RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

11.01.2013 һорау-яуап

«Полис кәрәкме?»
Миңә 75 йәш. Үҙемде һау тип иҫәпләйем, бер нисә йыл инде дауахана тупһаһына баҫҡаным да юҡ. Кешеләр медицина полистарын яңырта. Яҡын арала табиптарға мөрәжәғәт итергә уйламайым, шуға миңә уны мотлаҡ алмаштырырға кәрәкме?
Зәлифә САКИНА.
Белорет ҡалаһы.
Был һорауға “Югория-Мед” медицина страховкалау компанияһы белгесе Ю. Лагоша яуап бирҙе:
– Хатта бер нәмә лә борсомаһа ла, йыл һайын терапевҡа, гинекологҡа һәм офтальмологҡа мотлаҡ күренергә кәрәк. Әгәр ҙә поликлиникағыҙ оҡшамаһа, яңы законға ярашлы, күңелегеҙгә ятҡанын һайлай алаһығыҙ.
Бөтә граждандар ҙа яңы өлгөлө медицина полисы алырға тейеш. Уны алыу тәртибе менән Белорет ҡалаһындағы филиалыбыҙға шылтыратып белә алаһығыҙ. Телефоны – 8 (34792) 4-29-44. Шул уҡ ваҡытта икенсе компанияны ла һайларға хоҡуғығыҙ бар.

«Әсәй булғым килә»

– Ике йыл кейәүҙәмен. Ниңәлер тәбиғәт мине бәпес һөйөү бәхетенән мәхрүм итә. Бик-бик әсәй булғым килә! Өфөлә ЭКО ярҙамында ауырға ҡалырға мөмкин, тип ишеткәйнем. Тик ҡайҙа барырға, ни эшләргә кәрәклеген белмәйем…

Лариса, 25 йәш.
Сибай ҡалаһы.

Һорауға Республика перинаталь үҙәгенең акушер-гинекологы, юғары категориялы табип, репродуктолог Әлфирә Камаева яуап бирҙе:
– Әгәр ҙә даими енси тормош менән йәшәгән ҡатын-ҡыҙ өс йыл эсендә ауырға ҡалмаһа, ЭКО (экстракорпораль аталандырыу) тәғәйенләнә. Уның өсөн Республика перинаталь үҙәгенең репродуктив технологиялар ярҙамы бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк (адресы: Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 74). Унда үҙ эшен бик яҡшы белгән ике доктор эшләй. Таби­бығыҙ­ҙан йүнәлтмә алып килергә онотмағыҙ.
Был процедура өсөн шарттар: ҡатын-ҡыҙҙа медицина күрһәтмәһе булырға, ир менән ҡатындың никахы законлы теркәлергә, уларҙың уртаҡ балалары булмаҫҡа тейеш. Ошо осраҡта ЭКО бушлай эшләнә. Кире яғы – бик ҙур сират. Ә бына түләүле процедураға сират юҡ, шарттары, хаҡы менән урында таныша алаһығыҙ.

«Атамаһын әйтегеҙ әле»

– Мастопатияны дауалау рецебы ҡулға килеп эләкте. Составында ҡара айыу баланы бар. Уны икенсе төрлө осҡат, мәрәүәр ағасы, ҡарға миләше тип тә йөрөтәләр. Улар Башҡор­тостанда үҫәме икән? Дарыуханала һатыламы?
Милә.
Ишембай районы.

Хөрмәтле Милә!
Һеҙ һораған шифалы үҫемлек урыҫса “бузина черная” тип атала. Уны йышыраҡ киң япраҡлы ағаслы йәки ылыҫлы урман ситендә осратырға мөмкин. Был үлән фармацевтикала киң ҡулланыла. Уның сәскәһен май – июндә йыйып, ҡоро һәм йылы урында киптерергә. Ә емеше август – сен­тябр­ҙә өлгөрә, уны 60 – 65 градус эҫелектәге мейестә киптерегеҙ. Дарыу­ханала ул рецепһыҙ һатыла. Хаҡы бик ҡиммәт түгел.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…