RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Башҡаларға ҡан биреү – изгелек ҡылыу ул

14.06.2011 Башҡаларға ҡан биреү – изгелек ҡылыу ул

«Донор» һүҙе латинса «donare», йәғни «бүләк итеү» һүҙенән алынған. Өлкән кешегә үҙ сәләмәтлегенә зыян килтермәйенсә бер тапҡыр яҡынса бер литр ҡан бирергә була. Ә ҡан биреү станцияларында иһә һәр теләгән кеше ҡанға мохтаждарға 450 мл ҡанын биреп, ауыр хәлдәге кешегә ғүмер һәм сәләмәтлек бүләк итә ала. Организм бын­дай ҡан миҡдарын тиҙ генә тергеҙеүгә һәләтле. Бер юлы организмдың эндокрин һәм иммун сис­те­маларының эшмәкәрлеге яҡшыра.
Билдәле булыуынса, оҙаҡ ваҡыт ҡан биргән кешегә һалҡын һәм грипп тейеп бармай, ул онкология һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына дусар булмай. Донорлыҡ кешенең психик торошона ла йоғонто яһай.
ҡан һәм уның компоненттарын әҙерләү дәүләт өсөн мөһим һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн төп проблема булып тора. Уны ыңғай хәл итеү тыныс ваҡытта һәм ғәҙәттән тыш хәл осраҡтарында юғары технологиялы медицина ярҙамын күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Әлеге ваҡытта кеше һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн ҡан һәм уның компоненттарын биреү ысулын ҡулланмаған бер генә лә медицина өлкәһе юҡ. Дауахана квалификациялыраҡ һәм унда дауалауҙың ҡатмарлы һәм өр-яңы алымдары күберәк ҡулланыл­ған һайын ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн ҡан күберәк файҙаланыла. Мәҫәлән, ҡатмарлы хирургик операциялар башҡарылған клиникала һәр койкаға йылына 2 литрҙан ашыуыраҡ ҡан ҡойола, гематологик клиникаларҙа был һан кәмендә 5 литрға, йөрәккә операциялар башҡа­рыл­ған клиникаларҙа 12 – 15 литрға тиклем барып етә.
Дауалау учреждениеларын ҡан һәм уның компоненттары менән тәьмин итеү проблемаһы килеп сыҡмаһын өсөн һәр мең кешенең, һис юғында, 40 – 60-ының донор булыуы кәрәк. Ә һәр яҡтан имен Данияла, мәҫәлән, был күрһәткес ике тапҡырға артығыраҡ. Японияла иһә Донорҙар көнөндә ҡан бирмәгән кешегә ҡырын ҡарай башлайҙар икән.
Рәсәйҙә халыҡ ҡан биреп бармай. Сәбәбе – кешеләр изге эш эшләү кәрәклеге тураһында онотҡан. Шуға күрә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡан биреү мөмкинлегенә эйә булғандарҙы ошо изге аҙымға саҡыра.
Әйткәндәй, донъяла донорлыҡ эше 1926 йылдан алып киң йәйелдерелгән. Төп йүнәлеш – ҡанды бушлай биреү, ә был граждандар гуманизмының һәм патриотлығының иң юғары сағылышы. Башҡаларҙың сәләмәтлеге һәм ғүмере өсөн үҙ ҡанын йәлләмәгән донорҙарға дан һәм рәхмәт!

Әйткәндәй

Ер йөҙөндә һәр секунд һайын берәй кешегә ҡан ҡойоу мохтажлығы сығып тора. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн 80 ил донор ҡанына киҫкен мохтажлыҡ кисерә – уларҙа бер мең кешегә 10 ғына донор тура килә. Шуныһы ғәжәп, был илдәр үҫешкән илдәр иҫәбенә инә.
Рәсәйҙә лә барыһы ла шыма ғына түгел. Былтыр беҙҙең илдә был күрһәткес бер мең кешегә – 13, Башҡортостанда 21,7 кеше тәшкил иткән. Европа илдәрендә – 40, АҡШ-та 60 донор тура килә.

Р. ҒӘЛИМОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…