RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Баҡсалағы матурлыҡ салоны

27.07.2012 Баҡсалағы матурлыҡ салоны

Йомарт ҡояш аҫтында йөрөп ҡап-ҡара булып яндығыҙмы? Артабан да ҡарасман булып йөрөргә теләмәһәгеҙ, ябай ғына ысулдар ярҙамында ҡабаттан аҡ йөҙлөгә әүерелергә мөмкин. Матурлыҡ салондарында төрлө химик саралар ярҙамында ла быға өлгәшеп була, әлбиттә. Тик уны тирегеҙ нисек ҡабул итеүе билдәһеҙ, етмәһә, аҡса янсығығыҙ һиҙелерлек бушаясаҡ. Аяҡ аҫтында үҫеп ултыр­ған петрушкаға иғтибар итегеҙ әле. Ул аш тәмләткес кенә түгел, яҡшы косметик сара ла. Унда аскорбин кислотаһы (С витамины) бик күп. Петрушка тирене ағартып ҡына ҡалмай, ваҡ йыйырсыҡтарҙы ла юҡҡа сығара. Күҙ төбөндәге нескә тире өсөн ул айырыуса файҙалы. Юҡҡа ғына сауҙа нөктәләрендә һатылған крем-маскаларға петрушка экстракты ҡушылмай. Йорт шарттарында был үҫемлектән бына тигән косметик сара эшләй алаһығыҙ.
– Петрушка төнәтмәһенә ҡушылған лимон һуты тирене яҡшы ағарта, пигмент таптарҙан, һипкелдәрҙән ҡотолорға ярҙам итә. Уның төнәтмәһе менән дә сайынһағыҙ, бит тиреһе һиҙелерлек ағарыр. Бының өсөн петрушкаға 1:10 миҡдарҙа ҡайнар һыу ҡойорға кәрәк.
– Йәшел тәмләткесте ваҡ итеп турап, һутын һығып, биткә һөртөргә һәм 15 минут тоторға.
– Петрушка һутын туңдырып, иртәнсәк шул боҙ менән битте ышҡыр­ға. Тирегеҙ шымарып, алһыуланып китер.
– 40 йәште үткән ҡатын-ҡыҙҙарға түбәндәге маска һәләк килешер. Ит турағыс аша үткәрелгән ике ҡалаҡ петрушканы алдан таҙартылған тирегә ярты сәғәткә һалып тороғоҙ. Шунан һалҡын һыу менән сайып төшөрөгөҙ.
– 50 грамм тәмләткескә ярты литр 50 процентлы спирт ҡушығыҙ һәм ике аҙнаға ҡараңғы урынға ҡуйығыҙ. Шунан уны һөҙөп, һыуытҡыста һаҡлағыҙ. Мамыҡ менән көн һайын бит һәм муйын тиреһен таҙартығыҙ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…