09.07.2011 Дауаланырға килегеҙ
Өфөлә Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәге асылды.
Ул «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһының сираттағы бүлексәһе булып тора.
Үҙәк хеҙмәткәрҙәре хәбәр итеүенсә, дауалау учреждениеһы 28 төрлө медицина хеҙмәте күрһәтеүгә лицензия алған. Бында массаж, физиотерапия, акушерлыҡ һәм гинекология, кардиология, неврология, профпатология, пульмонология, ревматология, рефлексотерапия, терапия, ультратауыш диагностикаһы, урология, физиотерапия, функциональ диагностика, эндокринология, гастроэнтерология, хирургия һәм башҡалар инә. Өҫтәүенә, ошо арала тағы ла 15 дауалау төрөнә лицензия алыу күҙаллана. Медицина үҙәге заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Юғары квалификациялы белгестәр медикаментоз дауалау буйынса ғына түгел, ә халыҡ медицинаһы ысулдарын (гирудотерапия, фитотерапия, ароматерапия, сәскә терапияһы) ҡулланыу хаҡында ла консультациялар бирә. Дауалау башҡорт балы һәм башҡа умартасылыҡ продукцияһы – прополис, бал ҡорто балауыҙы, ағыуы, һөтө, перга ярҙамында башҡарыласаҡ.
Бөгөн үҙәктең эксперименталь лабораторияларында бөтәһе 200 төрлө дауалау-профилактик продукция, аҙыҡ-түлек һәм косметика әйберҙәре етештерелә. Уларҙың күпселеге халыҡ-ара, Рәсәй күргәҙмәләрендә дипломдар һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.
– Беҙҙең медицина үҙәгенең төп маҡсаты – кешеләрҙе һауыҡтырыу, – ти «Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге»нең директоры Әмир Ишемғолов.