RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Беҙҙең «алтын баш»­тар менән америкала ҡыҙыҡһыналар

14.09.2010 Беҙҙең «алтын баш»­тар менән америкала ҡыҙыҡһыналар

йәки Йәш ғалим Эдуард Ғәптрәҡипов ҡасан да булһа заманса ғилми эшкәртмәләргә илебеҙҙә «йәшел ут» асылырына өмөтләнә
Беҙҙең «алтын баш»­тар менән америкала ҡыҙыҡһыналарБыйылғы ҡоролоҡ һөҙөмтәһендә ҡоторған янғындар илебеҙҙә уға ҡаршы тора алырлыҡ көс, дөрөҫөрәге, быға тиклем ошо мәсьәләгә дәүләт кимәлендә иғтибар булмауын раҫланы. Иҫке техника һәм ысулдарҙың йоғонтоһоҙлоғо арҡаһында сит илгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеү генә хәлде бер аҙ йомшарт­ҡандыр. Ысынбарлығыбыҙ иһә Рәсәйҙә янғынға ҡаршы көрәшерлек яңы технологиялар уйлап сығарыусы «аҡыллы баш»тарҙың булмауын түгел, ә бына тигән яңы, заманса проекттар була тороп та, патент ала алмайынса, һөҙөмтәлә ҡулланыу тапмайынса, лабораторияларҙа саң баҫып ятыуын күрһәтте.
Хәйер, бындай ысынбарлыҡ тик янғынға ҡаршы көрәш өлкәһендә генәме ни? Заманса уйлай, фекерләй белгән күпме йәш ғалимдарыбыҙҙың иҫ китерлек эшкәртмәләре тейешле ведомстволар тарафынан иғтибар етмәүҙән, дөрөҫөрәге, аҡса юҡлыҡҡа һылтаныуҙан, бойомға ашырылмай ҡала. Һәр уйлап табыусы, рационализатор, проектлаусы, ғалим үҙенең матур һәм файҙалы ниәт-ғәмәлдәрен уңышлы атҡарыу өсөн шәхси рәүештә АҡШ-тан йәки Австриянан инвестор эҙләй алмай – һушты алырлыҡ инновацион технологияларыбыҙҙың ҡағыҙҙа ғына ҡалыуы йәмғиәтебеҙҙең бәкәленә һуға ла инде. Әҙме ни ошо сәбәпле бына тигән ғалимдарыбыҙҙың, уйлап табыусыларыбыҙҙың сит илгә сығып китеү осраҡтары?!
Беҙҙең «алтын баш»­тар менән америкала ҡыҙыҡһыналар
Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра ассистенты, медицина фәндәре кандидаты Эдуард Хәлил улы Ғәптрәҡиповтың ике йыл рәттән «Селигер» Бөтә Рәсәй йәштәренең инновацион форумында ҡатнашыуы, был мәртәбәле сараға үҙе менән уйлап табыу һәләтенә эйә булған студенттарын да алып барыуы тураһында күптән хә­бәрҙар инем. Өфөнөң 21-се дауаханаһында төшкә тиклем табип­лыҡ эшен тамамлап, универ­ситет­ҡа дәрес бирергә ашыҡҡан йәш ғалим менән тәнәфес араһында ғына осрашыу форсаты тейҙе.
Төҫ-ҡиәфәтендә олпатлыҡ ярылып ятҡан ир уҙаманына 31 генә йәш икән. Үҙ иңенә шундай ҙа етди эштәр йөкмәп, шундай яуаплы бурыстар башҡарғанғалыр инде, ул үҙ йәшенән байтаҡҡа өлкәнерәк күренә. Ысынлап та, уның эш, фәнни-ғәмәли тәжрибәһе, тормошҡа ҡарашы, аң-зиһене, бәлки, ҡайһы бер илле-алтмыш йәшлек ир-азаматтарҙыҡына ҡарағанда ла тосораҡ булыуы Эдуардҡа шундай төҫ бирәлер.
Ул әле үҙе уҡытып йөрөгән университетты ете йыл элек кенә тамамлаған. Интернатура, унан һуң клиник ординатура үткән, бер үк ваҡытта кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған. Дауаханала, университетта эшләп йөрөүе менән бер ваҡытта БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында өҫтәмә һөнәргә уҡып йөрөй. Медицина менән был уҡыу йортонда алған буласаҡ һөнәре араһында ниндәй бәйләнеш бар, тип һорарға ла өлгөрмәнем, әңгәмәсем үҙенең төп эшенә бәйле киләсәккә пландарын асып һалды:
– Мин академияла идара итеү системаһын үҙләштерәм, һәм бының үҙ сәбәбе бар: Германияға барып, ундағы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә идара итеү системаһын ныҡлап өйрәнгем килә. был илдәге кешегә йүнәлтелгән социаль страховка системаһы Рәсәй өсөн дә бик ҡулайлы булыр ине, – тип ҡыҫҡаса ғына аңлатты ул.
Ул ғына ла түгел, йәш ғалим ике йылдан докторлыҡ диссертацияһын да яҡламаҡсы! Бына бит беҙҙең йәштәр ниндәй: өлгәшелгәндәр менән генә ҡәнәғәтләнмәйенсә, һаман үҫешкә, камиллыҡҡа ынтыла, киләсәккә яҡты һәм изге пландар менән янып йәшәй. Көнләшерлек бит, ә!
Эдуардтың күңелендә ижад итеү, тынғыһыҙ йәшәү осҡоно, үҙе әйтмешләй, өсөнсө курста, йәғни буласаҡ һөнәренең йүнәлешен аныҡлағас, ҡабына. Хирургик ауырыуҙар һәм яңы технологиялар кафедраһы мөдире, профессор Олег Владимирович Ғәли­мовтың, беренсе курстан уҡ егеттең һәләттәрен һиҙеп ҡалып, уға айырым иғтибар биреүе, фәнни эшкә йәлеп итеүе лә үҙ һөҙөмтәһен биргәндер. Универси­тетты тамамлағансы уның етәкселеге аҫтында егет төрлө уйлап табыу­ҙарға өлгәшкән. Һәм һәр яңы проект пациенттың хәлен яҡшыртыу­ға, йәрәхәттәрен тиҙерәк бөтәштереүгә арнала. Студент йылдарында үҙләштергән белеме һәм һәләттәре Эдуардты клиник ординатурала эшләп йөрөгән саҡта уҡ яңы асыштарға әйҙәй. 2005 йылда ул, мәҫәлән, ауыр кәүҙәле пациенттарҙың диафрагмаһының ҡыҙыл үңәс юлы бүҫерен дауалау өсөн ҡорамал уйлап таба. Ошо эшен камиллаштыра барып, ул былтыр Тверь өлкәһенең Асташков ҡалаһына «Селигер – 2009» форумына «Ауыр кәүҙәле пациенттың ҡыҙыл үңәс һәм ашҡаҙан сирҙәрен дауалауҙа инновацион технология» ти­гән эшен алып бара. Унда барғансы үҙебеҙҙең ерлектә, Баш­ҡортостанда, патент­ланған был эшен бойомға ашырыу өсөн инвесторҙар эҙләп ҡарай, әммә... Шуны­һы ҡыҙыҡ, үҙебеҙҙә ҡыҙыҡһыныу һәм ҡулланыу тапмаған проект нәҡ ошо юғары кимәлдәге сарала, ҡайҙан тиһегеҙ, Американан инвестор таба. Дөрө­ҫөрәге, йәш ғалимдың инновацион проектын АҡШ-тан «Хеликс Вен­чурс» вәкилдәре оҡ­шата һәм ике яҡлы килешеү төҙөргә тәҡдим итә. «Америкала йәшәһәң, бындай «ал­тын» башың менән күптән иң бай кеше­ләр­ҙең бере­һенә әй­ләнгән булыр инең», – ти уға сит ил вәкиле. Шулай итеп, Башҡор­тостан егетенең эше «Селигер»ҙа иң яҡшы егерме инновацион проект иҫәбенә индерелә.
Беҙҙең «алтын баш»­тар менән америкала ҡыҙыҡһыналар
– Был технология буйынса яһалған опе­­ра­цияларҙан һуң өҙлөгөү хәүефе 95 проценттан 2 процент­ҡа тиклем төшә, – тип һөйләй уйлап табыусы. – Өҙлөгөү пациенттың операциянан һуң үҙен һаҡламауы арҡаһында ғына килеп сығыуы ихтимал. Беҙҙә ошо технология буйынса 300-ҙән ашыу операция уңышлы башҡарылды ла инде.
Форумдан уңыш менән ҡайт­ҡас, Эдуард Хәлил улын Фәнни-техник өлкәлә бәләкәй предприятиеларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү фондының рәсми вәкиле – БР-ҙың инновацион агентлығына эшкә саҡыралар. Был яңы идеялар менән янған егет өсөн бик ҡулай булып сыға. Ул яңы проекттар өҫтөндә ентекле эшләй башлай, студенттарын да йәлеп итә. Әлеге көндә уның менән берлектә медуниверситеттың ете студенты төрлө эшкәртмәләр өҫтөндә тир түгә. Уҡытыу­сыларына ҡарап дәртләнгән егеттәргә фәнни эш менән шөғөлләнеү үтә лә ҡыҙыҡ икән. Күп кенә ғилми тикшеренеүҙәренең һәр береһе ошо фондтың 400-әр мең һумлыҡ гранттарын яулаған. Был ғилми эште үҫтереүгә ҙур стимул булып торған. Ғөмүмән, һуңғы ике йылда Башҡортостанда үткәрелгән «Умники» инновацион конкурсында федераль инвести­циялар­ҙы йәлеп иткән 35 грант яуланған. Рес­публикабыҙҙың күп кенә вуздары – БДУ, БДМУ, ӨДАТУ, ӨДНТУ, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге студенттары грант яулаусылар иҫәбендә. Эдуард Хәлил улы белдереүенсә. бөгөн уларҙың ҡайһы берҙәре буйынса тикшеренеү эштәре тамамланыу өҫтөндә.
Йәштәрҙең ижад ҡеүәһе көслө булыуын быйылғы «Селигер»ҙа ла уңыш ҡаҙаныуҙары дәлилләй: Башҡортостандан 60 кеше – ғалимдар, аспиранттар, студенттар унда үҙ хеҙмәт емешен күрһәтергә алып барған. Ғәптрәҡипов иһә студенттары менән үҙҙәренең ике проектын – мөғжизәле майҙарын (йәрәхәтте тиҙ бөтәштереүсе май) һәм яраны инновацион бәйләү сараһын (йәрәхәт алған пациентты оҙайлы транспортировкалау ваҡытында йоғонтоло сара) тәҡдим иткән. Мөғжизәле май беҙҙең урман-ҡырҙарҙа үҫкән үләндәр нигеҙендә эшләнгән һәм йәрәхәттәрҙе 3 – 5 көнгә иртәрәк бөтәштереү һәләтенә эйә. Әйткәндәй, ул «Старт-ап» программаһының иң яҡшы 15 проекты иҫәбенә индерелгән. Ғилми һынау­ҙар үткәндән һуң, был мөғжизәле май дарыухана кәштәләренә сығыр ине, тик, әлеге лә баяғы, республиканың фармация компанияларында ул ҡыҙыҡһыныу уятмаған. Халыҡ­тың ихтыяжын иҫәпкә алып, бәлки, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм берәй фармкомпания был майҙы етештереүгә тотонор? Мотлаҡ тотонор, тибеҙ, сөнки, сит илде байытҡансы, үҙебеҙҙең республика мәнфәғәтен ҡайғыртыу мөһимерәк бит.
– Илдә инновацияларға, модернизациялауға баҫым яһал­ғанда, беҙҙең, йәғни социаль йүнәлештәге, проекттарға ла һорау тыуыр, тип ышанғы килә, – тип һүҙен дауам итә әңгәмәсем. – Эйе, беҙҙә уйлап табыусылар, новаторҙар күп. Әйтәйек, беҙҙең университет лабораторияларында ғына профессорҙарыбыҙҙың йөҙләгән яңы проекты саң баҫып ята. Инвесторҙар табыу өсөн бит ғалимдарға менеджерҙар кәрәк. Сөнки профессор үҙе инвестор эҙләп, килешеүҙәр, пландар төҙөп йүгереп йөрөй алмай бит. Бының өсөн уның мөмкинлеге лә, ваҡыты ла юҡ. Ошо мәсьә­лә буйынса Пре­зи­дент Рөстәм Зәки улының блогына сыҡ­ҡайным, ул бик ыңғай ҡарашта булыуын белдерҙе.
Әйткәндәй, яңы яра бәйләү сараһы иң яҡшы илле топ-проект иҫәбенә индерелеп, 11-се урын алған һәм ғилми тикшеренеүгә грант яулаған.
Медуниверситеттың бишенсе курс студенты Тимур Сә­ләховтың хеҙмәте айырым танылыу яулаған. Ул уйлап сығар­ған «Электрон паспорт» күптәр­ҙе ҡыҙыҡһындырған.
Эдуард Хәлил улының гәзит уҡыусыларға асып һалырҙай үҙенең һәм студенттары менән берлектәге проекттары байтаҡ. Ошо инновацион эшкәртмәләр­ҙе бер ергә туплар һәм бойомға ашырыр өсөн БДМУ-ның технопаркын булдырыу ниәте менән йәшәй ул. Өфөләге бер нисә вуздың, әйтәйек, авиация техник университетының ундай тәжрибәһе күптән бар һәм үҙен аҡлаған. Медуниверситет йәштәренең дә ғилми-ғәмәли потенциалын асыу, үҫтереү өсөн төп нигеҙ булып торор ине ул. Ә йәштәрҙең потенциалы, күреүебеҙсә, бик ҙур!

Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…