RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сәләмәтлегеңә битараф булма!

23.11.2012 Сәләмәтлегеңә битараф булма!

Сәләмәтлегеңә битараф булма!
Беренсе кәңәш: сирҙе баштан уҡ “һүндерегеҙ”
Тамағыбыҙ ауыртып, танау бер аҙ тымаулап торһа ла, йыш ҡына хәлебеҙгә иғтибар бирмәйбеҙ, эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Иммунитеты ныҡ булған кеше генә аяҡ өҫтө тиҙ арала һауыға ала, ә күптәрҙә ауырыу “төпкә” төшә. Ябай ғына һалҡын тейҙереүҙең етди проблемаға әйләнеүе ихтимал. Шуға күрә ауырыуҙы шундуҡ ҡыуа башларға кәрәк.
Аяғығыҙ өшөһә, йә аяҡ кейемегеҙ аша һыу үтһә, өйгә ҡайтҡас та йөн ойоҡбаш кейегеҙ. Витаминлы һут, компот, лимонлап һәм баллап сәй эсегеҙ. Танауығыҙҙы сода һәм тоҙ иретмәһе менән йыуҙырығыҙ. Тамаҡ әсетеп торһа, ромашка йәки шалфей төнәтмәһе менән сайҡағыҙ. Тик көнөнә бер-ике тапҡыр түгел, ә сәғәт һайын! Иҙелгән һарымһаҡты еҫкәргә мөмкин. Аяғығыҙҙы һәр саҡ йылы тотоғоҙ, ике-өс көн үҙегеҙгә артыҡ көс төшөрмәгеҙ.
Икенсе кәңәш: дарыу эсергә ашыҡмағыҙ
Һыуыҡ тейҙереүҙең тәүге этабындағы йүткереүгә фарингит сәбәпсе. Уны һалҡын мәлдә оҙаҡ һөйләшеп тороу, тәмәке тартыу, алкоголле эсемлек эсеү, үтә һыуыҡ йә эҫе ризыҡ ашау тыуҙыра, йәғни ул ошо фактор­ҙар арҡаһында тамаҡтың эске тиресәһе зарарланғандан һуң барлыҡҡа килә. Әгәр ҙә организм хәлһеҙләнгән булһа, тамаҡта инфекциялар үрсей. Һөҙөмтәлә кеше йүткерә башлай.
Йүткереүгә ҡаршы дарыуҙар бик күп. Уларҙы услап-услап йоторға ашыҡмағыҙ. Һеҙгә халыҡ медицинаһы ярҙам итәсәк. Тамаҡты яңы ғына һығылған картуф һуты менән сайҡау йәки бешкән картуф боҫо менән тын алыу хәлегеҙҙе яҡшыртыр. Һарымһаҡ та яҡшы дауа. Иҙелгән һарым­һаҡҡа 1:1 нисбәтендә көнбағыш майы ҡушып, шуны тамаҡҡа һөртөгөҙ. Ошо уҡ дарыуҙы танауға тамыҙырға мөмкин. Әгәр ҙә йүткереү аҫҡа төшһә, ҡаҡырыҡты сығарырға ярҙам итерлек йылы төнәтмәләр, ҡайнаған һөт эсегеҙ.
Өсөнсө кәңәш: тамырҙарҙы тарайта торған препараттарҙан баш тартығыҙ
Тымаулағанда ҡулланылған дарыуҙар күптәргә хәүефһеҙ тойола, әммә улар менән артыҡ мауығырға ярамай. Тик табип кәңәше менән генә көнөнә дүрт тапҡыр танауға тамыҙырға мөмкин. Дауаланыу курсы ике-өс тәүлектән артмаҫҡа тейеш. Бындай дарыуҙарға кеше өйрәнеүе ихтимал, етмәһә, улар танау эсен киптерә.
Гипертония һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуы менән яфаланғандарға бындай дарыуҙарҙы ҡулланырға ярамай! Хәүефһеҙ һәм бөтөнләй бушлай башҡа ысул бар: танауҙы газһыҙ минераль һыу йәки тоҙ иретмәһе менән сайҡау. Әгәр ҙә аҙна дауамында тымау бөтмәһә, отоларингологҡа күренегеҙ, өҙлөгөүҙәр булыуы ихтимал.
Дүртенсе кәңәш: антибиотиктар вирустан ҡотҡармай
Аҡылы булған кеше күптән антибиотиктан баш тартҡан. Ниңәлер беҙҙең илдә табиптар һәр ауырыуға ҡаршы антибиотик тәғәйенләүҙе дауам итә. Медицина тикшереүе күрһәтеүенсә, һалҡын алдырыуҙың 80 процентын вирустар тыуҙыра. Ә ошо төркөмгә ингән дарыуҙарҙа вирусты юҡҡа сығарыу һәләте юҡ. Етмәһә, организмдың антибиотикка өйрәнеүе ихтимал, һөҙөмтәлә башҡа сирҙән ул ярҙам итмәйәсәк.
Бишенсә кәңәш: хәлегеҙ яҡшырһа ла, дауаланыуҙы туҡтатмағыҙ
Үкенескә күрә, күптәр дауаланыуҙы табип ҡушҡанса 5 − 7 көн дауам итмәй. Саҡ ҡына хәлебеҙ яҡшырһа, эшкә йүгерәбеҙ, көндәлек бурыстарыбыҙҙы йәнә үтәргә тотонабыҙ. Табиптарҙың аксиомаһы бар – дауалау курсы кәмендә биш көн булырға тейеш. Үҙегеҙҙе, тулыһынса һауыҡтым, тип иҫәпләһәгеҙ ҙә, тағы ла бер көн дауалауҙы дауам итегеҙ. Сирҙән һуң организмығыҙ нығырға, көс туплап өлгөрөргә тейеш.
Һалҡын ҡышты һау-сәләмәт үткәрегеҙ!










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…