22.02.2013 Өшөгән кешегә тәүге ярҙам
Бәләгә тарыған кешене йылы һәм ҡоро бинаға индерегеҙ. Уны тулыһынса сисендерегеҙ, эҫе сәй, һурпа эсерегеҙ. Шунан һыу температураһы 20 градус булған ваннаға ултыртығыҙ. Һыуҙың температураһын яйлап 40 градусҡа еткерегеҙ. Бер үк ваҡытта ағарған тән өлөштәренә массаж эшләгеҙ, бармаҡтарын туҡтауһыҙ ҡыбырлатып торорға ҡушығыҙ. Шунан кешене ваннанан сығарығыҙ һәм йылы, ҡоро кейем кейҙерегеҙ. Артабан уны юрғанға йәиһә шәлгә урағыҙ. Әгәр ҙә тәндә күперсектәр барлыҡҡа килһә (өшөүҙең II кимәле), уны ышҡырға ярамай. Тиҙ арала травматологҡа күрһәтергә кәрәк.
Өшөгән кешене ҡапыл эҫе душҡа индерергә, янып торған мейес эргәһенә ултыртырға ярамай. ҡапыл йылытып, уны үлемгә дусар итергә мөмкин. Тән температураһы кинәт үҙгәрһә, туҡымаларҙа ҡан әйләнеше боҙола, һөҙөмтәлә тән ҡатламы тейешле туҡлыҡлы матдә ала алмайынса үләсәк. Алкоголле эсемлек тә тәҡдим итмәгеҙ, аҙағы күңелһеҙ тамамланыуы бар.
Әгәр ҙә бәләгә тарыусының хәле ауыр булһа (өшөүҙең III, IV кимәле): иҫен юғалтһа, тын алышы, пульсы яйлаһа йә юғалһа, “Ашығыс ярҙам” саҡыртығыҙ. Табиптар килмәҫ элек уны мамыҡ юрғанға төрөгөҙ. Шыҡайып ҡатҡан аяҡ кейемен сисергә тырышмағыҙ, ә өҫтөнән ҡатлап юрған урағыҙ. ҡарағусҡыл булған тән өлөшөнә теймәүегеҙ хәйерле. Туңған ҡул бармаҡтары, аяҡ ҡыбырламаҫлыҡ итеп шина һалырға кәрәк, юғиһә ҡан һауыуы ихтимал.