RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Папилломаны нисек бөтөрөргә?

15.09.2019 Папилломаны нисек бөтөрөргә?

Папиллома – вирустан таралыусы инфекция ауырыуы. Уның төрҙәре күп һәм кеше организмының ҡайһы ғына урынында осрамай. Эсәктәрҙә лә була, тирелә, үт ҡыуығында, танау ҡыуышлығында һ.б. Был шештең йәки төйөрҙәрҙең сәләмәтлеккә әллә ни ҡурҡынысы юҡ, шулай ҙа ваҡытында дауалау кәрәк. Халыҡ медицинаһында уларҙы дауалауҙың төрлө ысулын тәҡдим итәләр.

Сөйәл үләне.

Папилломаларҙы бөтөрөү­ҙең иң һөҙөмтәле ысулы – сөйәл үләне ярҙамында, ти­ҙәр. Бының өсөн үҫемлекте, тамырына 5 см ҡалдырып, сәскәһе, япраҡтары менән бергә ҡырҡып алырға һәм һары ғына һутын һығырға. Тиреләге күренеп торған шешкә шул һутты һөртөргә һәм бинт менән бәйләп ҡу­йырға. 10 – 15 минут һайын алмаштырып торорға. Кө­нөнә өс-дүрт тапҡыр һөртөү етә.

Кастор майы.
Ундағы кислота папилломаны бөтөрөргә ярҙам итә. Бының өсөн шеш тирәләй зыян күргән урынды май ме­нән эшкәртергә кәрәк. Йәғни 5 – 7 минут буйы еңелсә массажлап, ыуырға. Һуңынан шул урынға сөйәл үләне һутына манылған пластырь йәбештерергә. Дауаланыу курсы – 4 – 8 аҙна.

Нишатыр спирты.
Бынан тыш, халыҡ табиптары нишатыр спиртын да ҡуллана. Бының өсөн шырпы осона мамыҡ урап, уны спиртҡа манып, бер нисә минутҡа папилломаға тей­ҙереп алыр­ға. Тик спирт һау тирегә эләгергә тейеш түгел!

Үләндәр төнәтмәһе.
Бер үк күләмдә киптерелгән бәпембә тамыры, мелисса, ҡырҡбыуын үләне, юл япрағы һәм кесерткән япрағы алына. Уларҙы ваҡлап, бергә ҡушып бутарға һәм өс ҡалаҡ ошо ҡатнашманы эмалле кәс­трүлгә һалып, 3 – 5 стакан һал­ҡын һыу ҡойоп, утҡа ҡуйырға. Ҡайнап сыҡҡас, тал­ғын утта 7 – 10 минут бешерергә. Һуңынан, ҡап­ҡасын ябып, 3 сәғәт йылы урында тоторға. Әҙер булғас, марля аша һөҙөргә һәм көнөнә өс тапҡыр ашарҙан бер сәғәт алда өсәр ҡалаҡ эсер­гә. Дауаланыу курсы – 7 – 10 көн.

Һарымһаҡ майы.

Уны әҙерләү өсөн бер нисә бүлкәтен ныҡ ҡына итеп ваҡларға. Бер ҡалаҡ иҙмәгә ике ҡалаҡ крем (ниндәй булһа ла ҡул кремы ярай) ҡушып, яҡшы итеп бутарға. Әҙер дауаны марля йәки стерил­ләнгән бинт киҫәгенә һалып, шештең өҫтөнә ябырға һәм пластырь менән йәбештереп ҡуйырға. 3 – 4 сәғәттән һуң сисеп алып, урынын йылымыс һыу менән йыуырға. Был процедураны көнөнә бер тапҡыр 3 – 6 аҙна буйы ҡабатларға.

Каланхоэ япрағы.

Халыҡ медицинаһы көн һайын папилломаға каланхоэ япрағы ябырға кәңәш итә. Уны бинт менән бәйләп, бер нисә сәғәткә ҡалдырырға кәрәк. Төнгөлөккә эшләһәң, яҡшыраҡ. Ғәҙәттә, 15 тапҡыр япҡандан һуң папиллома тулыһынса юҡҡа сыға.

Бәпембә төнәтмәһе.

Быяла банкаға бәпембә сәскәһен тыңҡыслап тулты­рырға һәм өҫтөнә «Тройной» одеколоны ҡойоп, ҡараңғы урында ике аҙна төнәтергә. Одеко­лондың башҡаһы ярамай. Ваҡыты еткәс, бер нисә ҡат марля аша һөҙөп, үтә күренмәгән шешәгә ҡойорға һәм ҡараңғы урында һаҡ­ларға. Папиллома юҡҡа сыҡ­ҡансы, көнөнә өс-биш тапҡыр ошо төнәтмәне һөртөргә.




Автор: С. Лотфуллина
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Әгәр балағыҙға дуҫ булһағыҙ, уға «аниме» сире йоҡмаясаҡ

Бал файҙалы.  Әммә барыһына ламы?..

13.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бал файҙалы. Әммә барыһына ламы?..


Шәкәр диабетын дауалау

12.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Шәкәр диабетын дауалау


Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ

07.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡотҡарырға ашыҡмағыҙ


Картуф менән дауаланыу

06.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Картуф менән дауаланыу


Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла

05.10.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тиҙ ҙә, тәмле лә, файҙалы ла


“Сәнскәкле рауза”

30.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау “Сәнскәкле рауза”


Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…

29.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Тыныс йоҡо, тәмле төштәр…


Көҙгөһөн ауырыуҙан нисек һаҡланырға?

Ҡабаҡ өлгөрҙө

24.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡабаҡ өлгөрҙө


Артыҡ эшһөйәрлек гел генә файҙаға түгел

Буйҙы үҙгәртеп буламы?

18.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Буйҙы үҙгәртеп буламы?


Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?

17.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Баш әйләнеүҙең сәбәбе нимәлә?


Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ

16.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Үткәндәргә үпкәләүҙән файҙа юҡ


Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!

13.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Туҡмай, тимәк, ҡасығыҙ!


Күҙҙәр өсөн академик  Филатовтың тылсымлы дауаһы

Ҡауаҡҡа ҡаршы

11.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡауаҡҡа ҡаршы


Күҙҙәр һәм  инфекция

10.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Күҙҙәр һәм инфекция


Бында изгелеккә урын бар

09.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бында изгелеккә урын бар


Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!

07.09.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ниңә ҡулланып ҡарамаҫҡа?!


Ҡанды таҙартыу өсөн

29.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Ҡанды таҙартыу өсөн


Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?

27.08.2019 - Һаулыҡ һаҡлау Бөйөрҙәге таштар: сәбәбе ниҙә?


Пластик шешәләр менән һаҡ булығыҙ! Зыянлы…

Йәйгеһен ҡыяр ашап ҡалығыҙ, файҙаһы ҙур