RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Талпан энцефалиты

25.05.2012 Талпан энцефалиты

Талпан энцефалиты
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, бөгөнгә 6752 кеше, талпан ҡаҙалыуына зарланып, медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән (ә былтыр был ваҡытта 3775 кеше булған). БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре 3122 талпанды тикшергән, шуларҙың 206-һында талпан энцефалиты асыҡланған. Шөкөр, республикала уның менән ауырыусылар теркәлмәгән. Талпандар июнь уртаһына тиклем әүҙем була, шуға ошо осорҙа бигерәк тә һаҡ булырға кәрәк.
Талпан йөрөткән вирустың сәләмәтлеккә зыян килтереүе ихтимал. Уны йоҡторған кешелә менингит, биҙгәк тотоу сире була. Шулай ҙа артыҡ борсолорға кәрәкмәҫ – ауырыу ғүмерлеккә зәғиф булып ҡалмай. Ябай ғына ҡағи­ҙәләрҙе иҫтә тотһағыҙ, үҙегеҙ өсөн тыныс булырға мөмкин. Урман-ҡырҙа оҙон еңле асыҡ төҫтәге кейем кейегеҙ, ялан баш йөрөмәгеҙ, салбар балағын ойоҡбаш эсенә тығырға кәрәк. ҡырҙан ҡайтҡас та үҙегеҙҙе ентекләп тикшерегеҙ. Тәндең йомшаҡ өлөштәрен – муйын, ҡултыҡ аҫты, ҡолаҡ артын, сандыр тирәһен бигерәк тә иғтибарлап ҡарарға кәрәк. ҡанһурғыстар йышыраҡ шул урынға йәбешә. Әгәр ҙә үҙегеҙ менән йорт хайуан­дарын алған булһағыҙ, уларҙы ла ҡарағыҙ.

Тәнгә ҡаҙалһа…

Мөмкинлек булһа, дауаханаға барығыҙ. Унда был бөжәкте тиҙ һәм дөрөҫ итеп тартып сығарырҙар. Әммә табипҡа күренә алмаһағыҙ, уны үҙ аллы сығарырға тура киләсәк. Шуны мотлаҡ иҫтә тотоғоҙ: талпанды ни тиклем һуңыраҡ алһағыҙ, ул шул тиклем тәнегеҙгә төпкәрәк үтеп инәсәк. Бөжәкте тиҙерәк алһам, шул тиклем энцефалит сире йоҡтороу ҡурҡынысы кәмейәсәк, тип уйлау хата. Әгәр ҙә ул инфекциялы булһа, беренсе тешләүендә үк вирус ҡанға тарала.
Йорт шарттарында талпанды сығарыу ысулдары:
– Талпандың күренеп торған өлөшөнә одеколон, спирт, араҡы һ.б. һөртөргә һәм ун минутҡа өҫтөнә ҡулъяулыҡ ябырға. Был ваҡытта талпан иҫерә һәм йомшара. Шунан уны ипләп кенә сығарырға кәрәк.
– Талпандың тын алыу ағзаһы уның тәнендә урынлашҡан. Шуға уны тонсоҡтороп сығарырға була. Бының өсөн бөжәк өҫтөнә мул итеп көнбағыш майы ҡойорға кәрәк, ул тулыһынса май эсендә булырға тейеш. 20 – 30 минуттан үҙе килеп сыға. Әгәр ҙә сыҡмаһа, сәғәт теле буйынса өйрөлтөп тартҡыслап ҡарағыҙ, ауыр сығарылһа, йәнә майҙа тотоғоҙ.
Талпанды ҡапыл тартып алһаң, уның томшоғо тәндә өҙөлөп ҡала. Шунан был урын ныҡ шешәсәк. Шуға күрә һаҡ ҡыланығыҙ.


Ф. БИККИНИНА,
Ғ. ҡыуатов исемендәге Республика клиник
дауаханаһының гигиеник тәрбиә буйынса инструкторы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…