05.04.2013 Тәмәкеме, әллә сәләмәтлекме?
Бер грамм никотин атты үлтерә тиһәк тә, был тәмәке тартыусыларҙы бер ҙә ҡурҡытмай. Донъя медиктары үҙҙәренең символик календарында: “Тәмәке тартыумы, әллә сәләмәтлекме – теләгәнегеҙҙе һайлағыҙ”, – тигәйне. Олоһо-йәше һәр ҡайҙа − өйҙә лә, эштә лә, урамда ла көйрәтә. Бөтәһе лә уның зыяны хаҡында белә, әммә зарарлы ғәҙәттән арынырға теләмәй, йә көстәре етмәй. Әлбиттә, тәмәкенән үлгән атты күргәнебеҙ юҡ, әммә уның зыянын күптәр үҙ һаулығында татыйҙыр. Медиктар күптән шундай ҡурҡыныс хәҡиҡәтте әйтеп килә: үпкә яман шешенең 90 процентында никотин ғәйепле. Көндәлек “рацион” – бер ҡап тәмәке был сир хәүефен 15 тапҡырға арттыра.
Эйе, әлегә тартыу – ирекле һәм ул һәр кемдең шәхси эше. Бөгөнгә тиклем бер кемгә ҡарата ла мәжбүри сара күрелгәне юҡ. Закондар етерлек, әммә уларҙың үтәлешен берәү ҙә күҙәтмәй.
Медицина академигы Углов бер мәҡәләһендә тәмәке етештереүҙең ҡайһы бер серен асҡайны инде. Баҡтиһәң, уға тәм индереү өсөн дефицит һаналған сеймалды бер ҙә йәлләмәйҙәр икән! Ул яран гөлө майы, ул мускат сәтләүеге төнәтмәһе, лимон эссенцияһы, ванилин, хатта Перу бальзамы... ҡайһы берҙәренә ышанғы ла килмәй. Мәҫәлән, бер тонна сигарет етештереү өсөн бер центнерға яҡын ром эссенцияһы, тағы ла 1,5 центнер бал ҡулланалар.
ҡайһы бер ғалимдар тәмәке тартыуҙы, быуат сире, ти һәм уны башҡа ҡурҡыныс ауырыуҙар менән бер рәткә ҡуйырға тәҡдим итә. Сәләмәтлеккә зыян килтереүсе күренештәргә иғтибар бирәйек һәм уларҙан ары торайыҡ. Һау булайыҡ, дуҫтар!
Тәмәкенән ҡотолорға теләйһегеҙме? Әгәр ҙә һеҙгә табип һәм психолог ярҙамы кәрәкһә, “Сәләмәт Рәсәй” программаһы буйынса ойошторолған “ҡыҙыу бәйләнеш”кә шылтыратығыҙ. Номеры – 8-800-200-0-200 (Рәсәй буйынса бушлай). Санкт-Петербург фәнни-тикшеренеү институтының телефон аша консультациялау үҙәге белгестәре тартыуҙы ташлау ысулдарын өйрәтер.
Нурулла МИҺРАНОВ,
Белорет районы һәм ҡалаһының почетлы ветераны, ветеран
уҡытыусы.