RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

23.09.2019 Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

“Миңә 34 йәш, Өфөлә йәшәйем. Яңғыҙмын. Ипотекаға булһа ла фатирым, эшем бар. Эшемде ныҡ яратам, унда былай булһа көнө-төнө йөрөмәҫ инем. Яратҡанға күрә ныҡ тырышып, һәр бер сараға ныҡлы әҙерләнәм, балаларым менән ярыштарҙа ҡатнашабыҙ, уҡыусыларым уңыштарға өлгәшә – дәртләнеп йәшәйбеҙ. Етәкселәрем дә эшемде күрә, баһалай.Шулай ҙа... Ошо ике йылда улар бөтә мәктәп эшен тик миңә генә ҡуша башланы. Был хаҡта уйлап та ҡарамай, ни ҡушһалар, шуны эшләп, йүгереп йөрөгән мәлем ине ... Сираттағы бер һөйләшеүҙән һуң кәйефем ҡырылһа ла, иғтибар итмәҫкә тырышып, эшемдән йәм-тәм табыуымды дауам иттем. Коллегам былай тип еткерҙе. Йәнәһе лә, мин япа-яңғыҙ булғас, эш өйәләр ҙә өйәләр икән. Әйтелгәндәрҙе тиҙ генә оноторға тырышып, артабан эшем менән булдым. Ә кисен ҡайтҡас, уйланып ятам. Ысынлап та шулай бит. Ирем, балам юҡ. Кейәүгә сыҡмағанмын, дуҫлашҡан кешем дә юҡ. Юҡты ҡайҙан табайым? Август башында ишеткән һүҙҙәр күңелдән сыҡмай бит... Сентябрҙең уртаһы, ә миңә ошо арала ниҙер булды... Иртәнсәк тора алмайым, ауыр уянам, көскә аяҡҡа баҫам, үҙемде маҡтап-әрләп бөтәм. Дәрестәремде саҡ үткәрәм, хәлем тиҙ бөтә, һыуһайым, йоҡом да килә, тип әйтә алмайым, тик кенә ятҡым килә... Хатта ятҡанда ла бөтә тәнемдең арығанын тойғандай булам... Мәктәптә 10 йыл эшләйем, бер ҡасан да улай булғаны юҡ ине. Нимә эшләргә? Ул һүҙҙәрҙе нисек оноторға?

Әнүзә”.

Эш һүҙҙәме икән? Ә мин, тап эшкә булған мөнәсәбәттә, тип уйлайым. Эйе, алһыҙ-ялһыҙ, бөтә эште ҙур яуаплылыҡ менән башҡарып, еренә еткереп, арттырып, тырышып, ҡара янып, көнө-төнө кемдәр эшләй? Ундай кеше коллектив өсөн гел уңайлы түгел, сөнки етәкселәр уларҙы барыһына өлгө итеп ҡуя, уларға тиңләшергә саҡыралар! Ә етәксегә бындай кешенең булыуы – бәхет! Сөнки ул белә: әгәр ҙә Әнүзәгә ҡушһам – эш теүәл атҡарыласаҡ, уңышлы буласаҡ, бор­солаһы түгел. Яратҡан эшең булыуы – ҙур бәхет. Килешәһегеҙме? Әммә эште саманан артыҡ “һөйөү” ниҙе аңлата?

Эшһөйәр (трудоголик) булып тыу­майҙар. Был – инҡар итмәҫлек дөрөҫлөк. Ҡаратырышлыҡтың – сәбәптәре күп. Эштән башҡа йәм тапмаған кешенең ниндәй ғаиләлә тәрбиәләнеүенән алып үҫмерлек осорондағы үҙгәрештәр тайпылышы, үҙеңде түбән баһалау, шәхси тормоштағы проблемалар, ҡурҡыуҙар, комплекстар – бөтәһе лә яратҡан эшеңдән генә йәм, тәм эҙләүгә килтереүе бар. Йәғни “мине бында ғына яраталар” тигән “флаг” аҫтында кеше егелгәндән-егелә. Ни тиклем күп эшләйһең, шул тиклем ваҡыт етмәй, шәхси тормош артҡы планға күсә, ә шул уҡ ваҡытта кешенең күңелендә ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо арта бара.

Ә һеҙ эшһөйәрме? Быны ябай ғына тикшереп була. Бына ул сифаттар:
– өҫтәмә эш алыу, эштән һуң ҡалып эшләү, ял көндәрендә, байрамдарҙа артыҡ кәрәкмәһә лә эшкә барыу;
– бөтә иғтибары тик эшкә генә йүнәлтелгән (зацикленность), бер эшен тамамлау менән икенсеһенә йәбешә, эше тураһында ғына һөйләй, тамамланған эштәренән ҡәнәғәтлек тапмай;
– ял итә белмәү – ҡайҙалыр барыуҙан, аралашыуҙан баш тарта, эшһеҙ саҡтарын “ваҡытты бушҡа туҙҙырыу” тип һанай, ғаиләһе менән ҡыҙыҡһынмай;
– бәйлелек – тик эштә генә кешенең кәйефе күтәрелә, энергияһы таша, үҙ-үҙенә ышанысы арта. Эшһөйәрҙең төп девизы – “мин тейеш”,

“һәр ваҡыт”, әгәр ул эшкә бармаһа, ойошма емерелер төҫлө тойола;
– перфекционист һәм педант – эшең яҡшы эшләнһен тиһәң – ҮҘЕҢ эшлә:
– уңышһыҙлыҡтарҙан, бәләкәс кенә яңылышлыҡтарҙан ҡурҡыу;
– һаулыҡ ҡаҡшауы.

Өҫтә һанап үтелгәндәр һеҙгә тап килә икән – уйланырға урын бар. Әлбиттә, был йүнәлештең “компенсация” тигәне лә бар. Ниндәйҙер ауыр ҡайғы кисергән, юғалтыуҙан, шәхси проблемаларҙы онотоу ниәтенән кеше эшкә сума. Һәм был ҡурҡыныс түгел, сөнки ваҡыт үтеү менән шәхес нормаға килә.

Эш яратыусылар һаны буйынса Рәсәй алтынсы урында тора – беҙҙә һәр кеше йылына 1985 сәғәт эшләй. Был эш көндәрендә кеше 8 сәғәт эшләгәндән һанап сығарылған. Әммә Әнүзә ише­ләрҙең, йәғни эштән һуң ҡалып бушлай эшләүселәрҙең, сәғәттәре һаналмаған ул! Күҙ алдына килтерәйек: Әнүзә аҙнаһына 40 сәғәт урынына 50–55 сәғәт эшләй. Белгестәр әйтеүенсә,бындай темп менән эшләгән кешеләрҙең 33 процентына дауаханаға эләгеү ҡурҡынысы янай. Бында бик мөһим нюанс – карьерист менән эшһөйәр араһында айырма ҙур, зинһар, бутамағыҙ.

Һуң булмаҫ элек, еңел булмаһа ла, Әнүзәгә тормошон күҙҙән үткәреү тәҡдим ителде. Арыу, йоҡо туймау башҡа сә­бәптәргә лә бәйле булыуы мөмкин, мотлаҡ табиптарға күренергә лә кәрәк.

Кем белә, бәлки, үҙ тормошондағы өҫтөнлөктәрҙе (приоритет) дөрөҫ бил­дәләү менән уға парлы булыу бәхете лә татыр. Эшләр өсөн йәшәмәйексе, дуҫтарым. Тормош йәме бөтөнләй башҡа нәмәләрҙә.




Автор: Ә. Исхаҡова
Фото: Т. АМАНОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…

Йәйгеһен ҡыяр ашап ҡалығыҙ, файҙаһы ҙур