11.01.2013 Табиптарҙы ла аңлау кәрәк
(«Хәрби-табип комиссияһы нимә ҡараған?», «Йәшлек», 20 ноябрь, 2012 йыл, N89)
З. Хәсәнованың «Хәрби-табип комиссияһы нимә ҡараған?» исемле мәҡәләһен уҡып саҡҡас та, авторҙың борсолоулы, үпкәле һүҙҙәрен ниндәйҙер кимәлдә үҙемә ҡағылышлы һымағыраҡ итеп ҡабул иттем. Сөнки мин – элекке хәрби табип. Инде ун йыл тирәһе отставкала булыуыма ҡарамаҫтан, һаман да үҙемде шул «тире» эсендәге кеүек тоям. «Яман шеш» тип аталған шундай ҙа етди сирҙәрҙе лә ваҡытында күреп, тейешенсә диагноз ҡуя алмаған табиптарға ҡарата, тәү ҡарауҙа, ысынлап та, тап автор ҡуйған һорау бик тә урынлы һымаҡ.
Мин үҙем бер ҡасан да военкоматтарҙағы хәрби-табип комиссияһында ҡатнашҡаным юҡ. Киреһенсә, элегерәк, хеҙмәт иткән дәүерҙә, «гражданка»нан ана шундай ауырыу һалдаттар часҡа килеп эләккән осраҡтарҙа, уларҙы, ябай тел менән әйткәндә, «комиссовать» итеп ҡайтарып ебәрә торғайныҡ. ҡайһы бер хәрби табиптар, военкоматтарҙағы коллегаларына үҙҙәренең ризаһыҙлыҡтарын белдереп, һуҡрана ине. Әммә, ситтән тороп военкомат табиптарын тәнҡитләүселәрҙән айырмалы, был осраҡҡа ҡарата фекерем икенсерәк.
Яман шеш шуныһы менән ҡатмарлы: тыштан ҡарағанда билдәләре күренеп тормаған бындай сирҙәр күбеһенсә һуңғы стадияһына еткәс кенә беленә. Әлбиттә, шул ваҡытҡа тиклем кеше үҙе бер ни ҙә тоймай ғына йәшәй бирә. ҡурҡыныс сир башҡа органдарға күсеп (метастаздар башлана), уларҙың нормаль эшмәкәрлегенә тотҡарлыҡ яһай башлағас ҡына әкренләп һиҙелә. Шул саҡта ғына ауырыу тәү мәртәбә табипҡа килә. Ә табиптар, үҙ нәүбәтендә, ентекләп ҡарап, рентген, компьютер томографияһы һәм башҡа тикшереүҙәр ярҙамында ул сирҙе таба ла инде. Ә әрмегә ебәреү ҡаралған егеттәрҙең һәр береһенә (урыҫтар әйтмешләй, «на всякий случай») баштан-аяҡ шундай тикшереү, әлбиттә, ҡаралмаған. һәм ул мөмкин дә түгел – бындай ҡиммәтле тикшереүҙәрҙе үтеүгә хатта ауырыуҙар ҙа оҙаҡ ҡына сиратта тора.
Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ: һеҙ берәй ергә эшкә урынлашырға комиссия үтеү маҡсаты менән поликлиникаға килдегеҙ. Ә һеҙҙе, һаулығына һис тә зарланмаған кешене, томография, рентгенография, фиброгастроскопия, ректоромоноскопия, сигмоскопия, энцефалография һымаҡ башҡа һанһыҙ, ҡатмарлы тикшереүҙәргә ебәрәләр... Айҙар буйы баштан-аяҡ тикшерелеп, комиссия үтеп йөрөү кемгә генә оҡшар ине икән? Ғөмүмән, был – мөмкин түгел. Үкенескә күрә, табип халҡын тәнҡитләргә ғәҙәтләнгәнбеҙ, йәмәғәт.
Ә бындай осраҡтарҙы мин, Аллаһы Тәғәлә әллә ҡасан уҡ яҙып ҡуйған яҙмыш, тип атайым. Ниндәй ҙә булһа башҡа комиссияларҙы үтеп, икенсе берәй ергә эшкә, йә иһә уҡыуға ингән хәлдә лә, мәҡәләлә күрһәтелгән Богодеров, Шишкин тигән егеттәрҙе шундай уҡ яҙмыш көтөр ине.
«... Табиптар хәрби хеҙмәткә алынасаҡ егеттең һаулығында тайпылыштарҙы нисек күрмәгән һуң?» тигән һорауға мин бына ошолай итеп яуап бирер инем. Табиптарҙың ниндәй генә тәжрибәле, иғтибарлы булыуына ҡарамаҫтан, хатта комиссия составына бөтә илдән академик, профессорҙарҙы йыйып алып килеп ултыртҡан хәлдә лә, һаулығына ул саҡта бер ҙә зарланмаған был егеттәр армияға, һис шикһеҙ, алыныр ине.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы медицина подполковнигы.