RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Кемдер ятыу менән йоҡлап та китә, кемдеңдер күҙ ҙә йоммай төн үткәреүе, таңға ғына йоҡоға талыуы бар. Бының сәбәбе нимәлә? Йоҡо һәйбәт булһын өсөн нимә эшләргә?

Организмдың әүҙемлеге төнгө сәғәт 9 – 11-гә кәмей. Шул ваҡыттан иртәрәк йоҡларға ятҡанда, әле эске системаларҙың әүҙем эшләгән ваҡыты була, ә беҙ уларҙы көсләп туҡтатабыҙ кеүек килеп сыға. Ә инде ваҡытынан һуңлап китһәң, йөрәк тибеше көсәйеүҙән, хәлһеҙлектән, тын ҡыҫылыуҙан йоҡлай алмай интегәһең.


Ваҡыты
Һәр кем үҙенең йоҡлай торған ваҡытын яҡшы белә. Шуны үткәреп ебәрҙеңме, йоҡлап китеүе ауыр. Әйләнәһең, тулғанаһың, әммә организм тыңлашмай. Сөнки ул биологик ваҡытын тоя.
Белгестәр фекеренсә, организм төнгө 10-дан 12-гә тиклем көс ала. Шунлыҡтан иртән йоҡо туйып уянып, үҙеңде «бөйөк эштәргә әҙер» итеп тойоу өсөн киске сәғәт 10-сы яртынан да ҡалмай йоҡларға ятырға кәңәш ителә.
Табиптар раҫлауынса, йоҡо бүлмәһендә һауа температураһы 16 – 18 градустан артырға тейеш түгел. Өҫтәүенә, ул яҡшы итеп елләтелгән булһын.
Йоҡоноң сифаты кейемгә лә бәйле. Кизе-мамыҡ туҡыма һәм фланель – тирҙе яҡшы һеңдереү сәбәпле, йоҡо күлдәге өсөн иң яҡшы тауарҙар. Әйткәндәй, «пижама»ға моданы Коко Шанель менән Грета Гарбо индергән. Был атама Пенджабтан һинд хәрби­ҙәренән килеп ингән.

Урыны
Йоҡлаған урын да уңайлы булһын. Кешелә – яңы урында ла күптәр йоҡлай алмай интегә. Был юҡҡа түгел, һәр кемдең өйрәнгән, үҙе өсөн генә ҡулайлаштырылған йоҡо урыны булырға тейеш. Ул ни тиклем киң, шул тиклем яҡшыраҡ. Ғөмүмән, бер кешегә уртаса 90 см киңлек кәрәк, тиҙәр. Йоҡлағанда кеше әйләнгеләп-тулғанғылап, тәнен, ҡанын яҙа.
Түшәк тә ҙур роль уйнай. Ул артыҡ йомшаҡ та, артыҡ ҡаты ла булырға тейеш түгел. Артыҡ йомшаҡ булһа, умыртҡа бағанаһы өсөн насар. Ә артыҡ ҡатыла, мускулдарҙы яҙып булмағанлыҡтан, йоҡлауы ҡыйын.
Ятҡан урындың тип-тигеҙ булыуы яҡшы. Соҡор урындары булһа, умыртҡа һөйәге ҡыйшайыуы бар. Һөҙөмтәлә арҡа мейеһенә ҡан барышы насарая.
Яҡшы матрас йылы үткәреүгә лә һәйбәт. Синтетик туҡыманан эшләнгәндәре иһә «тын алмай».
Карауатты нисек ҡуйырға һуң? Боронғо батшаларҙың өйҙәрендә, ғәҙәттә, карауаттың баш яғын төньяҡҡа ҡаратып урынлаштырғандар.
Фэн-шуй буйынса иһә ололарҙың йоҡо бүлмәләренең тәҙрәләре көнбайышҡа ҡарап торорға тейеш. Ә балаларға иһә, иртәнге ҡояш иркәләп уятһын өсөн, тәҙрәләре көнсығышҡа ҡарап торған бүлмәләрҙе тәҡдим итергә. Ҡытай аҡыл эйәләре, карауат­ты кешенең тыуған йылына һәм нин­дәй йондоҙлоҡ аҫтында тыуыуына ҡарап, теге йәки был яҡҡа ҡаратып урынлаштырырға кәңәш итә. Мәҫә­лән, әтәс йылында тыуғандарға – көнбайышҡа, аждаһа йылында тыуғандарға – көнсығышҡа, йылан йылында тыуғандарға – көньяҡҡа, көньяҡ-көнсығышҡа ҡаратып ҡуйырға һ.б.
Борон иһә, туп-тура төшкән яҡтылыҡ йоҡларға ҡамасаулай тип, карауатты тәҙрә ҡаршыһына ҡуйырға кәңәш итмәгәндәр. Ҡытайҙар аяҡ осона көҙгө элергә ҡушмаған. Йәнәһе лә, төндә кешенең йәне кәүҙәһен ташлап сығып киткәндә, көҙгөлә үҙен күреп ҡурҡасаҡ һәм хужаһын да ҡурҡытасаҡ, тип иҫәпләгәндәр.

Мендәр
Мендәр һайлауҙың да үҙ ҡағи­ҙәләре бар. Ул артыҡ ныҡ ҙур булһа, елкә мускулдары ҡыҫылып, тын алыуы ҡыйынлаша. Ныҡ тәпәш яҫтыҡта йоҡлау ҙа артыҡ уңайлы түгел.
Ул артыҡ йомшаҡ та булмаһын, юғиһә, йоҡлағанда баш батып инеп, тирләй.
Сәләмәтлек өсөн файҙалы тип, ҡайһы берәүҙәр тығыҙ итеп уралған валикта йоҡларға кәңәш итә. Әммә унда йоҡларға өйрәнеүе бик үк еңел түгел. Арҡаға ятҡан килеш, уны елкәгә һалып йоҡлап ҡарағыҙ. Бер-ике аҙнала өйрәнә алһағыҙ, тимәк, барыһы ла яҡшы тигән һүҙ.
Рәсәйҙә борон ҡайын йә уҫаҡ утынын баш аҫтына һалып йоҡларға яратыусылар булған. Бының өсөн яҡынса 15 см оҙонлоғонда һәм диаметры 8 см булған утын алына. Ҡабығын та­ҙар­тып, шымартырға кәрәк. Ул тәгәрләп йөрөмәһен өсөн бер яғын тигеҙләргә. Һөҙөмтәлә 6 см бейеклектәге «яҫтыҡ» буласаҡ. Бындай «мендәр» менән файҙа­ланыусылар ағастың тылсымлы көскә эйә булыуын раҫлай.
Йога менән шөғөлләнеүселәр иһә бөтөнләй яҫтыҡһыҙ йоҡлауға өҫтөнлөк бирә. Улар фекеренсә, был мейелә ҡан әйләнешен яҡшыртыуға һәм бит­тә, муйында йыйырсыҡтар барлыҡҡа килеүҙән арынырға ярҙам итә.
Әйткәндәй, тәпәш һәм ҡаты яҫтыҡ йөрәк-ҡан системаһы һәм бронхиаль астма менән сирләүселәргә бармай. Уларға йоҡлағанда башты ҡал­ҡы­уыраҡ тоторға кәрәк.




Автор: С. Лотфуллина
Фото: Т. АМАНОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…

Йәйгеһен ҡыяр ашап ҡалығыҙ, файҙаһы ҙур