RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мәғлүмәтле, тимәк, сәләмәт

13.11.2012 Мәғлүмәтле, тимәк, сәләмәт

Мәғлүмәтле, тимәк, сәләмәт
йәки Шәкәр диабеты бик хәүефле сир
Бер көндө дежур телефонға шундай һорау килде: “Диабет менән сирләгән кешегә араҡы эсергә яраймы? Көн һайын әҙләп кенә ҡулланһаң, ҡандағы шәкәр кәмей, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?”
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш эндокринологы, БДМУ-ның эндокринология кафедраһы мөдире, профессор, медицина фәндәре докторы Татьяна Моругова әйтеүенсә, спиртлы эсемлек, хатта әҙ генә миҡдарҙа ла, сирле кешенең хәлен тағы ла киҫкенләштерә. Тимәк, диабет менән яфаланыусылар ауыҙына хәмер бөтөнләй алмаҫҡа тейеш. Алкоголле эсемлектәр һәм майлы ризыҡ, әҙ хәрәкәтле тормош был сиргә туранан-тура юл аса.
Бөтә донъя шәкәр диабетына ҡаршы көрәш көнө уңайынан уҙған конференцияла республиканың баш балалар эндокринологы, медицина фәндәре докторы Олег Малиевский ҙа ҡатнашты.
Белгестәр мәғлүмәтенә ҡарағанда, 2011 йылдың аҙағында республикала шәкәр диабеты менән ауырыған 79825 кеше теркәлгән, шулар­ҙың 5249-ы – беренсе тип диабет менән ауырый (605-е − балалар һәм үҫмерҙәр), 74576 кешегә икенсе типтағы шәкәр диабеты диагнозы ҡуйылған.
− Сирҙе ни тиклем алдан дауалай башлайһың, шул тиклем пациенттың хәле яҡшыраҡ буласаҡ. Донъя табиптары билдәләүенсә, әгәр ҙә пациент үҙен контролдә тотһа, табип ҡушҡанды ваҡытында үтәһә, өҙлөгөүҙәр булмай тиерлек, ул тулы тормош менән йәшәй ала. Шуға күрә халыҡ был ауырыу тураһында хәбәрҙар булырға тейеш, – тине профессор Татьяна Моругова. – Бер нәмә лә борсомаһа ла, өс йылға бер тапҡыр ҡандағы шәкәр кимәлен тикшертеп торорға кәрәк.
Шәкәр диабеты менән ауырыу­сылар һаны донъяла ғына түгел, республикала ла йылдам арта. Шул уҡ ваҡытта халыҡ уның етди ауырыу икәнлеге тураһында бөтөнләй белмәй. Икенсе типтағы шәкәр диабеты бик аҫтыртын сир. ҡанда глюкоза кимәле бер нисә йыл юғары булһа ла, диабет үҙе хаҡында бөтөнләй һиҙҙермәй. Кеше тиҫтә йылға яҡын үҙенең сирен белмәй йөрөй. Һөҙөмтәлә зәхмәт төпкәрәк үтә, өҙлөгөүҙәр башлана. Ауырыу организмды ҡаҡшатҡас ҡына уның билдәләре күренә башлай. Ул саҡта инде дауалау­ҙы башлау яҡшы һөҙөмтә бирмәй. Ошо типтағы шәкәр сиренең хәүеф төркөмөнә 60 йәштән ололар, юғары артериаль ҡан баҫымы, артыҡ тән ауырлығы менән яфалан­ған кешеләр инә. Был сир нәҫелдән дә килә. Ауыҙ эсе кипһә, тиҙ арыусанлыҡ күҙәтелһә, оҙаҡҡа һуҙмай табип­ҡа күренегеҙ. Яҡшы аппетит булып та, шул уҡ ваҡытта тән массаһы кәмеһә, тимәк, уйланырға урын бар. “Әгәр ҙә һеҙҙә йәки яҡындарығыҙҙа ошо билдәләр булһа, ҡанығыҙҙа шәкәр кимәлен тикшертегеҙ. Ул ҡатмарлы йә ҡиммәт процедура түгел”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республиканың баш эндокринологы.
Статистика буйынса, Башҡор­тостанда йыл һайын ауырыу­ҙар һаны 5,4 процентҡа арта. Һуңғы ун дүрт йыл эсендә шәкәр диабеты менән ауырыусылар ике тапҡырға күбәйгән. Республикала шәкәр диабеты менән хәл киҫкен торғанда, бөгөн район-ҡалаларҙа кадрҙар етешмәй. Был эндокринологтарҙың эш хаҡы бик түбән булыуға бәйле. Күп урында терапевтар эндокринолог бурысын үҙ иңенә алған. Табиптар әйтеүенсә, Туймазы, Архангел, Дүртөйлө райондарында шәкәр сире менән яфаланыусылар­ға ярҙам күрһәтерлек белгес юҡ.
Ваҡытында башланған дауалау процедураһы етди өҙлөгөүҙәрҙән һаҡлаясаҡ. Инсулин терапияһын тик табип ҡына тәғәйенләй. Бөгөн уның ике төрө бар: кешенеке йәки уның аналогы. Һуңғыһы уңайлыраҡ та, хәүефһеҙерәк тә. Элегерәк был препараттар сит илдән килтерелгән. Бөгөн улар Орел өлкәһендә етештерелә, сифаты буйынса бер ҙә ҡалышмай.
− Башҡортостанда сирле балалар һәм үҫмерҙәрҙең 95 процентына юғары сифатлы инсулин аналогы бирелә. Бындай терапия беренсе типтағы шәкәр диабеты менән ауырыусы балаларҙың хәлен тотороҡландыра, өҙлөгөүҙәргә юл ҡуйылмай. Инъекциянан тыш, помпа ла ҡулланыла. Уның ыңғай яғы – балаға көнөнә дүрт тапҡыр инсулин бирергә кәрәкмәй, уға бер-икене ебәрергә мөмкин. Әммә инсулин помпаһы бушлай бирелмәй. Ул шәхси аҡсаға һатып алына, республикала ошо юҫыҡта ярҙам итерлек хәйриә фондтары эшләй, уларға мөрәжәғәт итергә мөмкин, – тине Олег Малиевский.
Мәкерле сир бер йәшкә тиклемге сабыйҙы ла аямай икән. Шәкәр диабеты кескәйҙәрҙә бик тиҙ барлыҡҡа килә. Дүрт аҙна эсендә генә уның хәле ҡыл өҫтөндә булыуы ихтимал. “Әгәр ҙә балағыҙ туҡтау­һыҙ һыу эсһә, тамағы кипһә, бәҙрәфкә йыш йөрөһә, эндокринолог­ҡа күренегеҙ”, – тип киҫәтте Олег Малиевский.
Бөтә донъя шәкәр диабетына ҡаршы көрәш көнө уңайынан Өфөлә “Диабетҡа ҡаршы берләшәйек!” республика аҙналығы үтә. Уның барышында Башҡорт дәүләт медицина университеты нигеҙендә шәкәр диабеты менән сирләүсе 7 − 18 йәшлек балалар өсөн спорт ярыштары, “Һаулыҡ мәктәбе”, шулай уҡ диагностик консультациялар уҙғарыла. Халыҡҡа ошо сир тураһында күберәк белем биреләсәк. Аҙналыҡ хәйриә концерты менән тамамланасаҡ.

Гүзәл БИКМӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…