RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Сәләмәт бала»лар һаны арта!

17.02.2012 «Сәләмәт бала»лар һаны арта!

– Киттек балалар баҡсаһына! – өс йәшлек Тамерлан Дауытов һәр көндө ошо һүҙҙәр менән ҡаршылай. – ҡасан мин балалар баҡсаһына барам?!
– Тиҙҙән, улым, – тип әсәһе Рузана Ишмөхәмәт ҡыҙы улын тынысландырырға тырыша. – Тиҙҙән...
Ул былтыр яҙ эшкә сыҡҡас, бәпес­те ун ике йәшлек Данил менән өлкән апаһы Эльвина ҡарай, ейәндәрен олатай-өләсәйҙәре лә ҡараша. Шулай ҙа Дауытовтар «Сәләмәт бала» исемле 15-се балалар баҡсаһына путевка алғас, еңел тын ала – унда яңы төркөм асылыуы хаҡындағы яңылыҡты ҙур ҡыуаныс менән ҡаршылайҙар. Һәм 10 февралдә иртә менән Тамерлан ата-әсәһен ашыҡтыра ла башлай: «Балалар баҡсаһына барғым килә!».
Был көндө Тамерландан башҡа тағы ла ун туғыҙ бала балалар баҡсаһына үҙ сиратын көтөп алды. Улар ата-әсәһенең усын ҡыҫып тотоп, уйын бүлмәһенә ҡурҡып ҡына инһә лә, бер аҙҙан яңы таныштарға, уйынсыҡтарға әүрәп, бер-береһе менән уйнай ҙа башланылар. Тәрбиәселәр Гөлдәр Ғайсина менән Зәмбилә Сабирова бәләкәстәрҙән күҙ яҙлыҡтырманы.
– Ата-әсәләр үҙҙәренең ғәзиздәрен беҙгә ышанып тапшыра, һәм беҙ ошо ышанысты аҡларға тырышасаҡбыҙ, – ти балалар менән 26 йыл эшләгән Гөлдәр Нәжәт ҡыҙы. – Уларҙы күп нәмәгә өйрәтербеҙ, үҙ балаларыбыҙ кеүек яратырбыҙ. Сөнки тәрбиәсе эшендә был иң мөһиме.
Яңы төркөмдө асыу тантанаһында ҡатнашыусылар ҙа үҙ сығыштарында тап ошоно һыҙыҡ өҫтөнә алды. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадр­ҙар буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко, мәғариф бүлеге начальнигы Ләйсән Фазлетдинова, «Техноплекс» заводы» йәмғиәтенең генераль директоры Фәрит Ғарифуллин, «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты» йәмғиәтенең социаль проекттар идаралығы бүлеге начальнигы Гүзәл Лоҡманова балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең ҡыуанысын уртаҡла­шыр­ға килгәйне. Улар бәләкәстәр әҙерләгән концертты ҡарағандан һуң балалар баҡсаһы буйлап экскурсия ҡылды. Яңы төркөмдөң уйын бүлмәһендә элек театр студияһы булған, ә йоҡо бүлмәһендә – башҡорт теле кабинеты. Мөдир Эльвира Багинаның һүҙҙәре буйынса, бағыусылар һәм ата-әсәләрҙең аҡсаһы иҫәбенә түшәм һәм стеналарға тулыһынса ремонт яһал­ған. Ғөмүмән, бар нәмә тиерлек бағыусылар ярҙамы менән башҡарылған. Әйтәйек, матур, заманса йыһазға аҡсаны Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты бүлгән. Бәҙрәф бүлмәһендә бөтә эштәрҙе «Учалыгаз» хеҙмәткәрҙәре атҡарған. Шулай уҡ «Техно­плекс» заводы», «Урал таштары», «Урал-трансавто», «Башҡорт алтын табыу компанияһы» йәмғиәттәре исеменә лә рәхмәт һүҙҙәре күп яңғыраны. Республика бюджетынан бүленгән 160 мең һум аҡса ла кәрәк-яраҡ алыуға ярап ҡалған. Бер һүҙ менән әйткәндә, яңы төркөмдө асыу «ил төкөрһә – күл була» тигәнде тағы бер ҡат раҫланы.
ҡунаҡтар, яңы төркөмдө ҡарағандан һуң, балалар баҡсаһының иркен спорт залына күҙ һалды, башҡорт теле буйынса дәрестәр үткән этнография музейында булды, бассейнда күңелле күнекмәләрҙе күҙәтте, йылы, таҙа төркөмдәргә инеп сыҡты. Эльвира Миңләхмәт ҡыҙы экскурсия ваҡытында коридорҙағы тәҙрәләрҙе – комбинаттың, иң һалҡын тип иҫәпләнгән унынсы төркөмдә мәғариф бүлегенең алмаштырыуын һөйләне.
– Үҙебеҙҙең көс менән унда стеналарҙы нығыттыҡ, яңы радиатор­ҙар ҡуйҙыҡ, һәм, ниһайәт, унынсы төркөм урынлашҡан бүлмәләр йылынды, – тип аңлатты мөдир. – Ун беренсе коммерция төркөмөндә бюджет урынына сират көткән балалар тәрбиәләнә. Коммерция төркөмөнән килгән аҡсаға 1-се, 4-се, 9-сы һәм 10-сы төркөмдәр­ҙең йоҡо бүлмәләрендә тәҙрәләр­ҙе һәм бөтә тышҡы ишектәрҙе алмаштырҙыҡ.
Йылы, матур, таҙа балалар баҡсаһы барыһында ла яҡшы тәьҫорат ҡалдырҙы, һәм был аңлашыла ла – бында үҙ эшен яратҡан тырыш кешеләр эшләй.
Байрамдан һуң Тамерлан ата-әсәһен ҡайтмай ҡаңғыртты – иптәштәре, уйынсыҡтар менән айырылышыуы уға ҡыйын ине. Шулай ҙа, иртәгә тағы килерһең, тигәс, ҡыуанып ҡайтып китте: «Мин балалар баҡсаһына йөрөйөм!».

Баныу ҡАҺАРМАНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…