RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух

09.10.2010 Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух

Әҙәм балаһы, әҙ генә сырхаулаһа ла, сәләмәт булыуға ни етә, ауырыһаң, бер нәмә лә кәрәкмәй, тип, һаулыҡтың иң ҙур байлыҡ икәнен хәтергә төшөрөүсән. Был инаныу һәр кемдең күңелендә йәшәй. Сәләмәтлеккә һаҡсыл ҡарашҡа дәүләттең дә йоғонтоһо көслө булыуын танымау мөмкин түгел. Республикабыҙ район-ҡалаларында нисәмә йыл бер-бер артлы дауалау учреждениелары төҙөлә, медицина ярҙамы күрһәтеүҙең сифаты күтәрелә, яңы технологиялар индерелә. Был тырышлыҡтар республика халҡының сәләмәтлегендә лә сағылыш тапмай ҡалмай. Уңыш­тарға нәҡ үҙаллылыҡ йылдарында өлгәштек, тип иҫәпләй Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры Андрей Евсюков та.
Ысынлап та, Башҡортостан – егерме йыл элек Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеп, халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлауға хоҡуҡи нигеҙ булдырған республика. Беҙ бөгөн тулы ышаныс менән, ошо арауыҡта ҡаҙаныштар­ҙы арттырып, халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтеүҙең кимәлен күтәреү мөмкинлеге тыуҙырылды, тип әйтә алабыҙ. Республика дауаханаларында ныҡлы матди база булдырылып, квалификациялы кадрҙар арттырылыуы ла шуны дәлилләй. Тыуған төйәгебеҙҙә йәшәүсе 4 миллиондан ашыу халыҡҡа ике йөҙҙән ашыу төр медицина ярҙамын 15 мең табип һәм 42 мең медицина хеҙмәткәре күрһәтә. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһен тотороҡло үҫтереүгә йыл һайын финанслауҙы арттырыу ҙа булышлыҡ итә, һуңғы ун йылда ул биш тапҡырға артҡан. Республикала йәшәүсе һәр кем иғтибар менән солғап алын­ған, бер кешегә йыллыҡ сығым 6149 һум тәшкил итә.
Һанай китһәң, ошо осорҙа беҙҙә ниндәй генә дауалау учреждениеһы асылманы?! Республика кардиодиспансерының ете ҡатлы хирургия блогымы, күрше өлкәләр­ҙе ҡыҙыҡтырырлыҡ гемодиализ үҙәге булһынмы – барыһы ла халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итһен өсөн төҙөлгән объекттар. Исемлекте йәнә лә Республика балалар дауаханаһының неонаталь, Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия, Республика клиник дауаханаһының диагностика, Республика перинаталь үҙәге һәм башҡа үҙәктәр дауам итә ала. Әле баш ҡалала онкология, туберкулезға ҡаршы диспансерҙарҙа ҙур төҙөлөштәр бара. Уларҙы файҙаланыуға тапшырыу һаулыҡ һаҡлауҙың сифатын арттырыуҙа һәм уңайлыҡтар булдырыуҙа мөһим роль уйнаясаҡ, тип ышана табиптар.
Һаулыҡ һаҡлау буйынса республика Советының күсмә ултырышы быйыл инде алтынсы йыл ойошторола. Сараның дәүләт ярҙамы талап ителгән муниципаль райондарҙа үтеүе бигерәк тә отошло. Тап уның ярҙамында муниципаль райондарҙағы медицина учреждениеларының өстән бер өлөшө матди-техник базаһын нығытыуға иреште. Мәҫәлән, быйыл ғына ла һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөлөшөнә республика бюджетынан 2 млрд 5 млн 924 мең һум аҡса бүлеү ҡаралған. Бынан тыш, халыҡты дарыуҙар менән тәьмин итеүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Республика «Һаулыҡ» өҫтөнлөклө милли проектын тормошҡа ашырыуҙа ла әүҙем ҡатнаша. Республикала уңышлы тормошҡа ашырыла башлаған «Башҡортостан Республикаһында кохлеар имплантация» программаһының аналогы Рәсәйҙә юҡ кимәлендә. Әлегә насар ишеткән балаларға кохлеар имплантат күсереп ултыртыу буйынса ошондай 128 ҡатмарлы операция үткәрелгән. Республиканың һаулыҡ һаҡлау практикаһына заман медицинаһы әүҙем индерелә, тигән һүҙ был.
2006 йылдан Башҡортостанда Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып медицина ҡушымтаһы булған «Башҡортостандың социаль картаһы» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы тор­мошҡа ашырыла. Ә ҡала поликлиникаларында «Берҙәм регистратура» проекты уңышлы эшләй, телемедицина технологияһы ла танылыу яулай бара. Бөгөн, муниципаль учрежде­ниелар­ҙы ла күҙ уңында тотһаҡ, 10 телемедицина үҙәге иҫәпләнә. «Шифахана-курорт» селтәре лә әүҙем үҫешә. Республикала һауыҡтырыу технологияһының барлыҡ заманса төрҙәре лә ҡулланылған өс тиҫтәнән ашыу шифахана бар. Уларҙа йыл һайын илебеҙҙең төрлө төбәктәренән һәм Башҡор­тостандан 120 мең кеше сәләмәтлеген нығыта. Шифахана­ларыбыҙҙың данын Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә танып беләләр. Быға миҫал итеп «Шифахана – 2008» Бөтә Рәсәй форумында 11 алтын һәм 7 көмөш миҙал, йәнә бер йылдан шул уҡ конкурстан 13 алтын, өс көмөш миҙал алып ҡайтыуҙарын хәтергә төшөрөү ҙә етә. Ә данлыҡлы «Янғантау» – өсөнсө тапҡыр илдең иң яҡшы шифаханаһы тип танылған берҙән-бер һауыҡтырыу үҙәге.
Быларҙың барыһы ла республика халҡының сәләмәтлеген яҡшыртыуға нигеҙ булып тора. Һандарға иғтибар итһәк, һуңғы егерме йылда балаларҙың үлеме – 2,3, әсәләрҙеке дүрт тапҡырға түбәнәйгән. 2009 йылда республикала халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелде. Тыуым да, 2008 йыл менән сағыштырғанда, 2,2 процентҡа күберәк, ә үлем 4,4 процентҡа кәмегән. Күпләп вакциналау ярҙамында ҡыҙамыҡ инфекцияһын – 5 мең, В гепатитын – 2,9, эпидемик паротитты 5,7 тапҡырға кәметеүгә өл­гәшһәк, полиомиелит, дифтерия, ҡыҙылса сирҙәре бөтөнләй теркәлмәне. Шулай итеп, һаулыҡ һаҡлау – Башҡортостанда социаль сәйәсәттең иң өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Системаны үҫтереүҙе инвестициялау дауалау-профилактика учреждениеларының матди-техник базаһын нығыта, заман технологияларын индерергә ярҙам итә. Был халыҡтың сәләмәтлеген нығытыу тигән төп маҡсатты тормошҡа ашырыуға килтерә. Республиканың һаулыҡ һаҡлау буйынса ҡаҙаныштары федераль үҙәк тарафынан да юғары баһалана. Маҡсатлы эш йүнәлеше һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә рейтингыны күтәрә. Мәҫәлән, РФ субъекттары араһында 2007 йыл һөҙөмтәләре буйынса 51-се урында булһаҡ, 2008 йылда 24-сегә күтәрелдек. Ә 2009 йылда 16-сы баҫҡысты яуланыҡ. Рәсәй Һаулыҡ һәм социаль үҫеш министрлығы ла Башҡортостанды дәүләт гарантиялары программаһын тормошҡа ашырыу юғары кимәлдә тәьмин ителгән туғыҙ субъект араһына индерҙе. Лайыҡлы еңеү был!

Р. КҮСЕМХАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…