26.02.2011 ҮҘ ЙӨРӘГЕНЕҢ ҺЫҘЛАУЫН БАШҠАЛАРҒА БЕЛДЕРМӘЙ
Көн дә ер-әсәбеҙгә нур һибеп атҡан ҡояшҡа, донъяға, үҙе аралашҡан, дуҫлашҡан кешеләргә сикһеҙ ғашиҡ, тормоштоң һәр көнөнән, сәғәтенән ҡыуаныс таба белгән, республикабыҙға, халҡыбыҙға күберәк изгелек ҡылып ҡалырға ашыҡҡан Сәғәҙәт Суфиев тураһында күптәрҙән йылы һүҙҙәр ишеткәнем бар. Байтаҡ йылдар осрашҡанда, хәл-әхүәл һорашып, һаулыҡ ҡушып йөрөйбөҙ. ҡыҙҙарыбыҙ ҙа Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназияһында бер класта уҡыны. Уның тураһында бер нисә тапҡыр гәзиткә яҙырға уҡталып ҡуйған саҡтар ҙа булды. Тик һәр ваҡыт, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында, был ниәтем тормошҡа ашмай килде. Һәм, ниһайәт, уйҙарымды аҡ ҡағыҙ битенә төшөрөр мәл етте.
Сәғәҙәт уҙаман үҙе үтә тыйнаҡ кеше. Уның хаҡында гәзиткә яҙырға йөрөүемде ишеткәс, алтын тирәсле күҙлеге артына йәшеренгән күҙҙәре сылт-сылт йомолдо, үҙе буҙарып, һүҙһеҙ ҡалды. Бер аҙ тын торғас, көтөлмәгән яңылыҡтан тышауланған теле бәйҙән ысҡынды шикелле.
– Үтенеп һорайым, берүк минең хаҡта яҙа күрмә, риза түгелмен. Бик теләгең булһа, ана, минең коллектив тураһында һыҙмаҡла, улар бындай хөрмәткә нығыраҡ лайыҡ, – тине Сәғәҙәт Әбдрәшит улы.
Ишембай ҡалаһы үҙәк дауаханаһының кардиология бүлеген өс йылдан ашыу етәкләй Сәғәҙәт Суфиев. Ошо йылдар эсендә көн һайын ҡояштың тәүге нурҙары менән ул үҙенә ышанып тапшырылған бүлектең тупһаһын аша атлап үтә лә, башкөллө яратҡан эшенә сума.
Хеҙмәт юлын 1986 йылда Силәбе өлкәһенең Златоуст тимер юлсылар дауаханаһында башлай Ишембай районының ҡалыуайры ауылы егете. Интернатураны ла ошонда үтә. Аҙаҡ йәш белгесте Берҙәүеш станцияһында урынлашҡан тимер юлсылар дауаханаһына күсерәләр. Үҙ итәгеңә ҡуҙ төшмәйенсә белмәйһең, тигән бит боронғолар. Ситтә йөрөгәндә ғәзиз Башҡортостанының йылға-күлдәре, урман-туғайҙары, туған халҡының йыр-моңдары күңеленә ни тиклем яҡын икәнен нығыраҡ аңлай ул. Шуға ла, мөмкинлек тыуыу менән, 1990 йылда ҡыйғы үҙәк район дауаханаһына эшкә юллана. Хәҙер инде Суфиев танау аҫтында бәпкә йөндәре лә ҡарайып бөтмәгән йәш егет түгел, ә быуындары нығынған, ярайһы ғына тәжрибә туплаған, үҙ фекеренең дөрөҫлөгөн иҫбатлай алырлыҡ көсө булған табип.
– ҡыйғыла эшләүе еңел булды. Сөнки бында, ниндәйҙер мөғжизә менән, институтта бергә уҡыған егеттәр-ҡыҙҙар йыйылғайны, – тип хәтерләй Башҡортостанға ҡайтып, эш башлаған тәүге көндәрен Сәғәҙәт Әбдрәшит улы. – Әле лә уларҙың күптәре шунда хеҙмәт юлын дауам итә. Мин генә 1993 йылда тыуған яҡтарға ҡайтырға булдым. Ни тиһәң дә, тыуған яғының еҫтәре, тәбиғәтенең төҫтәре, кешеләренең холоҡ-фиғелдәре һәр кемде ғүмеренең ахырынаса оҙатып баралыр инде. Унан һуң, атай-әсәй ҙә оло йәштә. Уларға яҡыныраҡ булғы килде.
Ишембайға ҡайтып төпләнгәс, Суфиев туберкулез диспансерында эш башлай. Ул ваҡытта был дауалау учреждениеһы менән билдәле табип Фәиз Сафин етәкселек иткән була. Үҙ эшенең бөтөн нескәлектәрен белгән юғары мәҙәниәтле доктор, ҡул аҫтында эшләгән коллегаларына һәр ваҡыт ғәҙел етәксе, өлгөлө ғаилә башлығы, зирәк аҡыллы, кешеләргә бары тик игелек кенә ҡылған Фәиз Ғәзизйән улы тураһында Ишембай халҡынан әле лә бик күп йылы һүҙҙәр ишетергә мөмкин.
– ҡыҫҡа ғына был ғүмерҙә донъялағы бөтә нәмәне лә белеп бөтөп булмай, – ти Сәғәҙәт Әбдрәшит улы. – Шулай ҙа Сафин ағайҙан мин күп нәмәгә өйрәндем. Ул ысын мәғәнәһендә остазым булды, тиһәм дә, яңылышмам.
Фәиз Ғәзизйән улынан алған бай тәжрибәһенән башҡаларға ла мул өлөш сығара хәҙер үҙе бүлек мөдире булған Суфиев. Уның тормоштағы бар маҡсаты – сирлеләргә, мохтаждарға, йәшәүгә өмөтөн өҙгәндәргә ярҙам ҡулы һуҙыу. Ә бөгөнгө ҡатмарлы заманда төшөнкөлөккә бирелгәндәр, ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшөп, тормошҡа ҡул һелтәгәндәр, көн дә сығып торған мең төрлө михнәттән арып, йәшәүгә ҡарағанда үлемде өҫтөнөрәк күреүселәр бихисап. Шул сәбәпле йөрәк-ҡан тамырҙары, нервы системаһы ауырыуҙары айырыуса күбәйеп китте. Ана шундай сирлеләрҙең һүнеп барған рухын ҡайтанан ҡабыҙыу, йәшәүгә булған ышанысын тергеҙеү өҫтөндә арымай-талмай эшләйҙәр ҙә инде кардиология бүлегендә.
– Беҙҙә эшләүсе табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла, санитарҙар ҙа, ашнаҡсылар ҙа – барыһы ла күркәм холоҡло, сыҙамлы, әҙәпле, кеше йәнле, – үҙенең ҡул аҫтында эшләүселәр тураһында шулай ти Сәғәҙәт Әбдрәшит улы. – Шулай булырға ла тейеш. Сөнки беҙ үтә нескә материя – йөрәк менән эш итәбеҙ бит. Тормоштоң төрлө шарттарында ла сирлеләр менән һәйбәт мөғәмәләлә булған, уларҙың эске торошон аңлап, итәғәтле эшләй белгән Лена Зөфәр ҡыҙы Мостафина, Зөлфиә Төлкөбай ҡыҙы Уразбахтина, яңы ғына декрет ялынан сыҡҡан Альбина Наил ҡыҙы Әхмәтйәнова, өлкән шәфҡәт туташыбыҙ Миңлегөл Закар ҡыҙы Саҙриева булғанда беҙ бер ниндәй ҙә ауырлыҡтарға бирешмәйәсәкбеҙ.
Бүлек мөдире шулай уҡ процедуралар кабинетында шәфҡәт туташы булып егерме йылдан ашыу эшләгән Зилә Ғибәҙуллина, поста эшләүсе шәфҡәт туташтары Наилә Йәғәфәрова, Илмира Үмәрғәлина, үҙенә йөкмәтелгән бурысты егерме алты йыл намыҫ менән башҡарған Тәскирә Ғафарова, физиотерапия кабинеты мөдире, ғүмеренең утыҙ дүрт йылын кешеләр һаулығына бағышлаған Әҡлимә Кинйәбаева тураһында ифрат йылы фекерҙә.
– Медицинала кескәй генә хата ла кеше ғүмеренә торош итеүе мөмкин. Ә беҙҙең табиптар, шәфҡәт туташтары, Гиппократ антына тоғролоҡ һаҡлап, оло яуаплылыҡ тойоп эшләй. Үкенескә күрә, йылдан-йыл сирлеләр иҫәбе артыуға табан бара, ә койкалар һаны ҡыҫҡартыла. Әлеге ваҡытта беҙҙең бүлектә ни бары 46 карауат бар. Шуға ла стационарҙа ятып дауаланыу өсөн һыу буйы сират теҙелеп китә. Беҙ иң тәүҙә ауыр сирлеләрҙе ҡабул итергә тырышабыҙ. Хәлдәре арыуыраҡтар өйҙәренә ҡайтып торорға мәжбүр була.
ҡорамалдар ҙа ярайһы ғына иҫкергән, дарыу һәм башҡа препараттар менән тәьмин итеү ҙә заман талаптарына яуап бирмәй. Табиптарҙың, шәфҡәт туташтарының, хеҙмәтләндереүсе персоналдың эш хаҡы ла маҡтанырлыҡ түгел. Ил етәкселәренә, депутаттарға ошо ҡырҡыу мәсьәләләрҙе сисеү юлдарын эҙләргә кәрәк. Медицина өлкәһендә килеп тыуған проблемаларҙы хәл итмәй тороп, тотош илдең, милләттең сәләмәтлеге тураһында һүҙ йөрөтөү урынһыҙ, минеңсә, – ти Сәғәҙәт Әбдрәшит улы Суфиев.
Шулайҙыр, моғайын, сөнки тормоштағы хаталар яҙмыштар менән бәйле булһа, медициналағы хаталар кеше ғүмерҙәре менән бәйле бит.
Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
“Йәшлек”тең үҙ хәбәрсеһе.
Ишембай ҡалаһы.
Гөлназ ИШЕМБАЕВА фотолары.