13.09.2011 Халыҡ һаулығын ҡайғыртып
«Берҙәм Рәсәй» партияһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһен модернизациялау һәм халыҡтың йәшәйеш кимәлен яҡшыртыу буйынса бойомға ашырған проекттары байтаҡ. Башҡортостанға ошо маҡсатта 16 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде. Нәҡ шул арҡала Октябрьский ҡалаһында гемодиализ үҙәген асыу форсаты тыуҙы.
− Бөйөр сирҙәренән интеккәндәр республикала күп кенә. Бындай пациенттар дауаланыуға, ғәҙәттә, 300 – 500 километр алыҫлыҡтағы үҙәктәргә барырға мәжбүр ине. Хәҙер ошондай үҙәктәр Нефтекамала, Мәсәғүттә лә булдырыласаҡ, − тип белдерҙе «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов.