RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тамырын ҡоротоу еңел түгел

06.09.2010 Тамырын ҡоротоу еңел түгел

Беҙ ришүәтселеккә шул тиклем күнегеп бөткәнбеҙ, хатта бөгөнгө тормошта бүтәнсә булыуы ла мөмкин түгел кеүек. «Бына улым университетҡа уҡырға инде әле», – тигәнгә шунда уҡ: «Ә күпме түләнегеҙ?» – тигән һорау менән яуап ҡайтаралар. Әйтерһең дә, ғәҙәти күренеш. Ата-әсәләрҙең ҡайһы берҙәре лә аҡса түләүҙәрен инҡар итмәй, хатта ғорурлыҡ менән: «50, 150, 180, 200 мең һумды сығарып һалырға тура килде», – тип әйтеп ҡуя. Ата-әсәһенең кеҫәһенән сығарып һалынған аҡсаның ҡәҙерен белһә ине лә бит студент егет йәки ҡыҙ... Тик һәр саҡ улай түгел шул. Улар араһында үҙ көсө менән тырышып уҡып йөрөүселәр менән бер рәттән уҡыуға еңелерәк ҡарағандары ла етерлек. Һуңғылары бай, стипендияға ҡарап ятмай­ҙар, тимәк, шулай булғас билдәләрҙең дә ниндәйе булһа ла ярай. Тик ҡуйһындар ғына. Ә бының өсөн йәнә лә аҡса кәрәк. Ә суммаһы инде уҡытыусынан, ниндәй фәндән имтихан йә зачет биреүеңдән, уҡыу йортонан тора.
Мин үҙем дә студент кеше, дуҫтарым да студент, шуға ла миҫал эҙләп алыҫҡа йөрөйһө түгел. Ришүәтселек – аҙым һайын осрап торған күренеш. Аҡсаң булһа, бик рәхәт йәшәргә мөмкин. Әйткәндәй, һәйбәт уҡыған студенттарҙы ла аҙҙыра ришүәтселек. Һирәкләп булһа ла, улар үҙҙәре тапшыра алған имтихандарҙы ла һатып ала. Йәнәһе лә, бүтәндәр рәхәт йәшәгәндә, ниңә беҙ нервыларыбыҙҙы бөтөрөп йөрөргә тейеш? Тик шул аҡсаны уҡытыу­сыға тапшырыу һәм ҡулыңа билдә ҡуйылған «зачетка»ны алғанға тиклем ҡайғырыуҙар ғына ниңәлер күҙ уңынан ысҡына. Бер яҡлап рәхәт тә ул. Бүре лә туҡ, һарыҡ та иҫән, тигәндәй. Студентҡа ла рәхәт, уҡытыусыға ла файҙа. Тик вуз тамамлап сыҡҡан белгес­тәрҙең белем сифатының түбән булыуына зарланған эш биреүселәргә генә ҡыйыныраҡ.
Ниңә әле бер белем биреү өлкәһенә сат йәбештем, тиһегеҙме? Үҙемә танышыраҡ, яҡыныраҡ булғанғалыр инде. Ә, ғөмүмән, коррупция менән бәйле булмаған бер генә өлкә лә юҡтыр ул.
Гәзиттең бер һанында йорт алыр­ға теләүселәрҙе алдап байырға теләгән инвалид ҡатын тураһында мәғлүмәт баҫылып сыҡҡайны. Стәрле­тамаҡта йәшәүсе оло йәштәге был пенсионер ҡатын ике йыл эсендә генә мутлашыу юлы менән ҡала халҡынан 14 миллион һумдан ашыу аҡса йыйып ала. ҡала хакимиәтендә таныштары барлығына һылтанып, икенсел торлаҡ фондынан льготалы хаҡтар буйынса йорт һатып алырға ярҙам итергә вәғәҙә итә был ханым.
«ҡатын шул тиклем һәйбәт тәьҫир ҡалдыра, хатта кешеләр уның өйөнә аҡсаларын үҙҙәре ташый, – ти был осраҡ тураһында милиция подполковнигы Рәмзиә Бохармәтова. – Ғәҙәттә, мутла­шыу­сы тигәс, күҙ алдына бөтөнләй икенсе төрлө кеше килеп баҫа. Ә был ҡатын – пенсионер, бер аяғы булмаған инвалид, матур итеп һөйләй. ҡыҫҡаһы, тәртипле кешегә оҡшаған.


Мут ҡатындың клиенттарының бөтәһе лә торлаҡҡа ҡытлыҡ кисереүселәр иҫәбенә инмәй. Улар бары тик аҡсаларын ышаныслы итеп һаҡларға ғына теләгән. Бер ир, мәҫәлән, бер йыл көткәндән һуң йорт тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшергә килә. Әммә ҡатын, бер ни булмағандай, уға яңы, тағы ла һәйбәтерәк вариант тәҡдим итә. Бары тик түләнгән бер миллион һум аҡсаға өҫтәп, 500 мең һум ғына килтерергә кәрәк, ти. Һәм ир тыныс ҡына кәрәкле сумманы ҡатындың ҡулына килтереп тапшыра ла тағы көтә башлай».
Был миҫал енәйәтсе ҡатындың «шәплегенә» һоҡланыр өсөн дә, уны хурлау өсөн дә килтерелмәгән. Йәмғиәттәге ришүәтселеккә ҡарашты сағылдыра ул. Әгәр ҙә ришүәт биреп кенә, арзан хаҡҡа йорт алырға теләгәнһегеҙ икән, кем ғәйепле һуң? Эйе, алданыусылар араһында йортһоҙ интегеүселәр ҙә аҙ булмағандыр. Уларҙы хәләл аҡса менән тапҡан үҙ фатир­ҙарында йәшәргә теләгәндәре өсөн ғәйепләп тә булмай һымаҡ. Ә шулай ҙа үҙебеҙ юл ҡуябыҙ, үҙебеҙ аҙҙырабыҙ түгелме шул енәйәтселәрҙе? Студенттар араһындағы хәлгә генә әйләнеп ҡайтһаҡ та, бер кем дә үҙенең уҡытыусыһын һатмаясаҡ. Сөнки ныҡлы бәйләнеш булдырылған, ике яҡлап та килешелгән. ҡул ҡулды йыуа, тигән кеүегерәк килеп сыға. Рәсми мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, илебеҙҙәге мәғариф учреждениеларында (балалар баҡсаһынан университеттарға тиклем) 80 процент аҡсаның «күләгәләге иҡтисад»ҡа ҡарауы ла нимәлер хаҡында һөйләй.
Күптәр сараһыҙҙан ришүәт бирергә мәжбүр. Сөнки килеп тыуған мәсьәләләрҙе бүтәнсә хәл итә белмәйҙәр. Әммә күптәр намыҫһыҙ чиновниктарҙы язаға тарттырырға ҡурҡа. Йәнәһе лә, ришүәт биргәс, үҙҙәре лә аҡсаны алыусылар менән бер рәттән ғәйепле. Был бөтә осраҡта ла улай түгел. Рәсәй Енәйәт кодексының «Ришүәт биреү» статьяһының иҫкәрмәһенә ярашлы, вазифалы кеше үҙе ришүәт талап иткән осраҡта йә ришүәт биргән кеше үҙе енәйәт ҡуҙғатыу органына килеп был турала хәбәр итһә, ул яуаплылыҡтан азат ителә. Был норма закон менән ҡаралған, шуға ла бындай ҡара эштәрҙе йәшереп ҡалдырырға ярамай. Юғиһә ике яҡ та язаға тарттырыласаҡ.
Мәҫәлән, былтыр бер уҡыу йорто етәксеһе урынбаҫары ришүәт алғаны өсөн ҡулға алына. Тикшереү барышында аҡса биргән кеше лә асыҡлана. Ул был турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итмәгән, ә бындай осраҡта закон ҡаты – ришүәт биреүсенең һигеҙ йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе мөмкин. Енәйәт өсөн яуаплылыҡ ике яҡ өсөн дә бер тигеҙ тиерлек.
Әйткәндәй, коррупция ришүәт алыуҙы ғына аңлатмай. Киң мәғәнәһендә коррупция – вазифалы кешеләрҙең вазифаларын үҙ маҡсатында файҙаланыуы. Урлашыу, кәрәкле кешеләр менән аҡса түләп бәйләнешкә инеү, ришүәт алыу коррупцияның иң киң таралған формалары булып тора. Ябай кеше уларҙың бөтәһе менән дә үҙ аллы ғына көрәшә алмаҫ ине.
Бөгөн илебеҙҙә коррупцияға ҡаршы күп саралар планлаштырыла, закондар ҡабул ителә. Язалар ҙа ҡатыланасаҡ, тип вәғәҙә итәләр. Әммә законға һылтанып ҡына ятыр­ға ла ярамайҙыр. Һәр кем был проблема менән әленән-әле осрашып тора бит. Шуға ла был заман афәтен тамырынан ҡоротор өсөн халыҡтың уға аңлы рәүештә ҡаршы тороуы кәрәк.
Руфина Дәүләтова.










Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…