RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ауырлы ҡатындар өсөн классик музыка

22.01.2013 Ауырлы ҡатындар өсөн классик музыка

Тарихҡа ҡараһаң, музыканың әле тыумаған балаға тәьҫир итеүен борондан уҡ белгәндәр. 2000 йыл элек ҡытайҙа тыумаған бала өсөн әсә янында сәғәттәр буйы йырҙар башҡар­ғандар. ҡытайҙар, бала яралғандан алып йәшәй башлай, шуға күрә ошо мәлдән үк тәрбиә менән шөғөлләнә башларға кәрәк, тип иҫәпләй. Япондарҙа ауырлы ҡатындарҙы иҫ китмәле матур ерҙә урынлашҡан, әсәнең һәм тыуасаҡ баланың зауығы һәм музыка белеме менән шөғөлләнгән махсус ҡәбиләләргә урынлаштырғандар. Төньяҡ Европала йөклө ҡатындарҙың өй янында ултырып, көнө буйы тиерлек халыҡ һәм дини йырҙарҙы башҡарыуы ғәҙәти күренеш булған.
Ысынлап та, бала әсә ҡарынында уҡ эргә-тирәләге тауыштарҙы ишетә һәм хис-тойғоларҙы һиҙә. Ата-әсәгә бала менән ҡарында ятҡан сағынан алып һөйләшә башларға кәрәк.
Ауырлы ҡатындар менән күп эксперимент үткәрелгән. Ял ваҡытында һәр ваҡыт классик музыка тыңлаған йөклө ҡатындың бала тапҡандан һуң сабыйы был көйҙө ишетеү менән тынысланған, иҙрәп йоҡлап та киткән. Бәпес ҡарап, төндәрҙе йоҡоһоҙ үткәргәнсе, ни өсөн ошо экспериментты тикшереп ҡарамаҫҡа?
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ошо көндәрҙә “Музыканы бергәләп тыңлайбыҙ” тип аталған өр-яңы уникаль проект тәҡдим итте.
– Филармония быға тиклем тәҡдим иткән бар концерттар ҙа мәктәп йәшендәге балалар, йәштәр, урта һәм оло йәштәгеләр өсөн тәғәйенләнгән. Ә киләсәк быуынды тәрбиәләйәсәк ата-әсәләр, йөклө ҡатындарҙың рухи һәм психик талаптарына яуап биргән тамашалар республикала бер ҡайҙа ла юҡ. Был проект бәпес көткән ата-әсәләр өсөн эшләнде. Балаға ниндәй­ҙер әҙәп-әхлаҡ нормалары һалыр алдынан ата-әсәнең үҙенең ниндәйҙер кимәлдә тәрбиәле булыуы зарур. Ояһында ни күрһә − осҡанында шул булыр, ти бит халыҡ та. Тәрбиәүи маҡсатта ойошторолған проект буласаҡ әсәләрҙең психологик һәм эмоциональ торошона ыңғай йоғонто яһаясаҡ, киләсәк быуында сәнғәткә һөйөү уятыу, мәҙәни тәрбиә биреүгә булышлыҡ итеп, әсәләрҙең эстетик зауығын үҫтерәсәк, – тип һөйләй филармония директорының концерт эштәре буйынса урынбаҫары Маргарита Мансурова.
Классик музыканың сәләмәтлек өсөн файҙалы булыуы тураһында кемгәлер иҫбат итеү кәрәкмәҫ. Генетика белгестәре В. Моцарт, А. Вивальди, Л. Бетховен һәм И. Чайковскийҙың әҫәрҙәре ҡарындағы балалар­ҙы тынысландырыуын, уларҙың физик һәм рухи үҫешенә, һаулығына ыңғай тәьҫир итеүен күптән асыҡланы. Өлкән кеше өсөн дә көнөнә 15 минут классик көйҙәр тыңлау мейе эшмәкәрлеген һәм хәтерҙе яҡшырта.
“Музыканы бергәләп тыңлайбыҙ” проекты буласаҡ әсәләрҙе, өс йәшкә тиклемге сабый­ҙарҙы һәм башҡа ғаилә ағзаларын концерт­тар­ға саҡыра. Билдәле органсы Эльвира Хәйретдинова һәм ҡыллы квартет бөйөк музыка әһелдәре әҫәрҙәрен тамашасыларға еткерәсәк. Был концерттарҙың үҙенсәлеге тағы ла шунда: тамашасылар һаны ун биштән дә күберәк булмаясаҡ һәм концерттар махсус йыһазландырылған Орган залында үтәсәк. Мәҙәни проект Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениелары ҡатнашлығында үтә. Концерт­тарға гинекологтар, психологтар, педиатрҙар һәм башҡа табиптар саҡырыласаҡ.

Л. ТАШБУЛАТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…