RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөтәһе лә хәүефле түгел

23.11.2012 Бөтәһе лә хәүефле түгел

Түллек биҙемдә киста бар. Табип, уны алып ташлар­ға кәрәкмәй, ти. Ә ҡайһыларға операция яһайҙар бит. Бик борсолам...
Зөлфиә, Ейәнсура районы (дежур телефондан).
Республика перинаталь үҙәгенең акушер-гинекологы, юғары категориялы табип, репродуктолог Әлфирә Камаева ошо сир хаҡында түбәндәгеләрҙе һөйләне.
Киста – эсе шыйыҡса менән тулған шеш. Уны ике төргә бүләләр, береһендә яман шеш күҙәнәктәре булһа, икенсеһендә ундай хәүеф юҡ. Һуңғыһының бер нисәһе һаулыҡҡа зыян килтермәй, үҙҙәре юҡҡа сыға, ҡайһы берҙәрен тик операция ярҙамында дауаларға кәрәк. Әгәр ҙә кеше ныҡ ябыҡһа, күңел төшөнкөлөгөнә бирелһә, хәле булмаһа, енси юлдан ҡанлы бүлендектәр килһә, онкологҡа күренергә кәрәк. Шештең тәбиғәте онкологияламы-юҡмы икәнлеге тик цитологик тикшереү ваҡытында асыҡлана.

Фолликуляр киста овуляция ваҡытында барлыҡҡа килә һәм 5 – 7 сантиметрға тиклем үҫә ала. Ул йыртылған ваҡытта ҡатын-ҡыҙ эс һәм бил тирәһендә көслө ауыртыуҙар тоя. Кистаның был төрө, ғәҙәттә, үҙе юҡҡа сыға. Әгәр ҙә юҡҡа сыҡмаһа, табип өс ай дауамында гормональ дарыуҙар эсергә ҡуша. Бик һирәк осраҡта оператив юл ҡулланыла.
Һары тән кистаһының диаметры 5 − 6 сантиметр була. Енси орган системаһындағы һары тәндә ҡан әйләнеше боҙолоу арҡаһында геморрагик шыйыҡса барлыҡҡа килә. Уның төҙөлөшө фолликуляр кистаға оҡшаш. Ғәҙәттә, ул өс ай дауамында үҙе юҡҡа сыға. Әгәр ҙә кистаға ҡан һауһа, көслө ауыртыу була. Шул осраҡта, йә шеш ныҡ ҙурайһа, операция тәғәйенләнә.

Сероз киста 10 сантиметрға тиклем үҫә. Ул − эсендә шыйыҡса булған капсула. Уның “аяҡтары” әйләнгәндә ауыртыуҙар була, оператив юл менән дауалана.

Паровариаль киста балаятҡы көпшәһе тирәһендә барлыҡҡа килә. Ул бик яй үҫә, диаметры 1−3 сантиметр. ҡатын-ҡыҙ бер ниндәй ҙә ауыртыу тоймай, тик һуңғараҡ бәүел ҡыуығы һәм тура эсәк янында ниндәйҙер баҫым һиҙә. Бындай кистаны тик оператив юл менән дауалайҙар.

Дермоид киста йышыраҡ үҫмер ҡыҙҙарҙа күҙәтелә. Ул кешелә яралғы сағынан уҡ була, йә йәрәхәттән һуң барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был кистаның эсендә сәс, май ҡатламы, тырнаҡ, теш һ.б. була, ә тыштан ҡалын туҡыма менән ҡаплан­ған. Уның диаметры 10 сантиметрға тиклем барып етә. “Аяҡтары” әйләнгән саҡта ауыртыу һиҙелә. Операция ярҙамында был шеш ҡырҡып алына, уның янындағы һау туҡымалар зыян күрмәй.

Эндометроид киста түллек биҙендә эндометрия туҡымаһы үҫеүҙән барлыҡҡа килә. Ул йыш ҡына ике яҡта ла була. Тәүҙә шештең билдәләре бөтөнләй һиҙелмәй, һуңғараҡ эстең аҫҡы өлөшө ауырта башлай. Өҙлөгөү һөҙөмтәһендә эсәклек, бәүел ҡыуығы һәм уның юлы зыян күрә. ҡатын-ҡыҙ физик эш, енси акт һәм күрем ваҡытында көслө ауыртыуҙар тоя. Операциянан һуң табип гормональ терапия тәғәйенләй. Сирлегә оҙаҡ ваҡыт күҙәтеү аҫтында булырға кәрәк. Әгәр ҙә был киста үҙе хаҡында һиҙҙермәһә, бала табыу ниәтләнмәһә, операция яһамаҫҡа ла мөмкин.

Түллек биҙе кистаһының ҡайһы бер билдәләре:
– даими булмаған күрем;
– эстең аҫҡы өлөшөндә һәм бил тирәһендә ауыртыуҙар, ниндәйҙер баҫым тойоу;
– эстең аҫҡы өлөшө ҙурайыуы;
– тән температураһының 38 − 39 градусҡа тиклем күтәрелеүе;
– физик эш һәм енси акт ваҡытында ауыртыуҙар;
– йыш бәүел итеү, енси юлдан бүлендектәр сығыу.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…