RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Балалар ярҙамһыҙ ҡалмаҫ

28.06.2011 Балалар ярҙамһыҙ ҡалмаҫ

Кохлеар имплантация буйынса операция кисергән ишетмәгән балалар ҡатмарлы хәлдә ҡалған. Шундай балаларҙың береһенең әсәһе хәбәр итеүенсә, кохлеар имплантат йөрөткән бер нисә бала телмәр процессоры һәм уның комплекттарын («зарядник», микрофон, тауыш тапшырғысы һ.б.) ала алмай.
«Аппараттың ҡулланыу ваҡыты үткәс тә, беҙ тейешле запас частар алырға тейешбеҙ. Әммә беҙгә, федераль программа буйынса тик телмәр процессорын ғына алмаштырыу ҡаралған, тип башҡа өлөштәрен биреүҙән баш тарталар. Ә комплект тулы булмаһа, процессорҙың кәрәге лә ҡалмай. Шул арҡала операция яһалған балалар яңынан һаңғыраулыҡҡа дусар ителә», – ти Надежда Тарасова. Бөгөн имплантат ҡуйылған балаларҙың байтағы ғәҙәти мәктәпкә, балалар баҡсаһына, түңәрәктәргә йөрөй. Уларҙы ҡабаттан ирешкән уңыштарынан яҙҙырыу дөрөҫ булмаҫ ине.
Етмәһә, кохлеар имплантат буйынса рәсми дилер «Advanced Bionics» Өфөләге сервис үҙәген япҡан. Рәсәйҙе запас частар менән тәьмин итеүсе берҙән-бер фирма үҙенең монополислығынан файҙаланып, юғары хаҡтар ҡуйған. Шунлыҡтан күпселек ата-әсә кәрәкле комплекттарҙы һатып ала алмай.
РФ Хөкүмәтенең «Инвалидтарҙы һәм айырым категория ветерандарын техник саралар һәм протез-ортопедия изделиелары (теш протездарынан тыш) менән тәьмин итеү тәртибе тураһында»ғы ҡарарының кохлеар имплантат операцияһы кисергән балаларға ҡағылған өлөшөнә ярашлы, ысынлап та, телмәр процессорынан башҡа имплантат комплектын алмаштырыу йә ремонтлау ҡаралмай.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының әсә һәм бала һаулығын һаҡлау бүлеге начальнигы Нәзир Минһазов белдереүенсә, бер нисә көн элек кенә республика хөкүмәтендә ошо ҡатмарлы хәлгә ҡалған балаларҙың проблемаһын хәл итеү өсөн эшсе төркөмдөң кәңәшмәһе булған. 2011 – 2013 йылдарға иҫәпләнгән «Башҡортостан Республикаһында кохлеар имплантация» тигән маҡсатлы программаға үҙгәреш индереү хаҡында ла мәсьәлә ҡаралды. Тиҙҙән ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһында «Медицина техникаһы»компанияһының сервис үҙәген асыу ҙа күҙаллана.
Әйткәндәй, бөгөн республикала үрҙә телгә алынған операция 120 балаға яһалған, 43-өнөң комплект элементтарының ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан, киләһе йылға был һан тағы ла артасаҡ.

Т. АМАНОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…