RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бәхет осҡондары ҡабынды!

16.10.2010 Бәхет осҡондары ҡабынды!

Бәхет осҡондары ҡабынды!ҡасан ғына тыумыштан ишетмәгән йәки ниндәйҙер ауырыу һөҙөмтәһендә һаңғырау булып ҡалған балаларға ярҙам итеү мөмкин булмаһа, бөгөн ул хәл иткеһеҙ проблема түгел. Республикабыҙҙа «Кохлеар имплантация» Президент программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла башлағандан бирле әллә күпме балаға ишетеү мөмкинлеге тыуҙырылды. Был юғары медицина ярҙамы Республика балалар клиник дауаханаһы базаһындағы отоларингология үҙәгендә күрһәтелә. Нимә һуң ул кохлеар имплант? Әлбиттә, уның нимә икәнен белмәүең, дөрөҫөрәге, был проблемаға бөтөнләй тарымауың хәйерле. Шулай ҙа һаңғырау кешеләргә ишетеү һәләте биргән системаның мөмкинлеген бер нәмәгә лә тиңләрлек түгел.
Туҡтауһыҙ дауахана тупһаһын тапап, тамам өмөтһөҙлөккә бирелгәндән һуң, балаһын ишетмәүселәр өсөн махсуслаштырылған мәктәп-интернатҡа урынлаштырыуҙан башҡаса сара таба алмаған ата-әсә өсөн был ҙур ҡыуаныс ҡына. Сөнки кохлеар имплантация (ҡолаҡтың эсенә кохлеар имплант ҡуйыу) әллә күпме кешенең зәғифлеген бөтөрөү мөмкинлеген бирҙе. Ошо көндәрҙә беҙгә әлеге тәжрибә менән яҡындан танышыу форсаты тейҙе. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән «Донъяны ишет» мәрхәмәтлек фонды тарафынан баш ҡаланың «Дуҫлыҡ» балалар шифаханаһында ойошторолған кохлеар имплантация үткәргән балаларҙың Бөтә Рәсәй слеты ине әлеге сара.
Өфөнөң слетты үткәреү урыны тип һайланыуы юҡҡа түгел. Ни өсөн тигәндә, Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһы төбәктәре араһында һаңғырау балаларға комплекслы ярҙам күрһәтеүгә тәүгеләрҙән булып тотонған республика. Бынан тыш, беҙҙә кохлеар имплантация буйынса операция кисергән балаларҙы реабилитациялау ҙа юғары кимәлдә ойошторолған. Тимәк, үтә ҡиммәт булыу сәбәпле, быға тиклем тик бағыусылар йә ауырыуҙың үҙ иҫәбенә йылына ни бары биш-алты балаға ғына эшләнгән операция әле дәүләт кимәлендә хәл ителә – кохлеар имплантация республика бюджеты иҫәбенә башҡарыла. Бөгөн Республика балалар клиник дауаханаһында ошо юл менән 135 балаға ишетеү һәләте ҡайтарылған да инде. Операция – бер миллионға, аппарат үҙе 300 мең һумға барып баҫһа ла, медиктар һәм иҡтисадсылар фекеренсә, был ишетмәгән кеше өсөн ғүмер буйы сарыф ителгән сумманан күпкә түбән. Сөнки ауырыуҙы уҡытыуға, дауалау­ға байтаҡҡа күберәк, яҡынса туғыҙ йөҙ мең долларҙан ашыуыраҡ сығым сарыф ителә икән.
Нәҡ бәләкәй компьютер

«Ван Моурик Медикал» компанияһының клиник белгесе Руслан Кертиев аңлатыуынса, кохлеар имплантация – һаңғырау кешеләргә ярҙам итеүҙең камиллашҡан системаһы. Уның составына ике компонент инә. Беренсеһе – телмәр процессоры. Ул кеҫәгә һалып йөрөтмәле йәки ишетеү аппаратына оҡшаш, ҡолаҡҡа беркетеп ҡуйыла торған бәләкәй генә компьютер. Баҡтиһәң, телмәр процессоры микрофон аша мәғлүмәт ала һәм уны анализлап, кодлай. Артабан был мәғлүмәт системаның икенсе компоненты – кохлеар имплантҡа ебәрелә. Ул мәғлүмәтте ишетеү нервы епсәләренә оҙата. Ә имплант үҙе стимуляторҙан һәм электрод рәшәткәнән тора. Стимулятор ҡолаҡ артына урынлаштырыла, һәм ул тауышты электр импульстарына әйләндерә. Артабан импульс­тар ишетеү нервыларына эләгә, тауыш йәки хәбәр баш мейеһенә тапшырыла. Был процесс шул тиклем тиҙ башҡарыла, кеше тауышты шунда уҡ ишетә.
Кохлеар имплантация кемдәргә билдәләнә һуң? Ул бөтөнләй ишетмәгән кешеләргә, һаңғыраулыҡ буйынса дүртенсе төркөм инвалидтарға тәғәйенләнә. Сөнки уларға иң яҡшы ишетеү аппараттары ме­нән дә ярҙам итеү мөмкин түгел. Бының өсөн сурдолог ишетеү йәһәтенән кәмселеге булған бала менән аудиологик тикшереү үткәрә. Тикшереү этабында пациентҡа операция эшләү-эшләмәү тура­һында ҡарар ҡабул ителә. Икенсе этап – хирургик операция ваҡыты. Операция барышында имплант корпусы ҡолаҡ артындағы тире аҫтына беркетелә. Ә корпустан сыҡҡан электрод рәшәткә ҡусҡарға тоташтырыла. Тех­ник яҡтан бер ниндәй ҙә ҡатмарлылығы булмаған операция, ғәҙәттә, ике сәғәт самаһы дауам итә. Операция урынында ни бары бәләкәй генә йөй ҡала. Артабанғы этап – реабилитация. Операциянан һуң дүрт-алты аҙна үткәс, телмәр процессоры кохлеар имплантҡа тоташтырылып көйләнә. Ошо мәлдән һуң пациент кохлеар имплант ярҙамында ишетә башлай. Был этапта телмәр процессоры көйләнә, телмәрҙе кодлау стратегияһы һайлана, тыңлау өсөн индивидуаль программа булдырыла. Был эш кешелә тулы һәм кәмселекһеҙ ишетеү һәләтен яйға һалыу өсөн башҡарыла. Артабан телмәр функцияһын үҫтереү маҡсатында сурдопедагог менән күнекмәләр башлана. Кох­леар имплант ғүмерлеккә ҡуйыла, ул иҫкермәгәнлектән, ниндәйҙер техник хеҙмәтләндереү талап итмәгәнлектән, алмаштырыу мотлаҡ түгел.
Белгестәр билдәләүенсә, операциянан һуң һирәк осраҡта ғына тәм тоймау, баш әйләнеү, хәрәкәттә ниндәйҙер тайпылыштар, күңел болғаныу, баш ауыртыу, ҡолаҡ шаулауы кеүек ҡайһы бер кире эҙемтәләр күҙәтелеүе ихтимал.

Иң мөһиме – теләк

Ни өсөн бала һаңғырау булып тыуа һуң? Бының сәбәптәре төрлө булырға мөмкин. Генетик ауырыу, менингит кисереү ҙә сиргә сәбәпсе була ала. Бындай сабыйҙарға бәлә­кәйҙән имплант ҡуйҙырыу зарур. Сөнки ишетмәгән баланың үҫеш буйынса артта ҡалыуы, бөтөнләй теле асылмауы, һөҙөмтәлә һөйләшә алмауы билдәле. Шунлыҡтан уға бәләкәй саҡта уҡ операция яһау отошло. Был йәһәттән хатта йәш ярымлыҡ балаларға ла операция яһау буйынса уңышлы тәжрибәләр бар икән. Кохлеар имплантация кисереүселәр процедуранан һуң бер ҡыйынлыҡһыҙ аралаша, телефондан һөйләшә, ябай мәктәптә уҡый ала. Уларҙың тулы тормош менән йәшәй башлауына шаһит булыу һөйөнөс кенә. Өҫтәүенә, ҡәҙимге ишетеү аппараттарынан айырмалы рәүештә, кохлеар импланттар тауышты көсәйтеп кенә ҡалмай, ә ҡолаҡ эсендә эшләмәгән элементтарҙы йәки зарарлан­ған элементтарҙы алмаштыра.

Нимә ул реабилитация?

Процесс ярты эштән күберәген ала. Шуға күрә операциянан һуң сабый­ҙар­ҙан, ата-әсәләрҙән сабырлыҡ, ныҡышмалылыҡ кәрәк. Эш барышында сурдологтар, дефектологтар, логопедтар йәлеп ителә. Был ваҡытта баланы һөйләшергә өйрәтәләр, компьютер техникаһын файҙаланып, имплант көйләнә. Республикабыҙҙа теүәл бер аҙна дауам иткән Бөтә Рәсәй слеты ла – ошо йүнәлештә маҡсатлы эш алып барыу һөҙөмтәһе. Сарала, кохлеар имплантация буйынса операция кисергән ҡырҡ баланан, уларҙың ата-әсәләренән тыш, Европа илдәре белгестәре, Рәсәйҙең билдәле сурдопедагогтары ҡатнашты. Слет барышында Бөйөк Британияның һаңғырауҙар фондының генераль директоры, профессор Сью Арчбольт сурдопедагогтар өсөн мастер-клас­тар үткәрҙе. Белгестәр һәр бала менән шәхсән шөғөлләнде. Балаларҙың күбеһе тиерлек нәҡ ошо минуттарҙан тәүге өндәрҙе ишетеп, тәүге ижектәрҙе әйтергә өйрәнде. Аудиолог Елена Савельева үткәргән дәрестә беҙ үҙебеҙ ҙә Нальчик ҡалаһынан килгән ете йәшлек Далила Мечееваның тәүге тапҡыр әсәһенә яғымлы итеп: «Әсәй!» – тип өндәшеүенә шаһит булдыҡ. Ғәзизкәйенең ишетеүен, теле асылыуын йылдар буйы көткән әсә өсөн иң татлы һүҙ, ҙур еңеү булғандыр был. Ошондай бәхет осҡондары слетта реабилитация үтеүсе һәр баланың йөҙөндә балҡыны.

Рәйлә КҮСЕМХАНОВА.

Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…