25.01.2013 “Ашығыс ярҙам” шәхси ҡулдарҙа?
Ил хөкүмәте “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтен шәхси учреждениеларға бирергә ҡарар итте. 2012 йылда “Яңы ашығыс ярҙам” программаһы Башҡортостанда, Пермь крайында һәм Киров өлкәһендә һыналды һәм уңышлы тип табылды. Быйыл ул тағы ла илдең 15 субъектына индерелде.
Проект сиктәрендә транспортты хеҙмәтләндереү бурысы шәхси компанияларға тапшырыла. Шул рәүешле машиналарҙы яңыртыу, ремонт һ.б. проблемаларҙы анһат хәл итергә уйлайҙар. Пилот программаһында ҡатнашыусы “Ашығыс ярҙам” хеҙмәттәренең автопаркы яңыртылған һәм водителдәргә эш хаҡы арттырылған.
“Ашығыс ярҙам”дың проблемалары етерлек. Кемдең-кемдең, ошо хеҙмәттең эше ауыр ҙа, хәүефле лә. Ялған саҡырыуҙар нимә ул, бысаҡ тотҡан хулигандар менән дә осрашырға тура килә унда эшләгән табиптарға. Юҡҡа ғына “Ашығыс ярҙам” бригадаһына ҡорал бирергә тәҡдим итмәйҙәр. Күптәр, ауырлыҡтарға сыҙамай, тынысыраҡ эшкә күсергә тырыша. Был өлкәлә белгестәр етмәй, нимәнелер үҙгәртергә кәрәк. Һәм был проблеманы, һәр ваҡыттағыса, ябай пациенттар иҫәбенә хәл итергә ниәтләйҙәр. Марттан Мәскәүҙә түләүле “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте эшләй башлаясаҡ. Тәүҙә егерме бригада буласаҡ. Улар өҫтәмә медицина страховкалау программаһына ингән граждандарҙы ғына хеҙмәтләндерәсәк. Бындай бригада ғәҙәттәгеһенә ҡарағанда тиҙерәк килеп етәсәк, машиналары күпкә уңайлы, етмәһә, өҫтәмә медицина ярҙамы ла күрһәтеләсәк. Уларҙы бер тапҡыр саҡырыу яҡынса 4,5 – 7 мең һумға төшәсәк. Әгәр ҙә түләүле “Ашығыс ярҙам” тәжрибәһе уңышлы тип табылһа, ул илебеҙҙең бөтә төбәктәрендә лә индереләсәк.
Г. ЙОСОПОВА.