02.04.2013 ҡан төркөмө мөхәббәтте билдәләй?!
Францияла сыҡҡан «ҡан төркөмөнөң серҙәре» китабының авторы Жан-Луи Дегандензи һеҙҙең һәм һөйгәнегеҙҙең мөхәббәттә кем булыуын билдәләргә ярҙам итәсәк.
I төркөм ҡан – иң киң таралғаны, 45 процент.
Ир-егет. Күңел аҙҙырыу тигәндә, һеҙ ғәжәйеп талант эйәһе. ҡатын-ҡыҙ һеҙҙе көтөргә мәжбүр итә икән, һеҙ быны үлеп яратаһығыҙ. Шулай ҙа үҙ теләгегеҙгә ирешәһегеҙ, һөйгәнегеҙ ҙә ҡәнәғәт ҡаласаҡ.
ҡатын-ҡыҙ. Көнсөл, иптәшегеҙҙең башҡаларға күҙ һирпеп ҡарауын да кисерә алмайһығыҙ. Һәр саҡ һөйгәнегеҙҙең һеҙҙең эргәлә булыуын теләйһегеҙ, ә был партнерығыҙҙы хәлдән тайҙырасаҡ, шул уҡ ваҡытта ул быға һөйөнәсәк тә.
Халыҡтың 35 проценты II төркөм ҡанлы.
Ир-егет. Һеҙ бик оялсан, яратыуығыҙҙы күҙ ҡарашы, еңелсә ҡағылып китеү менән аңлатаһығыҙ. Ғаилә тормошонда һөйгәнегеҙ һеҙҙе яратыуын һәр ваҡыт дәлилләп торорға тейеш, шул саҡта һеҙ уға ғүмер буйына тоғро буласаҡһығыҙ. Әсәләрсә ҡайғыртыуҙы үлеп яратаһығыҙ, шуға күрә йыш ҡына үҙегеҙҙән олораҡ ҡатын-ҡыҙҙы һайлайһығыҙ.
ҡатын-ҡыҙ. Үҙегеҙҙе «сөсө» роман геройы итеп тойорға яратаһығыҙ. Оялсан, шул уҡ ваҡытта шиксел, ышанмаусан, яратыуығыҙҙы башлап белдермәйһегеҙ. Мөнәсәбәттәр тулыһынса асыҡланһа, һеҙ – ғәжәп ҡатын: ярата белеүсе, тоғро, һиҙгер күңелле һәм аҡыллы.
III төркөм ҡан – кешеләрҙең 13 процентында.
Ир-егет. Бөтәһе лә һеҙҙе Дон-Жуанға тиңләй, ә үҙегеҙ был тип менән һеҙҙең арала бер ниндәй уртаҡлыҡ та юҡ икәнен белеп тораһығыҙ. ҡыҙыҡтырырға яратаһығыҙ, әммә мөхәббәттән ҡурҡаһығыҙ. ҡасан да булһа был хәлгә тарыйһығыҙ икән, һеҙ үҙегеҙҙә ниндәйҙер тайпылыш бар тип уйлай башлайһығыҙ. Шулай итеп, һеҙ арыу ғына тормош иптәше буласаҡһығыҙ, ваҡыты-ваҡыты менән ситкә лә ҡараш ташлауығыҙ ихтимал. Шулай ҙа һеҙгә һәр саҡ таянырға мөмкин.
ҡатын-ҡыҙ. Тоғролоҡто бик алыҫҡа йәшерһәгеҙ ҙә, һеҙҙән тоғро ҡатын сығасаҡ. Әгәр һөйгәнегеҙ II төркөм ҡанлы икән, һеҙгә инициативаны үҙ ҡулығыҙға алырға кәрәк. Эйе, секс уның өсөн иң мөһиме түгел. Инде уның хистәрен яулап ала алаһығыҙ икән, ул ҡәнәғәт һәм бәхетле буласаҡ, шундай ҡатыны булыу менән ғорурланасаҡ.
IV төркөм вәкилдәре бары 7 процент ҡына.
Ир-егет. Һеҙҙең ғәжәйеп һәләтегеҙ – ҡатын-ҡыҙҙарҙы һоҡландыра белеү, һеҙҙә уларҙы үҙегеҙгә тартыу көсө бар. Әйтергә кәрәк, һеҙ үҙегеҙ ҙә ҡатын-ҡыҙ менән аралашыуҙы яратаһығыҙ. Хатта мөхәббәт тураһында һөйләшергә яратмаһағыҙ ҙа, яҡшы ҡаралған буй-һынығыҙ һеҙҙең өсөн барыһын да һөйләп торасаҡ. Хистәрегеҙ тәрән түгел, әммә «мөхәббәт» менән даими шөғөлләнәһегеҙ.
ҡатын-ҡыҙ. Һеҙ шулай уҡ ир-егеттәрҙе үҙегеҙгә тартып тораһығыҙ, әммә һеҙҙең иғтибарҙы яулауы бик ауыр. Сөнки сиктән тыш ҡырыҫ һәм талапсанһығыҙ. Әгәр һайлаған кешегеҙ һеҙгә иғтибарлы икән, уға иҫ киткес тоғро буласаҡһығыҙ.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА әҙерләне.