RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәшел дарыухана

22.10.2011 Йәшел дарыухана

Дегәнәккә – дан!
ҡыҙым дерматиттан йонсоно. Уны иптәшем менән төрлө дауаханаларға күп йөрөттөк. Ниндәй генә май-дарыуҙар ҡулланып ҡараһаҡ та, ярҙам итмәне. Танышымдың кәңәше менән түбәндәге ысулды ҡулландыҡ. Ит турағыстан йәш дегәнәкте үткәреп, һутын ҡыҙымдың яраларына һөртөп сыҡтым. Ике аҙна тигәндә, уның тәне таҙара башланы. Бына шундай үҙе арзан, үҙе шәп сара!

Р. КУСЕЕВА.
Алоэ менән бал – шәп дауа

Алоэ гөлө менән дауалана башлар алдынан, уға ике аҙна һыу һипмәҫкә кәрәк. ҡырҡылған япраҡтар­ҙы ҡағыҙға төрөп, ике аҙнаға һыуытҡысҡа һалып ҡуйығыҙ. Шунан ҡайнар һыу менән сайҡатып алғас, яҡшылап иҙегеҙ. 1:3 нисбәтендә һыу ҡушып, һалҡын урында һаҡлағыҙ.
Иммунитетты нығытыу һәм матдәләр алмашыныуын яҡшыртыу өсөн

15 мл алоэ һутына 250 грамм бал, 350 грамм ҡыҙыл шарап ҡушып, 4 − 5 көн бүлмә температураһында тоторға. Ашарҙан ярты сәғәт алда берәр ҡалаҡлап көнөнә өс тапҡыр эсергә.
Йәки 100 мл алоэ һутына 500 грамм ваҡланған әстерхан сәтләүеге, 300 грамм бал ҡушып ҡулланырға мөмкин.

Артритты дауалау өсөн

Алоэ, бал һәм спиртты ҡушып, ҡатнашманы марля киҫәгенә һеңдерегеҙ. Һыҙлаған урынға ябып, өҫтөн полиэтилен ҡапсыҡ менән ҡаплап, шәл менән ҡат-ҡат урағыҙ.
Гастрит яфалаһа

100-әр грамм алоэ менән балды ҡушып болғағыҙ. Ашарҙан ярты сәғәт алда көнөнә ике тапҡыр ҡулланырға.

Тамаҡ, трахея шешһә

Бал менән алоэны 1:5 нисбәтендә ҡушырға. Көнөнә өс мәртәбә ашарға.
Киҙеү урап үтһен тиһәгеҙ...

Тиҙҙән киҙеү эпидемияһы башлана. Мине бер нисә йыл инде был сир урап үтә. Түбәндәге кәңәштәремә ҡолаҡ һал­һағыҙ, һеҙгә лә киҙеү янамаҫ.
a Балалар яратҡан “киндер-сюрприз”дың пластик һауытында ти­шектәр эшләп, эсенә иҙелгән һарымһаҡ һа­лып, уны муйынығыҙға тағып йөрөгөҙ.
a Өҫтәлегеҙҙән ли­мон-әфлисун кеүек цитрус емештәр өҙөлмәһен.
a ҡулъяулығығыҙға пих­та майын һеңдерегеҙ. Урамда, кеше араһында булғанда, ауыҙ-битегеҙҙе тик шуның менән генә һөртөгөҙ. Эфир майы осоп бөтмәһен өсөн уны полиэтилен тоҡсайҙа һаҡлағыҙ.
a Урамға сығыр алдынан танауы­ғыҙға оксолин майын һөртөгөҙ.
a Әгәр ҙә янығыҙҙа берәйһе сөскөрһә йә йүткерһә, пихта майы менән эшкәртелгән ҡулъяулыҡ менән танауығыҙҙы ҡаплағыҙ.
a Сирләгән кеше менән аралаш­ҡандан һуң, өйгә ҡайтҡас та яҡшылап ҡулығыҙҙы йыуығыҙ. Унан танауығыҙҙы тоҙ иретмәһе, тамағығыҙ­ҙы фурацилин йәки аш содаһы иретмәһе менән сайҡағыҙ. Ауырыу билдәһе һиҙелмәһә, эҫе душ йәки ҡыҙыу мунса инегеҙ. Табанға − йод иретмәһе, ә бармаҡ араларына “Звездочка” бальзамын һөртөгөҙ. Шунан йөн ойоҡбаш кейегеҙ.
aТөнгөлөккә ҡарағат, еләк япрағы, йүкә сәскәһе ҡушылған сәйҙе баллап эсегеҙ.

ҡышты имен-аман үткәреүегеҙҙе теләп, Салауат ҡалаһынан
Миңзәлә Азаматова.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…