эстән генә һигеҙгә тиклем һанағыҙ. Шунан уң танау тишеген ҡаплағыҙ ҙа, һул танау тишегенән һауаны сығарығыҙ. Ә хәҙер һул танау тишегенән тын алығыҙ, тағы ла һигеҙгә тиклем һанағыҙ һәм, һул танау тишеген ҡаплап, уң яғынан сығарығыҙ. Танау тишектәрен алмаш-тилмәш ҡаплап, күнегеүҙе 8 – 10 тапҡыр ҡабатларға.

Невроздан яфаланғандарға күберәк емеш-еләк, йәшелсә ашарға кәрәк. Майлы, әсе, тоҙло ризыҡтан, консерванттарҙан, һимеҙ иттән баш тартығыҙ. Көндәлек режимды үтәргә, тик яҡшы нәмәләр тураһында уйларға, саф һауала күберәк йөрөргә кәңәш ителә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…