RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сәләмәтлегебеҙ ниндәй хәлдә?

02.11.2012 Сәләмәтлегебеҙ ниндәй хәлдә?

Сәләмәтлегебеҙ ниндәй хәлдә?
Статистика мәғлүмәтенә ҡарағанда, республика халҡы күберәк ашай башлаған. 2007 йылда бер кешегә 913 килограмм аҙыҡ-түлек тура килгән, ә 2011 йылда был һан 1 мең 60 килограмм тәшкил иткән. Башлыса ит, балыҡ, май, емеш-еләк ашайбыҙ икән.
Республика буйынса ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы мәғлүмәтенә күҙ һалһаң, дөрөҫ туҡланмау арҡаһында йылына 100 мең кеше ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙ тип теркәлә. Был − дөйөм халыҡтың 14 проценты. Бигерәк тә мәктәп уҡыусылары ошондай сиргә йыш дусар була.
Йод дефициты һәм микроэлементтарҙың тейешле кимәлдә булмауы арҡаһында Башҡортостандың 23 төбәге хәүеф төркөмөнә инә. Белгестәр сирләмәҫ өсөн күберәк балыҡ, сыр, эремсек, диңгеҙ кәбеҫтәһе, йәшелсә, емеш-еләк, витаминлы һут, йодлы икмәк ҡулланырға кәңәш итә.
БР буйынса ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы хәүеф төркөмөнә ингән биләмәләрҙе билдәләгән.
Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары

Межгорье, Бөрө, Учалы, Ишембай, Күмертау ҡалалары, Ауырғазы, Ғафури, Мәсетле, ҡариҙел, Мишкә, Хәйбулла райондары.

Бер йәшкә тиклемге
сабыйҙарҙа анемия

Балтас, Федоровка, Балаҡатай, Тәтешле, Борай, Илеш, Ғафури, Хәй­булла, Бөрйән, Баймаҡ, Яңауыл, Ауыр­ғазы, ҡыйғы, Бишбүләк райондары, Сибай һәм Межгорье ҡалалары.
Йодҡа ҡытлыҡ кисереүселәр

Бүздәк, Балтас, Саҡмағош, Благовар, ҡариҙел, Борай райондары, Салауат, Мәләүез, Октябрьский, Белорет, Дүртөй­лө, Нефтекама, Благовещен, Учалы, Бәләбәй ҡалалары.

Рациональ туҡланмау арҡаһында килеп сыҡҡан сирҙәр комплексы

Хәйбулла, Мәсетле, ҡыйғы, Архангел, ҡал­тасы, Ауырғазы, Әлшәй, Биш­бүләк, Мишкә, ҡариҙел, Благовар райондары һәм Бөрө ҡалаһы.
Тыуым арта, үлем кәмей

Башҡортостан тыуым буйынса Рәсәйҙә 23 урынды биләй. 2005 йылда һәр мең кешегә 11 сабый тура килһә, 2010 йылда был һан 14-кә еткән. Чечня – лидер, унда йыл һайын мең кешегә 30 сабый тыуа, ә бына Ленинград өлкәһендә ни бары 9 ғына сабый. Үлем, ҡыуанысҡа, беҙҙә кәмей бара – мең кешегә 13 кеше тура килә. Башҡортостан менән Татарстанда был күрһәткес бер иш булһа, Силәбе (14) һәм Ырымбур (15) өлкәләрендә үлем йышыраҡ осрай. Ә мәскәүҙәр (11) һирәгерәк вафат була.
Башҡортостанда тәбиғи артым күҙәтелә, халыҡ йыл һайын 0,6 процентҡа күбәйә. Был тәңгәлдә Удмуртия ла маҡтана ала, ә башҡа төбәктәрҙә хәлдәр ҡыуанырлыҡ түгел – рәсәйҙәр һаны кәмей.
Ил буйынса ҡарағанда, үлем осрағы Ингушетияла (4) иң түбәне, ә Псков өлкәһендә (21) иң юғарыһы.

Нимә менән ауырыйбыҙ?

Башҡортостан ашҡаҙан-эсәк ауырыу­ҙары, йөрәктең ишемик сире, гипертония, ҡан ауырыуы буйынса Рәсәйҙә лидерҙар рәтендә. Мәҫәлән, бер йәшкә тиклемге балаларҙа анемия булыу республикала ғәҙәти хәлгә әүерелеп бара. Сәбәбе – һыуҙа һәм аҙыҡ-түлектә нитраттарҙың күплеге, һауала азот окисы концентрацияһының юғары булыуы, дөрөҫ туҡланмау.
Республикала һәр 100 мең кешегә 228 йөрәк сирле тура килә. Был, Рәсәй буйынса сағыштырғанда, 90 кешегә күп! Мәҫәлән, ығы-зығылы Мәскәү тиһәк тә, унда был һан 61 тәшкил итә. Гипертонияға ла беҙҙекеләр күпләп бирешә – 100 мең кешенең 10 362-һе сирле. Рәсәй буйынса уртаса был һан – 8 432 кеше.
Илебеҙ халҡының төп бәләһе – алкоголизм менән Башҡортостанда йөҙ мең кешенең 1211-е яфалана. Был һан уртаса ил буйынса кимәлдән саҡ ҡына түбәнерәк – 1242. Иваново өлкәһендә эскелек сәскә атҡан, 100 мең кешенең 3216-һы шайтан эсемлеге ҡоло. Ингуш халҡы иң айыҡ тип иҫәпләнә, унда 100 мең кешегә 9 эскесе тура килә.

Гүзәл БИКМӘТОВА әҙерләне.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…