15.02.2013 АУЫРЫУСЫЛАР КҮП
Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән аҙнала баш ҡалабыҙ Өфөлә генә 9 меңдән ашыу кеше киҙеү менән ауырыған. Уларҙың 55 проценты – 15 йәше тулмаған балалар. 4 – 10 февраль арауығында республикала 42 мең тирәһе кеше ошо сиргә дусар булған.
Шуны ла билдәләргә кәрәк – үткән йыл менән сағыштырғанда, Өфөлә киҙеү эләктереүселәр 13 процентҡа кәмегән. Әммә тотош республикала был күрһәткес артҡан. Һәр йылдағыса, табиптар профилактика сараларын аңлата − кеше күп йөрөгән ерҙәрҙән алыҫыраҡ булырға тырышырға, вирусҡа ҡаршы препараттар һәм витаминдар эсергә, үҙегеҙ ауырыған осраҡта өйҙән сығып йөрөмәҫкә кәрәк. Шулай уҡ йәшәгән һәм эшләгән бүлмәләрҙе елләтеп тороу, ҡулды һабын менән йышыраҡ йыуыу ҙа ярҙамға киләсәк.
Шөкөр, ағымдағы аҙнала киҙеү эләктереүселәр һаны кәмей башлаған. Шулай ҙа иғтибарлы булайыҡ һәм үҙ сәләмәтлегебеҙ өсөн дә, яҡындарыбыҙ өсөн дә яуаплы булыуыбыҙҙы онотмайыҡ.
Лилиә СИРАЕВА.