14.06.2011 Башҡорт ашамлыҡтары
Ананаслы запеканка
3 йомортҡа, 3 аш ҡалағы шәкәр, 750 г эремсек, 3 балғалаҡ манный ярмаһы, 1 лимон, 0,25 г ванилин, 200 г консерваланған ананас, 1 аш ҡалағы май, йөҙөм кәрәк.
Бер йомортҡа һарыһын айырып алырға. Йомортҡа ағына һәм ҡалған йомортҡаларға шәкәр ҡушырға. Йөҙөмдө 30 минут һыуҙа ебетергә, эремсеккә манный ярмаһы, ҡырылған лимон ҡабығы, ванилин, йөҙөм өҫтәргә. Һуңынан шәкәр менән туҡылған йомортҡа өҫтәп, яҡшылап болғатырға. Ананас телемдәрен май һыланған түңәрәк формалы табаға теҙергә, өҫтөнә эремсек һалып, ҡалған йомортҡа һарыһы менән һыларға.
180 градуслы духовкала 40 минут бешерергә.
“Көньяк” салаты
100 г колбаса йәки ветчина, 2 маринадланған кишер, 2 йомортҡа, 1 стакан бешкән дөгө, 2 − 3 аш ҡалағы йәшел борсаҡ, 3 − 4 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 2 маринадланған ҡыяр, зәйтүн емештәре кәрәк.
Кишерҙе һаламлап турарға һәм әҙ генә һыу ҡушылған аш һеркәһендә кишерҙе тотоп алғандан һуң уға ваҡ ҡына итеп туралған йомортҡа, колбаса, дөгө, борсаҡ ҡушып, ҡаймаҡ һалып бутарға.
Табынға һыуытҡыста 2 сәғәт тотҡандан һуң бирелә. Салаттың өҫтө тоҙло ҡыяр, зәйтүн емештәре менән биҙәлә.
“Джульетта” торты
3 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 1 банка ҡуйыртылған һөт, 1 стакан ҡаймаҡ, 1 балғалаҡ сода, 2 стакан он кәрәк.
Майланған табала 4 корж бешерергә.
Сироп өсөн: 1 стакан һыуҙа 1,5 стакан шәкәрҙе ҡайнатырға, һыуытырға, тәменсә лимон кислотаһы өҫтәргә.
Крем: 100 − 150 г аҡ майға 1 банка ҡуйыртылған һөт ҡушып туҡырға. Йәймәләрҙең өҫтөнә ыуылған шоколад һибергә.