25.01.2013 Диагноз: түләүле медицина
Ил менән идара итеүселәрҙең неолибераль курсы дәүләттең һуңғы социаль утрауҙарын юҡҡа сығара. Был юлы улар бушлай медицинаға тотондо. Былтыр октябрҙә “РФ граждандары һаулығын һаҡлау нигеҙе тураһында” Федераль закон үҙ көсөнә инде. Түләүле медицина ярҙамы күрһәтеүҙә яңы ҡағиҙәләр булдырылды. Баҙар ҡануны бөтә өлкәлә лә хакимлыҡ итә, был документта “медицина ярҙамы” һүҙе – “хеҙмәт”, “пациент” “ҡулланыусы”ға алмаштырылған.
Яңы закон медицина ярҙамын бер нисә төргә (тәүге медик-санитар, махсуслаштырылған, ашығыс, паллиатив), формаға (кисектергеһеҙ, планлы) һәм уны күрһәтеү шарттарына (медицина ойошмаһынан тыш, амбулатор, стационар) бүлә. Эксперттар раҫлауынса, был документ медицина ярҙамын бер кимәлгә еткерә, илдең бөтә төбәктәрендә лә бер иш тәртип, бер үк ҡағиҙә буласаҡ. Был шәхси медицина ярҙамы күрһәтеү ойошмаларына ла ҡағыла.
Хәҙер Рәсәй халҡына яңы стандартта ҡаралмаған дауа, табиптарға үҙ аллы мөрәжәғәт иткән өсөн, хатта «Ашығыс ярҙам» саҡыртҡанда мотлаҡ медицина страховкалау полисы булмаһа, түләргә тура киләсәк. Яңы закон күптәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Сөнки ул ысын мәғәнәһендә һаулыҡ һаҡлау өлкәһен кастаға бүлә. Аҡсаң булһа, сиратһыҙ-ниһеҙ сифатлыһында рәхәтләнеп дауалан, юҡ икән, ғәфү ит, үҙең ғәйепле...
Бюджет дауалау учреждениеларында хаҡтарҙы уларҙың ойоштороусылары тәғәйенләй, ә шәхси клиникалар үҙҙәре билдәләй. Һуңғыһының эш сифатын РФ һаулыҡ һаулыҡ өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәте контролдә тотасаҡ.
“Медицина ойошмалары тарафынан түләүле медицина хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса ҡағиҙәләрҙе раҫлау тураһында”ғы ҡарарҙа түләүле хеҙмәттәрҙең исемлеге күрһәтелгән. Мотлаҡ медицина страховкалау программаһына инмәгән медицина ярҙамы түләүле буласаҡ. Шулай уҡ, мәҫәлән, медицина ярҙамы стандартында ҡаралмаған медицина изделиеһын ҡулланған йә махсус диета, аноним дауаланыу, стационарҙа дауаланғанда шәхси медицина посы булдырған өсөн аҡса сығарырға тура киләсәк. Сирҙе дауалау өсөн кәрәкле дарыу раҫланған исемлектә юҡ икән, ауырыу үҙ иҫәбенә дауаланырға тейеш буласаҡ. Документта, әгәр ҙә бындай дарыу кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыу, йә ул башҡа дарыуҙы ҡуллана алмаған осраҡта, бушлай биреләсәк, тигән пункт бар.
Ә ҡапыл хәле насарайып, ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалған кешегә нимә эшләргә? Бүтән аҡсаң юҡ, тип үлергә һалып ҡуйырҙармы? Документта был турала: “Әгәр ҙә түләүле медицина ярҙамы күрһәтелгәндә ғүмергә хәүеф янаһа, киҫкен ауырыу мәлендә, хроник сир арҡаһында хәле насарайып китһә, медицина ярҙамы бушлай күрһәтелә”, − тиелә. Тик шунан һуң табиптарға бушлай хеҙмәт күрһәтеп кешенең ғүмерен ҡотҡарғанын дәлилләргә тура киләсәк.
Пациент терапевтан йүнәлтмә алмайынса, икенсе белгескә медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән хәлдә, уның янсығы бер аҙ бушаясаҡ. Мәҫәлән, элек неврологҡа күренер өсөн, регистратуранан карточкабыҙҙы алып, невролог кабинеты алдына сиратҡа баҫа инек. Ә хәҙер иң алда участка табибынан, йәғни терапевтан (балаларға – педиатрҙан) йүнәлтмә алырға кәрәк. Терапевт был белгескә барырға кәрәк тип тапмай, йүнәлтмә бирмәүе лә ихтимал. Был осраҡта пациент кассаға аҡса түләһә генә неврологҡа күренә ала. Эйе, хоҡуҡтарҙы даулап бүлек мөдиренә, йә баш табипҡа барырға мөмкин. Әммә ауырып, аяҡта саҡ баҫып торған саҡта хәҡиҡәт юллау ҡайғыһы юҡ, тиҙерәк табипҡа эләгергә тырышаһың.
Ошо урында бик күп һорау тыуа. Дауаханаларҙа былай ҙа һәр саҡ ҙур сират, ә хәҙер терапевҡа һыу буйы халыҡ торасаҡ бит! Асыҡлыҡ индерергә теләп, дауалау ойошмаларына барҙыҡ. Өфө ҡалаһының 40-сы поликлиникаһының баш табибы Светлана Шарапова: “Беҙҙә барыһы ла элеккесә. Кешеләр ниндәй белгескә күренергә теләй, шуға бушлай бара. Бер нәмә хаҡында ла белмәйем”, – тип беҙҙе кире борҙо. ҡаланың 5-се поликлиникаһының баш табибы Лидия Панебратец был яңылыҡ хаҡында бер аҙ хәбәрҙар ине. “Беҙ элекке режимда эшләйбеҙ. ҡағиҙә әлегә республикала индерелмәне. Илдең баш ҡалаһында ул тормошҡа ашырыла башлаған. Күптән түгел хеҙмәттәштәрем Мәскәү ҡалаһына барып, ундағы тәжрибә менән танышып ҡайтты. Ысынлап та, терапевт кабинеты алдында сираттар барлыҡҡа киләсәк. Етмәһә, участка табиптары әле тейешле кимәлдә комплектланмаған. “Үрҙән” күрһәтмә килһә, ошо ҡағиҙәне үтәй башлаясаҡбыҙ инде...” – тине.
“Ашығыс ярҙам” хеҙмәте табиптары сетерекле мәсьәлә алдында ҡалды. 2013 йылдан ашығыс медицина ярҙамы Мотлаҡ медицина страховкалау полисы программаһына индерелә, тимәк, пациенттың полисы булмаһа, “Ашығыс ярҙам” саҡыртҡан өсөн аҡса түләргә тура киләсәк. Мотлаҡ медицина страховкалау программаһында бер тапҡыр ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү яҡынса 1 435 һум тора, тимәк, полисһыҙ кешегә кәмендә шул сумманы түләргә ҡушасаҡтар. Аҡса түккегеҙ килмәһә, һәр саҡ үҙегеҙ менән был документты йөрөтөгөҙ.
ҡарарҙа мәғлүмәт хаҡындағы бүлек айырым урынды алып тора. Уға ярашлы, ҡулланыусы үҙен ҡыҙыҡһындырған бар һорауға ла тулы яуап алырға хоҡуҡлы. Ә дауахана уны төҙөлгән килешеүҙең һәр пункты менән ентекле таныштырырға тейеш. Сирле хатта дауалау курсының дөйөм сметаһын төҙөүҙе талап итә ала. Шул уҡ ваҡытта дауалау учреждениеһы пациентҡа ниндәй бушлай хеҙмәт күрһәтәсәге хаҡында еткерергә тейеш. Пациенттың дауалаусы табиптың белеме һәм квалификацияһы менән ҡыҙыҡһынырға хоҡуғы бар. Әгәр ҙә уға түләүле дауалау курсын көсләп тағырға маташһалар, сирле унан баш тарта ала. Был осраҡта дауахана, мотлаҡ медицина страховкалау программаһы сиктәрендә, уны бушлай дауаларға бурыслы.
Гүзәл БИКМӘТОВА.