RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ах-ух, арҡам, билем...

05.04.2013 Ах-ух, арҡам, билем...

Ах-ух, арҡам, билем...
Гәзит битендә остеохондроз тураһында материалдар күрге килә. Халыҡ дауаһы тураһында мәғлүмәт тә бик файҙалы булыр ине.
Сәләм менән, Күгәрсен районының
Бикбулат ауылынан Рафаэль абзыйығыҙ.

Остеохондроздан яфаланыусыларға кәңәштәр

Остеохондроз киң таралған сир һанала. Статистикаға ярашлы, унан ололарҙың 70 проценты яфалана. Ир-егеттәр уға ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда тиҙерәк бирешә. 20 йәште үткәс, һәр кемдә был сирҙең теге йә был билдәһе күренә, ул хатта ун йәшлек балала ла осрай. Остеохондроз, арҡа-бил тирәһендәге ауыртыуҙарҙан тыш, эске ағзаларҙа сир тыуҙыра. Унан бөтөнләй дауаланмаһаң, үҙеңде һаҡламаһаң, хирург бысағы аҫтына эләгеүең ихтимал. Түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ.
1. Йомшаҡ түшәктән баш тартығыҙ. ҡаты урында арҡағыҙға йә эсегеҙгә ятып йоҡларға күнегегеҙ.
2. Иртәнсәк 10 − 15 минут самаһы гимнастика эшләгеҙ. Һәр хәрәкәтте яйлап, тәмләп башҡарығыҙ. Йүгереү, ҡапыл һикереү умыртҡа бағанаһындағы дискыға көс төшөрә, шуға һағыраҡ булығыҙ.
3. Көн дауамында 1,5 сәғәт һайын 5 – 6 минутлыҡ ял эшләп алығыҙ. Ултырған урынығыҙҙан тороғоҙ, кирелеп-һуҙылығыҙ. Умыртҡа бағанаһының муйын, күкрәк, бил тирәһен хәрәкәтләндергән комплекслы күнекмә башҡа­рыр­ға мөмкин. Оҙаҡ ваҡыт баҫып торорға тура килһә, 7 – 10 минут һайын торошоғоҙҙо алмаштырығыҙ.
4. Йөҙөү яҡшы ярҙам итә. Һыуға төшөр алдынан тәнегеҙҙе ҡыҙҙырып алығыҙ. Күберәк арҡағыҙға ятып йөҙөргә тырышығыҙ. Был тәү сиратта умырт­ҡа-ара дискыларға төшкән көсөргәнеште кәметә. Шул уҡ ваҡытта бөтә мускулдар яҙыла, тән еңеләйеп ҡала.
5. Өшөргә, елдә ултырырға ярамай. Бер ҡасан да һыулан­ған аяҡ кейемендә йөрөмәгеҙ. Ямғырға эләкһәгеҙ, кейемегеҙҙе ҡороһона алмаштыра һалығыҙ. Мөмкинлек булһа, мунса (ванна, душ) инегеҙ.
6. Тәмәке тартыу, үтә ҙур тән ауырлығы, һәр ваҡыт көйәләнеү, дөрөҫ туҡланмау, инфекциялы сирҙәр остеохондроз ғына түгел, башҡа ауырыуҙы ла тыуҙыра.
7. Сирҙең киҫкен ваҡытында күнекмәләр эшләү, халыҡ дауа­һын ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.
8. Ауыр әйберҙәр, штанга, гантель, гер күтәрергә, һыбай йөрөргә, тимераяҡта шыуырға, аэробика менән шөғөлләнергә ярамай.
9. Ултырғанда арҡағыҙҙы тура тотоғоҙ. Бер аяҡты икенсеһенә һалыу ғәҙәтенән арынығыҙ, юғиһә умыртҡа бағанаһына ҙур көс төшә.
10. Туҡланыу ҙа ҙур роль уйнай. Көнөнә алты тапҡыр бә­ләкәй порциялар менән ашар­ға кәрәк. Виноград, борсаҡ, фасоль, йәшел салат, ҡуҙғалаҡ ашамаҫҡа тырышығыҙ, рационығыҙҙан тоҙло-боросло ризыҡты алып ташлағыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…