01.03.2013 Донорҙарға аҡса кәрәкме?
Белеүегеҙсә, ҡан биреүселәргә аҡсалата компенсацияны алмаштырған федераль закон ғәмәлгә инеүгә бер ай самаһы үтте. Шулай ҙа был яңылыҡтың дөрөҫ булыу-булмауы хаҡында һаман бәхәстәр туҡтамай. Бер һорау айырыуса борсой – ҡан тапшырыусылар кәмемәҫме, тиҙ арала ҡан кәрәккән сирлеләр зыян күрмәҫме?
Башҡортостандағы ҡан биреү станцияһында, әлбиттә, дефицит барлыҡҡа килеүен-килмәгән.
Беҙҙә йыл һайын 90 меңләп кеше ҡан тапшыра, 42 – 44 тонна донор ҡаны әҙерләнә. Запаста ла була. Донорлыҡ буйынса республика алдынғы урынды биләй. Беҙҙә кешләр үҙ теләге менән ҡан тапшыра. Был эш хаҡ талап итергә лә тейеш түгелдер, бәлки. Быға тиклем кеше, ҡанды ниндәй күләмдә тапшырғанына ҡарап, 200 – 600 һум аҡса ала ине. Был тап ҡан өсөн хаҡ түгел, ә донорҙар хоҡуҡлы булған бушлай төшкө ашҡа компенсация рәүешендә түләү булған. Хәҙер иһә күсмә мобиль бригада ғына компенсация түләй, ә башҡаларҙы, ҡан биргәс, ашатырға тейеш.
Әйткәндәй, “тере аҡса”ны аш талонына алмаштырғас, ҡайһы бер төбәктәрҙә ҡан бирергә теләүселәр һаны кәмегән. Бигерәк тә Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында, Вологда һәм Смоленск өлкәләрендә, Якутияла, даими донорҙарҙан тыш, яңылары бигүк ҡәнәғәт түгел икән.
Ә беҙҙә донорҙарҙы ашатыу яңы башланды. Өфөлә, мәҫәлән, уларҙы 22-се дауахана ашханаһында ашатасаҡтар. Туҡланыу хаҡы яҡынса 220 һумға барып баҫа.