RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Психиатрға күренеүҙән ҡурҡмағыҙ

26.04.2013 Психиатрға күренеүҙән ҡурҡмағыҙ

Психиатрға күренеүҙән ҡурҡмағыҙ Депрессия һүҙен ятлап ал­ғанбыҙ ҙа, кәйеф-сафа ҡороу­ҙан тыш, бөтә хәлде шул термин менән атарға күнеккәнбеҙ. Ғөмүмән, нимә ул депрес­сия? Ул һаулыҡта ниндәй эҙ ҡалдыра? Меди­цина-социаль экспертизаның 13-сө бюроһы етәксеһе, психиатр Әлфиә НУРУЛЛИНА менән кешенең психик хәле, инвалидлыҡ алыу һәм башҡа һорау­ҙар хаҡында һөйләштек.
– Депрессия – ул бик ауыр психик сир. Интеллект шул килеш ҡала, әммә кешенең эске донъяһы үҙгәрә. Ул рәхәтләнеп көлә-шатлана ал­май, йәшәү ҡыҙығын юғалта, эшендә һәм өйөндә төрлө проблемалар башлана. Йоҡо һәм аппетит боҙолоуы, йән һыҙлауы, күкрәк тирәһендә ауыртыуҙар депрессия тура­һында һөйләй. Әгәр ҙә кеше ваҡытында был хәлдән сығарылмаһа, уның үҙ-үҙенә ҡул һалыуы ла ихтимал.
Шундай статистика бар: депрессия ир-егеттәрҙә – 12, ҡатын-ҡыҙҙарҙа – 25, ә йәштәр араһында 35 – 40 процент йышлығы менән була.

– Ә кемдәр депрессияға тиҙерәк бирешә? Ижад кешеләре, эшселәр, әллә хәрбиҙәрме?
– Баш менән эшләүселәр араһында ул йышыраҡ осрай.

– ... сөнки баш мәғлүмәт менән тула?
– Тормош иҫ киткес ҙур темп менән алға елә, көн һайын мейебеҙгә күп яңылыҡты эш­кәртергә тура килә. Тормош көндән-көн ҡатмарлаша, күпкә өлгөрөргә, күпте башҡарырға тейешбеҙ, әммә ваҡытыбыҙ етмәй. Һөҙөмтәлә кеше тиҙ арый, хәүефләнә, юҡ-барға шомлана башлай. Ә шом – ул депрессияның бер туған апаһы.

– Депрессия үҙе үтәме?
– Юҡ, дауалауһыҙ үтмәй. Стресс арҡаһында барлыҡҡа килгәне еңелерәк дауалана, ике ай тирәһендә кеше тулыһынса һауыға. Ә бына үҫмерҙәрҙә бер нисә йылға һуҙылыуы ихтимал.
Әгәр ҙә кешенең берәй ере ауыртһа, ул табипҡа бара һәм дауалау курсы үтә. Ә бына ниңәлер “психолог”, “психиатр” һүҙҙәренән ҡурҡалар. Үкенескә күрә, ҡайһы берәүҙәр хатта етди психик ауырыуы булған ғаилә ағза­һын, балаһын табиптан табип­ҡа йөрөтөр урынға, киреһенсә, йәшерә, халыҡ һүҙенән ҡурҡа. Һөҙөмтәлә сирленең хәле йылдан-йыл насарая. Гәзит уҡыусылар аңлаһын ине, психолог һәм психиатр дошман түгел. Ваҡытында күрһәтелгән медицина ярҙамы пациенттың хәлен күпкә яҡшырта, тулыһынса һауығыусылар ҙа бар.

– Психиатрға барыуы нисектер ҡурҡыныс бит...
– Әгәр ҙә һин психиатрға барһаң, тимәк, тилергәнһең, аҡылдан яҙғанһың, тигән уйҙырма йәшәй. Юҡ! Психи­атр төрлө патологиялар өҫтөндә эшләй, шул иҫәптән невротик хәл менән дә.
1992 йылда Рәсәйҙә ҡабул ителгән психиатрия тураһындағы закон донъялағы иң йомшаҡ ҡанундыр, моғайын.
Психиатрға барыу бер ниндәй ҙә ғәҙәттән тыш хәл тыуҙырмай, күптән инде ауырыуҙарҙың бөтәһе лә иҫәпкә ҡуйылмай. Хәҙер психик ауырыуҙарҙы көсләп дауаламай­ҙар. Психиатрик дауалау өсөн пациенттың яҙма рәүештә ризалығы кәрәк (бәлиғ булмаған булһа, ата-әсәһенең, йә булмаһа, за­кон­лы вәкиленең).

– Медицина-социаль экспертизаның 13-сө бюроһы нимә менән шөғөлләнә?
– Беҙ психик сирлеләргә инвалидлыҡ тәғәйенләү, реабилитация программаһын тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнәбеҙ. Инвалидлыҡ алыу өсөн иң алда үҙ төбәгеңдәге медицина учреждениеһына мө­рәжәғәт итергә кәрәк. Ҡайһылар, тиҫтә йылдар сирләһә лә, бер ҡайҙа ла күҙәтелмәй, ә үҙе туп-тура бында килә. Уларҙы ҡабул итмәйбеҙ, беҙ район-ҡала психиатры әҙерләгән документтар бу­йынса ғына эшләйбеҙ, ул сирлегә йүнәлтмә бирергә тейеш.
Кеше, инвалидлыҡ алғас, реабилитациялау программаһында ҡатнаша. Мәҫәлән, өсөнсө төркөм инвалидын эшкә алһындар өсөн Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә рекомендация бирәбеҙ. Бе­ренсе төркөм инвалидтарҙың ҡайһы берҙәре коляска, подгузник, махсус матрацҡа мохтаж. Ошо категорияны дәүләт бушлай тәьмин итә.
Мин бында 11 йыл эшләйем. Ошо ваҡыт эсендә ниндәй үҙгәрештәр булды һуң? Дәүләт йылдан-йыл инвалидтар проблемаһына күберәк иғтибар бирә. Беренсенән, реабилитация программаһы конкретлаша һәм халыҡҡа яҡыная. Социаль хеҙмәттәр, йәмәғәт ойошмалары булдырыла, эш сифаты яҡшыра. Элегерәк инвалидтарҙың проблемаһы ситтә ҡала ине, ә бөгөн күп сара күрелә, яңынан-яңы уңайлыҡтар булдырыла. Был, әлбиттә, һөйөнөслө. Тиҙҙән беҙҙә күрһәтелгән хеҙмәт Көнбайыштағынан кәм булмаҫ, тип өмөтләнәбеҙ.

– Үҙ аллы йөрөй алмаған, яңғыҙ ҡалған оло йәштәге сирлегә һеҙгә нисек эләгергә?
– Ғәҙәттә, ундайҙар янына махсус бригада сыға, сирленең хәле менән таныша. Бындай бригадалар һәр дауалау учреждениеһында бар. Табиптар уның амбулатор картаһына яҙмалар индерә, беҙгә шул картаны килтерергә кәрәк. Шунан уға инвалидлыҡ тәғәйенләнә һәм, кәрәк икән, коляска, подгузник, махсус матрац (оҙаҡ ятыуҙан тәне боҙолмаһын өсөн) бирелә.
Әгәр ҙә сирлене ҡарарға кеше булмаһа, уны психиатрия дауаханаһына һалалар һәм ул тулыһынса тикшереү үтә. Ә инде кәрәк тип табылһа, артабан уны психоневрология интернатына урынлаштыра алалар. Әйткәндәй, унда тәрбиәләү шарттары йылдан-йыл яҡшыра. Бөтә ерҙә таҙа, яҡты, туҡланыу һәйбәт.
Мейе бик серле ағза, ул һаман да өйрәнеп бөтөлмәгән. Кеше олоғайған һайын мейе күҙәнәктәре элекке функцияларын юғалта. Оло кеше тәүҙә хәтерһеҙлектән йонсой, яңылыша башлай, һуңынан хатта үҙен тәрбиәләй алмай. Шул саҡта уны терапевҡа күрһәтәләр, ул төрлө витамин-дарыу­ҙар эсә, әммә хәле яҡшырмай. Ваҡыт сарыф иткәнсе уны психиатрға алып барырға кәрәк. Ул беҙгә йүнәлтмә бирәсәк. Шул саҡта элементар реабилитация әйберҙәрен бушлай алырға мөмкин.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…