25.06.2011 Талпан
Себен һәм серәкәй тешләүе күп осраҡта оҙайлы ваҡытҡа һуҙылмаған уңайһыҙлыҡтар тыуҙырһа, талпандың тәнгә ҡаҙалыуы ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Талпандар апрелдән башлап октябргә тиклем әүҙем була. Тап ошо мәлдә кешеләр һәм хайуандарҙың тәненә ҡаҙала. Был ҡанэскестәр бигерәк тә май айында әүҙемләшеп китә.
Талпандар ылыҫлы һәм ваҡ япраҡлы ағастар ҡушылған ҡыуаҡлы урмандарҙы үҙ итә. Был бөжәктәр ҡоро урында йәшәй алмай, тура төшкән ҡояш нурҙарынан ҡурҡа. Шуға ла рәхәтләнеп ял итеү өсөн ҡоро, ныҡлап ҡояш нурҙары төшкән ялан-болондарҙы һайларға кәрәк.
Талпан кешегә ҡаҙалғанда бер ниндәй ҙә ауыртыу һиҙелмәй. Сөнки был бөжәк тешләгән ваҡытта шайығында ауыртыуҙы баҫа торған матдә бүлеп сығара.
Талпан тәндең теләһә ниндәй өлөшөнә ҡаҙала ала. Әммә улар йыш ҡына тиренең йоҡа урынын – башты, ҡолаҡ артын, арҡаны, ҡултыҡ аҫтын эҙләп, шыуышып йөрөүсән.
Талпан ҡаҙалмаһын өсөн тәбиғәткә сыҡҡанда дөрөҫ кейенергә кәрәк, тәндең асыҡ урындары ҡалмаһын. Аҡһылыраҡ, бер төҫтәге кейемдә талпанды күреп ҡалыуы еңелерәк. Был бөжәктәр урманда ғына түгел, парктарҙа ла, баҡсаларҙа ла осрай.
Әгәр талпан ҡаҙалһа, уны күреп ҡалыу менән тәндән һурып сығаралар. Бының өсөн ябай ғына еп алып, талпан менән тән араһын ике-өс тапҡыр урарға кәрәк. Тарттырғас, еп талпандың муйыны тирәһенә тура килһен. Бынан һуң епте яйлап ҡына борғослай башлайҙар. Талпанды иҙергә, бүлгесләргә ярамай, уны әкрен генә һөйрәп сығаралар.
Тәндән сығарылған талпанды иҙмәйҙәр, банкаға һалып ҡуйып, мөмкин тиклем тиҙерәк тикшерергә алып баралар. Ә инде талпан ҡаҙалған урынды спирт йә йод менән эшкәртергә кәрәк.