RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

Уны ҡатыным менән ике бала үҫтергәндә осраттым. Минән 16 йәшкә кесе. Тимәк, ул ваҡытта яратҡаныма тик ун ете генә булған. Ике йыл тирәһе ғаиләмдән китмәй генә уның менән осрашып йөрөнөм дә...Бер көн күтәрә һуғып, сыҡтым да киттем. Иң күңелде ҡырғаны – балалар менән мөнәсәбәттең өҙөлөүе. Тәүге ҡатыным мине уларға маҡтап ултырманы бит инде. Үҙемде һис тә генә аҡларға маташмайым. Әгәр ҙә тәүге ҡатыным әрпешерәк, ялҡауыраҡ булмаһа, икенсе ҡатын-ҡыҙҙы күҙләй башлар инемме икән? Тәүге ҡатынымды ныҡ ҡына үҙгәртергә маташтым, тәрбиәгә өйрәтергә, тип әйтәйемме икән. Һәм бер тапҡыр нимә һиҙҙем: әгәр уға ҡул күтәрһәм, ул бер-ике аҙна “майланған” һымаҡ йөрөй: өй ялтырап тора, тамаҡҡа ла төрләндереп, тәмлерәк итеп әҙерләй, түшәктә лә зәһәрләнә... Тик ҡатын-ҡыҙға ҡул күтәреүҙе ирлек тип һанамайым шул! Мин башҡаса тәрбиә алған, башҡа ғаиләлә үҫкән кеше бит! Уға ҡул күтәргән һайын, ирлек бәҫем һүрелгәндәй, үҙемде иң һуңғы “сволочь” тип уйлай башланым...Ҡыҫҡаһы, өйҙән сығып киттем, кеше фатирында, теге ҡыҙ менән йәшәй башланым.


Бөгөн уйҙарға батып ултырыуымдың сәбәбе – йәш ҡатыным ташланы. Туғыҙ йыл бергә булдыҡ: мин эстем, ҡаңғырҙым, һуҡҡан саҡтарым да булды. Түҙҙе. Ни өсөн улай ҡыланғанымды һаман да аңлай алмайым, ысынлап әйтәм. Ҡыҙғаныумы, үтә ныҡ яратыумы – аңламайым! Унһыҙ ҡалғас, бөтөнләй икенсе ҡалаға сығып киттем, ҡуртымға фатир алып, бер үҙем йәшәйем. Эшем дә бар, ашым да... Тик уйҙар тынғы бирмәй. Ҡайҙа яңылыштым? Тормош юлымдағы ҡайһы боролош дөрөҫ булған һуң? Үткәндәргә үкенеүҙән дә файҙаһыҙ нәмә юҡ икәнен аңлайым, шулай ҙа артабан йәшәргә лә кәрәк бит әле... Күңелемде асып ҡараһағыҙ, унда хаталарымдан йыйылған ҡаты әсенеүҙәр генә күрерһегеҙ... Һуң булһа ла, эсеүемде ташланым... Йәш ҡатынымды ҡайтарырға теләйем, уның мине яратыуын беләм, тик нисек яҡынларға, нисек ғәрлегемде йотоп, ғәфү үтенергә? Хаталарымды аңланым, тик һуң булмағайы, тиеп борсолам.

Артур, 45 йәш”.


Кешемен тигән һәр бер кешене ошоға оҡшаш һорауҙар борсоп-борсоп алалыр. “Бәйләнеш­тә” селтәрендә Артур минән тәғәйен “рецепт” һорай: нисек тиҙ генә, йәһәт кенә ауыр күңел кисерештәренән ҡотолорға ла йәш ҡатындың ҡуйынына инеп, үткәндәрҙе онотоп, бәхетле булырға? Уға ла, һеҙгә лә ҡабатлайым, ҡәҙерле гәзит уҡыусылар, ундай тылсым юҡ психологтарҙа. Беҙ һеҙгә тормошоғоҙҙа килеп тыуған кризислы хәлдәрҙән минималь юғалтыуҙар менән сығырға, “дөрөҫ” юл табырға ярҙам итәбеҙ. Ә был эш күңелегеҙҙе әллә нисә йылдар буйы йыйылған “сүп-сарҙан” таҙартыуҙан башлана. Артурҙың да үткәндәргә үпкәләүҙәр, урынһыҙ һәм урынлы ғәйепләүҙәр, яңылышлыҡтары өсөн үҙ-үҙен ҡарғау һәм тиргәү, башҡаларға нәфрәт, асыу менән тулған күңеле инде лә шартлар сиккә еткәйне. “Мин насармын шул, барҙың ҡәҙерен белмәнем, эстем, “сволочь” мин, миңә ярлыҡау юҡ” – яҡын кешеһенең әйткән һүҙҙәренә тамам ышанғайны аралашыу башында. Тормошта үҙеңде һүгеүҙән файҙа, фәтүә бармы? Үҙеңде кәмһетеү, әрләү маҡсаттарға ирешергә булышамы? Кәйеф күтәреләме “Тор, сволочь!” тип башланған иртәлә? Һуң, шулай булғас, ни өсөн кеше, башҡаларға ҡушылып, үҙен иң һуңғы һүҙҙәр менән һүгә икән, ә, хөрмәтлеләрем минең? Был ысул үткәндәрҙә ҡалған әсе хаталарҙан арындырмай шул, тинем Артурға. “Һөйгәнем минең үҙ хаталарымды танығанымды, үҙгәргәнемде күрһен, тием”, – ти ул миңә. Ғәфү итегеҙ, әммә бер туҡтауһыҙ үҙен ҡәһәрләп, кәйефһеҙ, тағы яңылышыуҙан ҡурҡып, ҡалтырап йөрөгән ир ҡайһы ҡатын-ҡыҙға кәрәк? Ир кеше эсеүенән ҡотолған, үҙен аңлар өсөн сит ҡалаға сығып киткән, балалары менән мөнәсәбәттәрен көйләй, эшләй – был үҙе үк маҡтауға лайыҡ бит, дуҫтар? Тормошта хаталанмаған, үкенмәгән кеше бармы икән? Иң мөһиме – ни өсөн был хәл килеп сыҡты, тигән һорауға аныҡ яуаптар табыу һәм уларҙы, әгәр мөмкин булһа, төҙәтергә тырышыу. Бер нисә көн буйы барған һөйләшеүҙән һуң ир кеше тынысланды, үҙенең киләсәген нисегерәк күҙаллағанын асып һалды. Хаталары өсөн үҙенә үҙе ҡуйған билдәләрҙән ҡотолдо, мин – насар, тигән фекерҙән азат булырға өйрәнде. Әммә был үҙгәрештәрҙе һөйгәне күрерме, ғәфү итерме, ҡасандыр бер иренә кире ҡайтырмы – Артурҙың был һорауҙарына мин яуапһыҙмын. Уға ла бит йылдар буйы йыйған тиҫкәре тойғоларынан ҡотолорға, үҙен аңларға, маҡсаттарын барларға, киләсәктә һөйгәненә ышаныс белдерергәме – ҡарар ҡабул итергә ваҡыт кәрәк.




Автор: Ә. Исхаҡова
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Папилломаны  нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Папилломаны нисек бөтөрөргә?


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…

Йәйгеһен ҡыяр ашап ҡалығыҙ, файҙаһы ҙур