05.04.2013 Бешкән йәшелсә күпкә файҙалы
Яҙға табан йәшелсә-емештең күбеһе файҙалы элементтарын юғалта. Ә уны бешерһәң, бөтөнләй бер витамины ла ҡалмай кеүек. Шулай ҙа ҡайһы бер йәшелсә эшкәртелгән килеш күпкә файҙалы. Мәҫәлән, тоҙланған кәбеҫтә. Эшкәртелмәгәне менән сағыштырғанда, унда С витамины өс тапҡырға күберәк, ә тоҙлау барышында барлыҡҡа килгән һөт кислотаһы аҡһым үҙләштерелеүгә ыңғай йоғонто яһай. Цитрус емештәрҙе – лимон, әфлисунды С витаминына бик бай тибеҙ. Ә бына кәбеҫтәлә был витамин тағы ла күберәк. Тоҙло кәбеҫтә ҡатын-ҡыҙ һаулығына яҡшы йоғонто яһай, ундағы витаминдар һәм минераль матдәләр гормональ фонды яҡшыртыуға булышлыҡ итә, һөт биҙҙәрен насар үҙгәрештәрҙән һаҡлай. Гастрит һәм ашҡаҙандың сей яраһынан яфаланыусыларға кәбеҫтәне сей килеш ашарға ярамай.
Помидорҙа ликопин тигән көслө антиоксидант бар, бешерһәң, уны организм яҡшыраҡ ҡабул итә. Шуға күрә хатта сей помидорға тоҙ һибеп ашарға кәңәш ителә – файҙалы матдәләр шулай яҡшыраҡ үҙләштереләсәк.
Бешкән кишерҙә, сейенә ҡарағанда, антиоксиданттар өс тапҡырға күберәк. Бета-каротинды ла организм бешкәненән яҡшыраҡ ҡабул итә. Кишерҙең файҙалы матдәләре яңы күҙәнәктәр барлыҡҡа килтерә, шулай уҡ ҡартлыҡты “кисектерә”.
Сей сөгөлдөрҙә биологик әүҙем матдәләр бик күп, әммә уны организм насар үҙләштерә. Был йәшелсә шуныһы менән уникаль – термик эшкәртеү үтһә лә, витаминдары юғалмай. Сөгөлдөр йодҡа бай.
Һарымһаҡты термик эшкәрткәс, ундағы С витамины кәмей, әммә аллицин кимәле арта. Был матдә тромб һәм холестерин төйөрҙәре барлыҡҡа килеүгә ҡамасаулай.
100 грамм татлы бороста 300 мг С витамины бар, ул шулай уҡ Р, В төркөмө витаминдарына һәм каротиноидҡа (бигерәк тә ҡыҙылы) бай. Татлы борос ҡан баҫымын көйләй, холестерин кимәлен кәметә. Әммә бешкән бороста файҙалы элементтар ныҡ кәмей.