18.06.2011 Балаларҙы наркотиктарҙан һаҡлайыҡ
Республика йортонда БР-ҙың Наркотиктарға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышы үтте. Сарала БР Президенты Р. Хәмитов та ҡатнашты.
Комиссия ҡарарынса, Башҡортостанда социаль тайпылыштарҙы иҫкәртеү буйынса белгестәр әҙерләү ойоштороласаҡ. Был ниәтте Президент та хупланы.
«Наркотиктарға ҡаршы эшмәкәрлектең, айырыуса балалар һәм йәштәр араһында тейешле һөҙөмтә бирмәү сәбәптәрен асыҡларға кәрәк», − тине Рөстәм Хәмитов. Үкенескә күрә, наркодилерҙар әлегә балалар аңына ата-әсәләр, педагогтарға ҡарағанда һөҙөмтәлерәк йоғонто яһай. Республика етәксеһе фекеренсә, наркотик ҡулланып ҡарарға теләүсе һәр бала − беҙҙең еңелеү. Енәйәтселәргә профессиональ рәүештә ҡаршы тороу мотлаҡ. Уҡытыусылар ҙа был заман афәтенә бәйле мәсьәләләр буйынса ентекле әҙерлек үтергә бурыслы. Бында табип та, психолог та, юрист та булырға, бала менән аңлайышлы телдә һөйләшергә һәм ата-әсә менән аҡыллы эш итә белергә кәрәк.
Комиссия ултырышында муниципаль кимәлдә наркотиктарға ҡаршы эште өйрәнеү мәсьәләһе лә ҡаралды. Миҫалға һуңғы йылдарҙа наркомандар һаны артып киткән Учалы һәм Әлшәй районы килтерелде.
Комиссияның былтыр октябрҙәге ултырышында Мәғариф, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлыҡтарына 2011 йылдың 1 апреленә тиклем наркотиктар ҡулланған бәлиғ булмағандарҙы педагогик-психологик реабилитациялау һәм төҙәтеү үҙәге асыу бурысы ҡуйылғайны. Был эш әлегәсә атҡарылмаған.
Әйткәндәй, БР наркополицияһы мәғлүмәттәре буйынса ағымдағы йылдың тәүге биш айында наркотиктарға бәйле 766 енәйәт осрағы асыҡланған, шуның 519-ы − үтә ауыр енәйәт иҫәбендә. Барлығы 50 дезоморфин притоны юҡ ителгән, енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырылыусы 344 кешенең 35-е − ҡатын-ҡыҙҙар. Законһыҙ әйләнештән 26 кг наркотик тартып алынған, улар араһында героин, марихуана, гашиш, синтетик наркотиктар күп. Аналитиктар иҫәпләүенсә, был сама менән 23 миллион һумға торошло 338 мең доза тигәнде аңлата.