11.01.2013 Флюорография зыянлымы?
Туберкулез бөгөн дә хәүефле сир һанала. Статистика буйынса, инфекция һәм паразит ауырыуҙарҙан вафат булыусыларҙың 80 – 85 процентын нәҡ ошо сирҙе йоҡтороусылар тәшкил итә. Туберкулез менән сирләүсе йүткергән, сөскөргән, һөйләшкән мәлдә сир башҡаларға һауа-тамсы юлы аша йоға. Автобуста йә магазинда уны йоҡтороу мөмкинлеге үтә ҙур түгел, әммә иммунитеты ҡаҡшаған кешенең ауырып китеүе ихтимал.
Был сир кешенең социаль-иҡтисади тормошо менән тығыҙ бәйләнгән. Насар туҡланыу, ҡояш яҡтылығы етмәү, һыуыҡ һәм дымлы торлаҡ уның аҙыуына сәбәпсе.
Туберкулездың төп билдәләре: ике-өс аҙнаға һуҙылған йүткереү, ябығыу, тиренең ағарыуы, күкрәк тәңгәлендә ауыртыуҙар, дөйөм хәлһеҙлек, төндә тирләү, аппетит юғалыуы, ҡанлы ҡаҡырыҡ. Ваҡытында башланған дауалау курсы сирҙән тулыһынса һауығыуҙы гарантиялай.
Сир тәүҙә үҙе хаҡында белдермәй, уны флюорография тикшереүе ярҙамында ғына асыҡларға була. Шуға күрә уны − ике йылға бер мәртәбә, ә хәүеф төркөмөндәгеләргә йыл һайын үтергә кәрәк.
Был сирҙе антибиотиктар ярҙамында ла ауыҙлыҡларға мөмкин, әммә туберкулездың микробактериялары препаратҡа тиҙ “өйрәнә”, ҡайһы бер дарыуҙар уға бөтөнләй тәьҫир итмәй. Пациент табип тәғәйенләгән дауалау курсын үҙ аллы туҡтатмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ башҡа препаратты рөхсәтһеҙ ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Был туберкулезға ғына түгел, башҡа сирҙәргә, шул иҫәптән СПИД-ҡа ла ҡағыла.
Һуңғы йылдарҙа ВИЧ-инфекцияһы туберкулез менән берләште. Бөтә кешеләрҙә лә Кох таяҡсалары бар. Беҙ унан иммунитет һәм прививкалар ярҙамында һаҡланғанбыҙ. Ә ВИЧ-инфекцияһы иммун системаһын ҡаҡшата, шул рәүешле башҡа сирҙәргә юл аса.
Халыҡты туберкулездан һаҡлау өсөн яңы тыуған сабыйға БЦЖ вакцинаһы эшләнә. Бала табыу йортонда уны 3−7 көнлөк сабыйға ҡаҙайҙар. Әгәр ҙә Манту реакцияһы кире булһа, 7 һәм 14 йәштә уны тағы ҡабатлайҙар.
Күптәр, флюорография һаулыҡҡа зыян килтерә, тип унан баш тарта. Был хата фекер. Тикшереү мәлендәге нурланыу дозаһы көнө буйы ҡояшта йөрөгән күләмгә тиң һәм сәләмәтлеккә кире йоғонто яһамай.
Һәр кеше һаулығы өсөн үҙе яуаплы. Туберкулездан һаҡланыу өсөн сәләмәт тормош менән йәшәү һәм шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәү ҙә етә. Тәмәкенән, алкоголь һәм наркотиктан баш тартыу, физкультура һәм спортты яратыу, дөрөҫ туҡланыу, сынығыу һеҙҙе күп сирҙән аралаясағын иҫегеҙҙә тотоғоҙ.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының
матбуғат хеҙмәте.