06.10.2019 Картуф менән дауаланыу
Картуф – беҙҙең иң яратҡан ризыҡтарыбыҙҙың береһе. Нимә генә бешерһәк тә, уны ҡулланабыҙ. Ғөмүмән, туҡланыу рационын унһыҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Ә бына файҙалы үҙенсәлектәре хаҡында күптәр хәбәрҙар түгелдер.
Составында калий күп булыу сәбәпле, картуф йөрәк эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә, бәүел ҡыуҙыртыу үҙенсәлегенә эйә. Шунлыҡтан иҙмәһен йөрәк сирлеләргә һәм бөйөрҙәре ауырыу булған кешеләрҙең туҡланыу рационына индерәләр.
Ҡайһы бер ауырыуҙарға табиптар күп һыу эсергә ҡушмай. Әммә ул етешмәһә лә насар, сөнки зарарлы матдәләрҙең организмдан сығыуын һәм матдәләр алмашыныуын тотҡарлай. Бындай осраҡта картуф ныҡ ҡына ярҙам итә. Әгәр ҙә тоҙһоҙ диета тәғәйенләнеп, уны рационға индергәндә, һыу эсеүҙе сикләү кәрәкмәй. Сөнки картуфтағы калий һыуға тотҡарланырға ирек бирмәй.
Картуфта аҡһым күп түгел, ни бары 2 процент тирәһе генә. Әммә ул бик файҙалы, сөнки организм тарафынан еңел үҙләштерелә. Юҡҡа ғына диетологтар хроник бөйөр сирҙәре менән ауырыусы пациенттарға картуф-йомортҡа диетаһын тәҡдим итмәй.
Яраны, сиҡан кеүек тире ауырыуҙарын да икенсе икмәк ярҙамында дауалайҙар. Бының өсөн сей картуфты киҫәктәргә ҡырҡҡылап яраға ҡуйырға кәрәк, ә дерматитҡа, янған һәм эренләп торған урындарға уны ҡырғыстан үткәреп һалырға мөмкин.
Был йәшелсәлә С витамины күп, шулай уҡ унда туберкулез таяҡсаларын үлтереүсе туберозин тигән матдә булыуы ла асыҡланған.
Ҡабығы
Беҙ картуфты бешергәндә ҡабығын әрсейбеҙ, әммә шул ҡабыҡ менән бергә бик күп файҙалы матдәнең ташланыуы хаҡында уйламайбыҙ Картуф ҡабығы йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлеге өсөн бик тә файҙалы булған цинк һәм калийға бай. Картуфтың үҙенә ҡарағанда ла унда витаминдар һәм минераль матдәләр, ферменттар күберәк.
Ҡабығынан бик тә шифалы иҙмә әҙерләргә була. Бының өсөн иң тәүҙә картуфты яҡшы итеп йыуып, шунан ҡабығын ҡалыныраҡ итеп әрсеп алырға һәм ит үткәргестән үткәрергә. Килеп сыҡҡан массаға саҡ өҫтөнә сығырлыҡ итеп ҡайнар һыу ҡойорға, 1 – 2 минут ҡайнатырға һәм йылыла төнәтергә. Әлбиттә, ул тәме буйынса иҙмәнән ҡалыша, әммә шифаһы буйынса күпкә өҫтөн: организмдан шлактарҙы сығарырға, матдәләр алмашыныуын көйләргә, аллергиянан һәм шешенеүҙән арынырға ярҙам итә. Варикоздан, диатездан, артриттан һәм геморройҙан да файҙалы.
Крахмалы
Картуф крахмалын ашҡаҙан-эсәк трактының хроник ауырыуҙарынан файҙаланалар. Ул эсәктәрҙең лайлалы ҡатламын дарыуҙарҙың йоғонтоһонда елһенеүҙән һаҡлай, үт кислотаһы алмашыныуын әүҙемләштерә, В2 витаминының эсәк бактериялары синтезын көйләй. Крахмалды шулай уҡ төрлө май, крем әҙерләгәндә лә ҡулланалар. Ә унан әҙерләнгән ванна тире ауырыуҙарынан ҡысынғанда, невроздан, диатездан ярҙам итә.
Һуты[/b]
Минераль составы буйынса картуф һуты бик ҡиммәтле дауалау концентратына инә. Уны ашҡаҙан һәм бөйән эсәге ауырыуҙарын, хроник гастритты дауалауҙа ҡулланалар. Ҡыҙғылт һәм алһыу тышлы картуф яҡшыраҡ. Унда елһенеүгә ҡаршы көрәшеүсе матдәләр 1,5 тапҡырға күберәк. Картуф һуты үҙәк көйгәндә, кикереү йонсотҡанда, эс ҡабарғанда ярҙам итә. Уның шулай уҡ экзема, сиҡан, дерматит кеүек тире ауырыуҙарын дауалағанда ла файҙаһы бар.
Күптән түгел картуф һутының тағы бер мөһим үҙенсәлеген асҡандар – ул онкология ауырыуҙарынан ярҙам итә. Был картуф һутында биологик әүҙем матдәләрҙең күп булыуына бәйле. Мәҫәлән, соланин яңы барлыҡҡа килеүсе рак күҙәнәктәрен юҡҡа сығара.
Картуф һутын профилактика йәһәтенән дә эсергә кәңәш итәләр. Сөнки ул эске органдарҙың эшмәкәрлеген яҡшырта, аппетитты күтәрә, организмды таҙарта. Һуты менән дауаланғанда тоҙло-боросло, майлы аштарҙан баш тартып, еңелсә диетаға күсергә кәрәк.
[b]Һыуы
Ғәҙәттә, картуфты бешергәс, уның һыуын түгәбеҙ. Әммә, белгестәр фекеренсә, ул организмды шлактарҙан, эсәктәрҙе лайланан таҙарта. Артрит менән интегеүселәр өсөн дә файҙалы: иртән ас ҡарынға, көндөҙ һәм йоҡлар алдынан эсергә кәрәк. Шуға өҫтәп, көндөҙ ҡабығы менән ҡырғыстан үткәрелгән бер-ике сей картуф та ашарға кәңәш ителә.