04.10.2011 Йәшәү ҡәҙере
Бөрйән, Әбйәлил, Учалы һәм Белорет райондарының бөйөрҙәре сирле пациенттарын хеҙмәтләндергән Белорет ҡала дауаханаһының гемодиализ бүлегендә шарттар маҡтанырлыҡ үгел
Миләүшә, кинәт ауырып киттем, тип әйтә алмай, һәр хәлдә, сир уны шунда уҡ аяҡтан йыҡмай. Тик нишләптер ерле юҡтан аяҡ-ҡулдары, йөҙө шешенә, ҡан баҫымы күтәрелә, хәле бөтөп йонсой. Шулай бер аҙ ҡаңғырып йөрөгәс, поликлиникаға мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Табип уны Өфөгә тикшерелергә ебәрә. Шунда ғына ҡыҙҙың бөйөрҙәренең тейешенсә эшләмәүе асыҡлана һәм Миләүшәне клиник дауахананың нефрология бүлегенә һалалар. Анализдар бөйөрҙәрҙә башланған процестың ҡотолғоһоҙ икәнен күрһәтә...
– Миндә истерика башланды, илай-илай үҙемдән, табиптарҙан, Хоҙайҙан, ни эшләп мин һуң, шулай уҡ бер ни ҙә эшләп булмаймы ни, тип һораным, аҙаҡ депрессияға бирелдем... – тормошондағы иң ҡатмарлы осорҙо иҫләгәндә Миләүшә тыныс ҡала. – Үкенескә күрә, бер туҡтауһыҙ ҡуйылған тамыҙғыстар ҙа, уколдар ҙа, таблеткалар ҙа, табиптар тәғәйенләгән махсус режим, диета ла бөйөрҙәрҙең функцияһын тергеҙә алманы...
Йәш ҡыҙ калийһыҙ ҡаты диетаға ауыр күнегә, ә туйғансы һыу эсеү уйы уны көнө-төнө эҙәрлекләй (көнөнә 400 грамдан ашыу шыйыҡса эсеү тыйыла). Шулай ҙа Миләүшә өмөтөн өҙмәй, аҙаҡҡаса үҙенең һау-сәләмәт сағына кире ҡайтырмын тип ышана. Ләкин мөғжизә булмай...
Нефрология бүлеге пациенттарынан гемодиализға өйрәнеп китеүҙең ни тиклем ауыр икәнлеген ишетеп йөрөһә лә, Миләүшә дүрт-биш сәғәт буйына һис бер хәрәкәтһеҙ яһалма бөйөр аппаратына ҡуйылған килеш нисек ятырын күҙ алдына ла килтерә алмай. Етмәһә, был процедураны үтеү өсөн Белоретҡа аҙнаһына өс тапҡыр йөрөргә кәрәк була. Тик Миләүшәнең башҡа сараһы ҡалмай, бар ихтыяр көсөн йоҙроғона йомарлай ҙа, үҙен йәшәү өсөн көрәшкә көйләй. Һин бәхетлеһең, сөнки урын етмәү сәбәпле, ҡайһы берәүҙәргә был процедураны табиптар тәғәйенләй алмай, ти уға бергә дауаланған иптәштәре.
– Диализға өйрәнеүҙең ни ҡәҙәре ауыр икәнлеген белһәгеҙсе, – ти ҡыҙ. – Үҙеңдең көсһөҙлөгөңдө, сараһыҙлығыңды тойоуҙан хатта йәшәү тәме юғала. Йоҡоһоҙлоҡҡа, хәлһеҙлеккә эс һәм бил ауыртыуҙары ҡушылды, диализ ваҡытында йөрәк күкрәк ситлеген емереп сығырҙай булып тулай башлай, кинәт баҫым төшә... Әлдә ҡәҙерле, ғәзиз кешеләрем һәр саҡ янымда. Улар мине депрессия һаҙлығынан йолоп алды, йәшәргә көс бирә. Шулай уҡ донор бөйөрөн трансплантациялауға өмөт тә йәшәргә ынтылыш уята.
Миләүшә һәм яһалма бөйөр аппаратына ғүмерҙәренең ахырынаса бәйле башҡа учалылар менән Белоретҡа барғанда танышҡайныҡ. Уларҙы, төрлө йәштәге, төрлө холоҡло, төрлө яҙмышлы кешеләрҙе бер бәлә – ауыр сир берләштергән.
– 2006 йылда беҙ дүртәү генә инек, хәҙер ун бер кеше, – тип һөйләй Нурат Дауытова. – Ошо арала ғына икәү мәрхүм булып ҡалды: Мансурҙан бер инвалид үҙ аллы ҡалаға килеп, аҙаҡ беҙҙең менән Белоретҡа бара алмағанға үлде. Миндәктәге ҡатынды ла автобусҡа сығарыусы кеше булманы... Әйткәндәй, мөрәжәғәтебеҙҙе ҡала советы депутаттары ултырышта ҡарап, һорауыбыҙҙы ҡәнәғәтләндерҙе һәм беҙҙе хәҙер Учалы автотранспорт предприятиеһы автобусы йөрөтә.
Белореттағы дауахананың гемодиализ бүлеге Әбйәлил, Бөрйән, Учалы һәм Белорет райондары пациенттарын хеҙмәтләндерә. Әммә, үкенескә күрә, унда ауырыуҙар өсөн бер уңайлылыҡ та тыуҙырылмаған: улар кескәй генә, майҙаны күп булһа бер квадрат метрҙайҙыр, бүлмәлә сисенеп кейенә, сәғәттәр буйына бер-береһен ишек янындағы бәләкәй эскәмйәлә көтөргә мәжбүр. Йәй көнө еңелерәк, сөнки ваҡытты уҙғарып, ҡала буйлап йөрөп килергә була, ә ҡыштарын бер туҡтауһыҙ асылып ябылған ишек эргәһендә ултырыуҙары... Шуға ла пациенттар диваны, өҫтәл, ултырғыс, телевизоры булған ял итеү бүлмәһе тураһында хыяллана.
– Ә инде гемодиализ кабинеты Учалыла булһа – беҙ бәхеттең етенсе ҡатында булыр инек, – тип хыялдары менән бүлеште учалылар. – Әлбиттә, был бик ҡиммәтле дауалау, бер кешегә бер процедураға 3 – 4 мең һум аҡса сарыф ителә. Ләкин яһалма бөйөр аппараттары транспортҡа түгелгән сығымдарға ҡарағанда арзаныраҡҡа төшөр ине. Ошо һорау менән республикабыҙҙың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, төрлө ойошмаларға, эшҡыуарҙарға күпме мөрәжәғәт итһәк тә, беҙҙе бер кем дә ишетмәне.
Шуға ла ауырыуҙар һәр дүшәмбе, шаршамбы һәм йома һайын Белоретҡа ҡан таҙартырға йөрөүҙәрен дауам итә. Миләүшә быны эшкә йөрөү тип ҡабул итергә тырышып, ҡайсаҡ дауалаусы табипҡа күңелһеҙ шаяртыу менән өндәшә: «Бәлки, һеҙ миңә отпуск бирерһегеҙ, исмаһам, бер генә айға булһа ла?!» Барыһы ла һағышлы йылмая, сөнки хатта бер генә аҙналыҡ «отпуск» та Миләүшә өсөн үлем ҡарарына тиң.
Әйткәндәй
Яһалма бөйөр аппараты, Белорет үҙәк район дауаханаһының гемодиализ бүлеге мөдире Алмаc Хызыровтың һүҙе буйынса, кешегә үҙ бөйөрөн тулыһынса алмаштыра алмай. Шуның өсөн, бөйөрҙәрҙе һаҡлап, һыуыҡ үткәрмәҫкә, алкоголле эсемлектәрҙе ҡулланмаҫҡа, антибиотиктар, температураны төшөрөүсе препараттар менән мауыҡмаҫҡа, енси ағзаларҙың гигиенаһын күҙәтеү талап ителә. Айырыуса диабетиктарға, зарарлы производствола эшләүселәргә һаҡ булырға кәрәк. Бөйөр күҙәнәктәре үҙҙәренең функцияһын һаҡларға маташып, һуңғаса сир менән көрәшә, шуға ла ауырыу шунда уҡ үҙен һиҙҙермәй. Һәр хәлдә, сирҙәрҙе аҙҙырмаҫҡа, ауырып киткән осраҡта һәр саҡ табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Р. S. Материал баҫырға әҙерләнгәндә, шул мәғлүм булды: Белореттағы гемодиализ бүлегендә диализға тотона торған материалдар 8 октябргә тиклем генә етәсәк. Бүлектә дауаланыусыларҙың ғүмере ҡурҡыныс аҫтында. Кем яуаплы был хәл өсөн? Яһалма бөйөр аппараты арҡаһында ғына йәшәй алғандар менән бер-бер хәл була ҡалһа, уларҙың ғазаплы үлеме өсөн кем яуап тотор?
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.